Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль 2020, 16:00

ТҮҘҺӘ ЛӘ ТҮҘӘ ИКӘН ӘҘӘМ БАЛАҺЫ...

...Атайымды, Тимербаев Фәтхетдинды, ҡулға алып киткәндәрендә 1934 йылдың 3 марты ине, тип иҫләй ине әсәйем Шәһиҙә.

...Атайымды, Тимербаев Фәтхетдинды, ҡулға алып киткәндәрендә 1934 йылдың 3 марты ине, тип иҫләй ине әсәйем Шәһиҙә.
Колхозға инмәй, хөкүмәткә ҡаршы тора, тип төнөн НКВД-ныҡылар алып сығып китә. Миңә бары 3 ай ғына булып ҡалған, Ибраһим ағайыма - 2 йәш, Исмәғил ағайыма - 4 йәш, Әүбәкер ағайыма - 6 йәш, Солтангәрәй ағайыма - 12 йәш, Нәжметдин ағайыма -14... 1933-1934 йылдар аслыҡ була. Йәшәп ятҡан өйҙө емереп, фермаға тип тартып алалар. Мейесе генә оҙаҡ торҙо, йәнде әрнетеп. Малдарҙы ла тартып алғандар. Һөйәндән генә эшләнгән мал өйөндә тороп ҡалдыҡ. Йәйгеһен ризығыбыҙ урманда булды. Үлән ашаныҡ. Ҡышҡылыҡ төрлөсә йәшәргә тура килде. Ҡар йырып, һыуға ла бара алмай ултырған осраҡтар булды.
Атайым уҡымышлы булған, ғәрәп телен белгән. Ул тик бер хат ебәргән: «Итегемде һатып, тары онона алыштырҙым. Ас булғас, шул тарыны һыуыҡ һыуға болғап эсеп килдем. Шул эсемә тейеп, хәлһеҙ булдым. Ҡара диңгеҙ ярына алып килделәр. Хәле булған кеше балыҡ тотоп ашай, минең хәлем юҡ...»
Бүтән бер хәбәр ҙә булмаған атайҙан.Единоличник ғаиләһе, тип һалым һала торғайнылар. Бер ерҙән дә килем юҡ. Нисек кенә һалым түләрмен икән, тип әсәйем дер ҡалтырап тора торғайны. Бер һыйырыбыҙ булды, шул һыйыр арҡаһында үлмәнек.
Ул йылдары картуф та уңманы, йәй уртаһында ҡырау һуҡты. Кәбеҫтә ултыртып ҡараныҡ. Бер келәт итеп йыйып алдыҡ. Күпмеһендер ашағанбыҙҙыр инде. Бер өлөшө бер иреп, бер туңып, тоҙ булмағас, сереп бөттө.
Нәжметдин ағайым армияға китте, ул армиянан һуң фин һуғышында ҡатнашып, 1939 йыл ҡайтты. 1941 йыл Бөйөк Ватан һуғышына китеп, унан әйләнеп ҡайтманы. Ленинград өлкәһендә һәләк булып ҡала.
Солтангәрәй ағайым 1940 йыл армияға киткәйне, 1941 йыл һуғышҡа эләгә. Һуғыштан 1946 йылда иҫән-һау ҡайтты.
Тәбиғәт аҫраны инде беҙҙе. Кеше ялан яғына китеп бөттө. Ялан яғында тапашаҡ булһа ла йыйып ашайбыҙ, тип бөтә халыҡ Мораҡҡа ағылды. Беҙ ауылыбыҙҙы ташлап китмәнек. Ауылда бөтәһе өс өй ҡалды: бер яҡтан Шәрифулла бабайҙар, беҙ, икенсе яҡтан - Дәүләткирәй ағайымдар.
1941 йыл һуғыш башланды, шул йылды 1-се класҡа уҡырға барҙым. Ямашева Мәҙинә апай уҡытырға килде. Бик белемле уҡытыусы ине. Икенсе класта уҡып йөрөгәндә класташым Мәғүҙә Ғәлина үлеп ҡалды. Һуҡыр өләсәһе менән генә тороп ҡалған ине ул. Атаһы Шәрәфетдин ағай һуғышта, әсәһе юҡ...Уҡытыусыбыҙ Хоҙайбирҙина Сафура апай Янһарынан килгәйне. Беҙҙе: «Әйҙә, барып күрәйек, Мәғүҙә үлеп ҡалған», - тип алып барҙы. Барғайныҡ, Мәғүҙә шаҡ ҡатып ултырған килеш ҡатҡан, туңып үлгән. Күҙенә ут күренгәндер инде, устарын йылытҡан һымағыраҡ ултырып ҡатҡан. Нисек был күренешкә бала йөрәге түҙгәндер...
Сафина Вәхиҙә тигән ҡыҙыбыҙ икенсе класта уҡығанда өйҙә бер үҙе тороп ҡалған, ата-әсәһе үлгән. Ашарына, өҫтөнә кейем юҡ. Мәктәпкә, оялышынан, арты менән килеп инә торғайны. Ал яҡты ҡапларлыҡ кейем юҡ бит инде. Уҡытыусыбыҙ Сафура апай, йәлләгәндер инде Вәхиҙәне, мәктәптең ҙур физик картаһы бар ине, шул картаның төнөн марляһен айырып алған. Уны таштан буяу эшләп буяған, әҙерәк төҫөн үҙгәрткән, бер нисә ҡат иткән дә, марлянан күлдәк теккән Вәхиҙәгә. Картаны мәктәптең иҙәне аҫтына йәшергән. Һуғыш ваҡытында физик картаны боҙған, тип ошаҡлағандар бит инде. Ни эшләп яғып ҡына ҡуйманы икән, бәлки, тотолмаҫ ине... Беҙҙең дәрес барған мәлдә килеп инеп, иҙән аҫтынан шул картаның ҡағыҙын сығарып алып, Сафура апайыбыҙҙы балаларҙың күҙе алдында алып сығып киттеләр.
Шунан һуң төрлө уҡытыусылар килде ауылға. Хәсәнова Йәнифә тигән апай уҡытып китте бер аҙ. Хисаметдинова Маһикамал апай уҡытты. Һуңынан Шәмсинур апайыбыҙ килде.
Белем ҡайғыһы юҡ, асбыҙ. Апайыбыҙ үҙе лә ас. Балаларҙы балалар йортона йыя башланылар. Миниямалды балалар йортона алдылар, Хәлфетдинде, Йомаһолтанды. Сәмиғалар ҡырға сығып киттеләр. Әсәйемә килеп мине лә һорайҙар детдомға алып китергә. Әсәйем ризалашмаған, бирмәгән: «Үлһәләр, күҙем алдында үлерҙәр, кеше ҡулында тилмертмәйем», тигән.
Шәмсинур апай беҙҙе яҙғыһын саҡ ҡына уҡытҡан була ла: «Әйҙәгеҙ, балалар, ҡыу һабаҡтан ҡарап әтлек ҡаҙып бирәм, һеҙгә лә булыр, үҙемә лә», тип урманға алып сығып китә. Һуңға табан балалар һаны кәмене. Беҙ Солтанбаев Сабирйән менән икебеҙ генә ҡалдыҡ. Шулай булһа ла мәктәпте япманылар. Шәмсинур апай аслыҡҡа сыҙамай ҡайтып китте. Ишбаева Шәмсиә апай килде уҡытырға. Оҙон тәнәфес булһа, ас балалар яланаяҡ Майланға сыға торғайныҡ. Унда ҡуян тубығы үҫә торғайны. Ерҙән өҙөп алабыҙ ҙа итәккә һөртөп ашайбыҙ. Шунан кире йүгереп киләбеҙ мәктәпкә.
Шул ике баланан, ассистент ебәреп, экзамен алдылар. Ни эшләп шул ике ас баланы улай итеп ыҙалатҡандарҙыр инде, аптырайым. Ассистент булып Ҡыямов Рәүеф тигән кеше килде, һуғышта күҙе һуҡырайған, бер яҡ күҙен бәйләгән. Инде ыҙалатып һала инде, һорауҙар бирә. Нисек булһа ла яуап биргәнбеҙҙер инде үҙебеҙсә.
Беҙ дүртенсе класта уҡығанда һуғыш бөттө. Шәмсиә апай Бөрйәнгә барып һуғыш бөткәнен ишетеп ҡайтҡан да, беҙҙе алып сығып китте ауыл урап йөрөргә. Килеп һыу, бысраҡ, аяҡта сабата. Уҡытыусыбыҙ лозунг әйтә:
«Немец илбаҫарҙарына үлем!», беҙ «Ура!» тип ҡысҡырабыҙ.
“Йәшәһен Советтар Союзы!», беҙ - «Ура!». «Йәшәһен Иосиф Виссарионович Сталин!» «Ура!»
Көҙгөлөккә бишенсе класҡа Ырғыҙлыға уҡырға бараһың, тинеләр. Ырғыҙлыла мәктәп ете йыллыҡ ине. Уҡытыу урыҫса. Мин бер үҙем генә, бүтәндәр таралышып китеп бөткәйне инде. Сабирйәндәр Бөрйәнгә күсеп киттеләр. Ғәйникамал апайым шунда бер ергә йыйыштырыусы булып урынлашты. Мин бер үҙем Ырғыҙлыға уҡырға киттем. Йәшәргә ер юҡ. Бер ауыҙ урыҫса белмәйем. Бер АСМШ тигән ойошма була торғайны. Тегеләр картуф сәскән булғандар, йәй картуфтарына ҡырау тейгән дә картуфланып өлгөрмәгән, ыуаҡ ҡынаһы тороп ҡалған. Мәктәптән сығабыҙ ҙа АСМШ-ның еренә барып, шул картуфты соҡоп алып, бешергән булабыҙ. Тоҙ юҡ. Күңелгә тейә, ҡоҫҡо килә.
Апайымда йәшәп ятам. Ул үҙе баракта ике балаһы менән саҡ тора. Апайымдың бер һата алырлыҡ нәмәһе - патефоны бар ине. Шул патефонды ялан яғына алып сығып китеп, ике тоҡ симешкәгә алыштырып ҡайтты. Шул симешкәне сирып сәй эсәбеҙ...
Ял һайын ҡайтырға тырыша инем. Бер сентябрь аҙағында ҡайтып килергә булдым. Ҡотанды үтеп киттем. Яланаяҡмын. Кәкре баш тигән ергә килеп еткәс, ҡар яуа башланы. Ҡар өҫтөнән киләм, тәүҙә аяҡ иҫ белә ине, аҙаҡ иҫ белмәй башланы. Юл буйында Дәүләткирәй ағайым тап булды. Бер нәмә лә өндәшмәне. Төнөн миңә сабата үргән. Йәлләгәндер инде. Ҡайтһам өйгә, өй һыуыҡ. Иртәгеһенә Дәүләткирәй ағайым төнөн үргән сабатаһын алып килеп бирҙе, шуны кейеп кире киттем. Ҡыштың уртаһына тиклем саҡ түҙеп йөрөнөм дә, артабан алып бара алманым 5-се класты.
Ауылға ҡайтып, эшкә тотондом. Ваҡ-төйәк эштәргә йөрөнөм. Унан башланып китте, ағас-таш эштәре. Бүрәнәһен дә ҡырҡтыҡ, сплавҡа ла ебәрҙеләр. Сплавта “защечка” тигән нәмә була торғайны, билдәле бер урында бүрәнә ҡыҫылып тормаһын өсөн, төртөп торорға. Беҙгә һәр беребеҙгә Морат яғынан, Иҙел буйынан шул защечка бүлеп бирҙеләр. Беҙ, ыуаҡ балалар, затор тормаһын өсөн, һыуға төшөп китәбеҙ. Фәхретдинов тигән десятник һыбай йөрөй, тупыс ҡамсыһы ла бар. Балалар һыуға төшмәһә, шул ҡамсыһы менән ярып төшөрә был. Күлбеп барып төшөп киткән булабыҙ. Һыу нәмәне алыштырып кейергә кейем юҡ бит инде. Малайҙар ҙур итеп ут яға, алдыбыҙҙы, артыбыҙҙы ҡуйып киптерәбеҙ ҙә, иртәгеһенә тағы тороп китәбеҙ. Ваҡ балаларға спирт эсерҙеләр шунда, мин үҙ өлөшөмдө эсмәнем. Шулайтып та кешене эсергә өйрәткәндәрҙер инде. Йәнәһе, һыуыҡтан шулай итеп һаҡлап ҡалалар инде.
Артель эшендә йөрөнөк, ҡап һуҡтыҡ, һалабаш һалдыҡ. Бишбесән тигән ерҙә һалабаш ҡуптарып яттыҡ ҡыуышлап.
Читайте нас: