Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль 2020, 11:00

ҮӘТ, ИСМАҺАМ, СОЛОҠСО!

Мөғжизә эҙләп әллә ҡайҙа китәһе түгел, үҙебеҙҙең Бөрйәндә лә етәһе ул – эҙләй, таба, һоҡлана белер генә кәрәк.

Мөғжизә эҙләп әллә ҡайҙа китәһе түгел, үҙебеҙҙең Бөрйәндә лә етәһе ул – эҙләй, таба, һоҡлана белер генә кәрәк.
Бынау Яңы Усман кейәүе, Ҡариҙел районының Комсомол ауылы кешеһе Сәйфетдинов Вадим Ғәлихан улын ғына алайыҡ – торғаны бер оҫта, һәр яңылыҡҡа йәбешеп ятыусы уҙаман, заман дөлдөлөнөң ялына матҡып йәбешеп сапҡан ир-ат инде бына.
“Шул хәтлем шәп, бына тигән итеп донъя көтә, шуны гәзиткә яҙығыҙ”, - тигәстәр, беренсе уй уртаса, ҡәҙимгесә йәшәп ятҡан бер кешелер шунда, булды. “Айыулы ҡапҡаға барһағыҙ, шул була”, - тип йүнәлтмә биреп ебәргәстәр, киттек айыу эҙләп.
Ҡапҡаға елле айыу һүрәтен төшөрөп, һоро төҫкә буяп ҡуйғандар икән, ысынлап та. Күрер күҙгә ғәҙәти булмаған, ситән ишкән кеүек итеп эшләнгән һап-һары ҡапҡаға ингәндә бүре, йыланды үткер тырнаҡтарына эләктереп алған бөркөт, арыҫлан һындарын күреп бер һоҡланһаҡ, тышҡа сығып барышлай был һары баҡсаның ябай көнбағыш майына буялып та шулай лак кеүек ялтырап тороуына тағы бер аптыраныҡ – быуат йәшә, быуат буйы аҡыл йый,тейме әле урыҫ шундай саҡта...
Сәләм биреп ҡапҡаға үтәбеҙ. Унда ике ир бағана соҡорҙары ҡаҙып йөрөй – төҙөйәсәк нәмәләре Вадимдың тағы бер “сере”. Әйтмәҫкә ҡушҡас, бөтә ғәмгә сер һатып тороп булмаҫ инде!
Хужабикә ауыл осонда барған байрамға китеү сәбәпле, балалары менән уны өйҙә тәл итә алманыҡ.
Ә хужаны эҙләп арт яҡҡа сыҡҡас, ғәжәп иттек – солоҡ музейына барып индекме ни! Йөҙ, бәлки унан да артыҡтыр, хужа үҙе юнған солоҡтар ботаҡһыҙ урман кеүек алға баҫты ла ҡуйҙы. Уңда ла солоҡ, һулда ла, алда ла, артта ла, тигәндәй. Тик беҙҙең күҙ күреп өйрәнгән “бөрйәнскийҙәр” түгел, Ҡариҙел солоҡсоһо, Вадимдың олатаһы өйрәткәнсә эшләнгәндәр.
- Олатайҙың проекты буйынса эшләнем. Бөтөндәре, ике ҡатлылары бар. Минекеләрҙең ҡапҡасы ҙурыраҡ һәм улар мәте (балсыҡ) менән һыланған. Солоҡтар йөҙҙән ашыу микән – бер Аллаһ белә. Мин бал һатыр өсөн үрсетмәйем, күңел талабы буйынса солоҡтар менән булышам.
Солоҡсолоҡҡа тотонғанға бер йыл, Бөрйәнде арҡырыға-буйға гиҙеп сыҡтым. Әле үрсетеү эше менән генә шөғөлләнәм, кешегә заказ буйынса солоҡтар эшләйем,- ти Вадим, теҙелеп яҡан солоҡтарына ымлап.
Эйе, бер йыл эсендә ошондай уңышҡа ирешкәс, бик шәп! Ә Сәйфетдиновтарҙың Бөрйән төпкөлөнә килеп төпләнеүҙәренә ни бары 4-5 йыл ғына. Өфөләге бизнесын һатып, ҡатыны, ошо ауыл ҡыҙы Фирүзә менән Яңы Усмандан йорт һатып алып донъя көтә башлауҙарына аҙ ғына ваҡыт үтһә лә, тернәксел Вадим әллә нисәшәр йөҙ ҡаҙ көтөп тә ҡараған. “Ҡаҙҙы йомортҡанан ҡаҙ булғансы көттөк. Өс йөҙләп бар ине. Ҡаҡланған ҡаҙ ите лә етештереп һаттыҡ, ҡаҙҙарға эт, төлкөһө лә тейеп ыҙалатты, ахырҙа был эшкә ҡул һелтәп, солоҡсолоҡҡа тотондоҡ. Ғаилә ишле, ни менәндер шөғөлләнер, аҡса табыр, балаларҙы үҫтерер кәрәк”, - ти Вадим Ғәлихан улы.
Сәйфетдиновтарҙың береһенән-береһе бәләкәй Арслан, Булат, Урал атлы улдары үҫеп килә. Иренә һәр йәһәттән ҡуш булған Фирүзә лә донъяны емертеп көтә.
Заманында үҙ яғында мәктәптә бына тигән хеҙмәт уҡытыусыһы булған Вадим. “Беҙ бит балаларға таҡта бысырға, йышырға, донъя көткәндә кәрәкле бөтә нәмәне үҙ ҡулдары менән эшләргә өйрәттек. Мин кешегә заказ буйынса байтаҡ һындар юндым, балалар баҡсаһы өсөн бер ниндәй химикатһыҙ итеп бәләкәй карауаттар ҙа эшләп бирҙем”, - ти икән оҫта – артында һәптеюҡ тәжрибә, йылдар дауамында туплаған аҡыл-ғилем, тигән һүҙ. Мунсаһының каркасын бысҡы табынан эшләгән – быныһы ла яңылыҡ. Хәҙер бүрәнәһеҙ ҙә һәптеюҡ нәмә әтмәләп була – төҙөлөш материалдары күп, баш менән ҡулды ғына эшкә егер кәрәк, тип тағы аптыратты әле ул Ҡариҙел уҙаманы.
Эйе, оҫта барҙа ҡулың тый, тиеүҙәре лә, Вадим кеүек юҡтан бар яһарға ғына торған ир-ат булыуы ла хаҡ.
Уларҙың эшенә ҡарап күңел йыуана, күҙ ҡыҙа,ә иң мөһиме: уларға эйәреп донъя көтөргә тырышҡандар ишәйә...
Читайте нас: