Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2020, 19:00

“МӘКТӘПКӘ ЙЫЙЫНЫРҒА ЯРҘАМ ИТ!” АКЦИЯҺЫ

Район хакимиәте бойороғона ярашлы, 13 июлдән 31 авгусҡа тиклем районда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” шәфҡәтлелек акцияһы үтә.

Район хакимиәте бойороғона ярашлы, 13 июлдән 31 авгусҡа тиклем районда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” шәфҡәтлелек акцияһы үтә.
Акцияның маҡсаты – күп балалы, тулы булмаған, инвалид балалар тәрбиәләнгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү.
Был акцияла бала яҙмышына битараф булмаған һәр кеше ҡатнаша ала.
Бөрйән районындағы ғаилә хеҙмәте мәктәп йәшендәге балалар өсөн портфель, мәктәп формаһы, дәфтәр, ручка, альбом, дәреслектәр һ. б. әйберҙәр ҡабул итә.
Акцияла ҡатнашыу өсөн учреждение һәм ойошма етәкселәренә, ауыл хакимиәте башлыҡтарына мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйыуҙы йәки аҡсалата ярҙам итеүҙе үҙ учреждениеларында ойоштороу тәҡдим ителә.
Читайте нас: