Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2020, 14:20

ТОҒРО ДУҪТАР БАР ИКӘН УЛ!

Бөгөн – дуҫтар көнө. Шөкөр, тоғро дуҫтар бар икән ул. Үҙебеҙҙеке генә түгел, гәзиттеке лә. Бына бөгөн, мәҫәлән, редакцияға “Таң”ыбыҙҙың алыҫтағы яҡын дуҫы килеп инде. Кем һуң ул, ниңә килгән, тиһегеҙме?

Бөгөн – дуҫтар көнө. Шөкөр, тоғро дуҫтар бар икән ул. Үҙебеҙҙеке генә түгел, гәзиттеке лә.
Бына бөгөн, мәҫәлән, редакцияға “Таң”ыбыҙҙың алыҫтағы яҡын дуҫы килеп инде. Кем һуң ул, ниңә килгән, тиһегеҙме?
Ул - Башҡортостан Республикаһыны халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллин!
Гәзиттең бөгөн район эсендә йәшәүсе яҡындағы алыҫ дуҫтары ла артып киткән заманда республиканың арғы башындағы Нефтекама һынлы Нефтекаманан ялға ҡайтҡан арала, гәзиткә яҙылыр өсөн махсус рәүештә ауылдан район үҙәгенә килеп, редакцияға инеп район гәзитенә яҙылып сыҡҡан Нәби ауылы егете, район патриоты Айбулат Дәүләтбай улына афариндан башҡа һүҙ ҙә юҡ!
-Район гәзитен әүәлдән алдырҙым. Һуңғы бер 2-3 йылда ғына гәзиттән айырылып торҙом һәм тормошомда нимәлер етмәй башлаған һымаҡ тойоп, районымдың гәзите менән бәйләнештә кире тергеҙергә тип килдем. Элегерәк миңә аҙналыҡ гәзитте конвертҡа һалып ебәреп тора торғайнылар. Район гәзитен ҡулға алыу - үҙе бер кинәнес. Райондағы бөтә яңылыҡтарҙы беләһең, таныш кешеләр, уларҙың балалары хаҡында уҡып ҡыуанаһың. Беҙҙең “Таң” яҡшыраҡ та, яҡтыраҡ та гәзит ул. Райондың көнитмеше, үҫеше, уңыштары ла бик һөйөндөрә.
Тик гәзиттең тиражы кәмей барыуы ғына эсте бошора. Йәштәр, нигеҙҙә, интернет селтәрендә. Унда нимә дөрөҫ, нимә алдыҡ икәнен дә белеп булмай. Ә үҙебеҙҙең “Таң”ды дөрөҫ баҫма тип һанайым.
Ошо районда тыуып, унда йәшәгәндәр, хатта ситтә йәшәүселәр ҙә гәзитте алдырһа, яҡшы булыр ине, - тигән фекерен белдерҙе Айбулат Рәхмәтуллин.
Район гәзитенең тоғро дуҫтарының береһе булған Айбулатҡа афариндан башҡа һүҙ юҡ!
Читайте нас: