Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2020, 13:00

УРМАНДАРҘЫ ЯНҒЫНДАН ҺАҠЛАЙЫҠ!

Көндәрҙең ҡоро тороуына һәм урмандарҙа янғын хәүефенең артыуына бәйле, БР Урман хужалығы министрлығы тарафынан ағымдағы йылдың 20 апреленән Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге урман фондында янғын хәүефе миҙгеленең урынлашыуы хаҡында бойороҡ сығарылды.

Көндәрҙең ҡоро тороуына һәм урмандарҙа янғын хәүефенең артыуына бәйле, БР Урман хужалығы министрлығы тарафынан ағымдағы йылдың 20 апреленән Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге урман фондында янғын хәүефе миҙгеленең урынлашыуы хаҡында бойороҡ сығарылды.
БР “Урмансылыҡтар идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының “Бөрйән урмансылығы” бүлеге район халҡын, урман менән файҙаланыусы һәм урман биләмәләрен ҡуртымға алыусыларҙы янғын хәүефһеҙлеге тураһында иҫкәртә.
Урмандарҙа янғын хәүефе артыу менән бәйле ТЫЙЫЛА:
-йәш ылыҫлы ағастар янында, урман ҡырҡыу биләмәләрендә, ағас ҡалдыҡтарынан таҙартылмаған ерҙәрҙә, ҡаулан үлән булған урындарҙа усаҡ яғыу;
-тәмәке төпсөктәрен, янған шырпыларҙы, быяла һауыттарын ташлау;
-һунар ваҡытында тиҙ тоҡаныусан йәки быҫҡып янған материалдарҙан эшләнгән пыж ҡулланыу;
-майланған һәм бензин, керосин һеңгән сепрәк, ҡағыҙ, мамыҡ һ. б. материалдарҙы теләһә ҡайҙа ташлап ҡалдырыу;
-автомобилдең двигателе эшләп торған ваҡытта яғыулыҡ бактарын яғыулыҡ менән тултырыу, двигателе төҙөк булмаған машина ҡулланыу, шулай уҡ яғыулыҡ тултырған ваҡытта машина янында асыҡ ут менән ҡулланыу, тәмәке тартыу;
-урманды төҙөлөш, сәнәғәт, көнкүреш ҡалдыҡтары һәм сүп-сар менән бысратыу;
-ер биләмәләрендә ҡоро үлән һәм башҡа яныусан урман материалдарын яндырыу.
Урман менән файҙаланыусы юридик шәхестәр һәм граждандар:
- май һәм яғыулыҡ материалдарын ябыҡ һауыттарҙа һаҡларға, янғын хәүефе артҡан осорҙа уларҙың һаҡланыу урынын үләндән, ағас ҡалдыҡтарынан таҙартырға, янғынға ҡаршы 1,4 метр киңлегендәге минераль һыҙат менән уратып алырға;
-урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү саралары менән тәьмин итергә, янғын хәүефе артҡан миҙгелдә уларҙы әҙерлектә тоторға;
-урман янғынына шаһит булған осраҡта тиҙ арала махсус диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә һәм янғындың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн мөмкин булған барлыҡ саралар менән ҡулланырға тейеш.
Телефон һандары: 3-56-96, 8347-218-14-14.
Урманды файҙаланыусы юридик шәхестәр эшселәренә, шулай уҡ урманда ҙур сара үткәрелһә, унда ҡатнашыусыларға урманда янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү, янғын һүндереү алымдары тураһында инструктаж үткәрергә бурыслы.
Читайте нас: