Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 18:00

ТРАКТОРҘАР ТӘРТИПТӘ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ

Майҙың 12-һенән 31-енә тиклем районда “Шәхси техника хужаһы” (“Частник”) тигән шартлы исем аҫтында тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш машиналарын һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу барышындағы хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ун көнлөк үтте.

Майҙың 12-һенән 31-енә тиклем районда “Шәхси техника хужаһы” (“Частник”) тигән шартлы исем аҫтында тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш машиналарын һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу барышындағы хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ун көнлөк үтте.
Декадниктың төп маҡсаты техниканы хәүефһеҙ файҙаланыу, теркәлмәгән йәки техника хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән техниканы тотоноуға, шулай уҡ тракторист-машинист танытмаһы булмаған механизаторҙарҙың трактор менән идара итеүенә юл ҡуймау буйынса талаптарҙы техника хужаларының аңына еткереү ине.
Тикшереүҙәр үҙйөрөшлө машиналарға үткән йылдарҙағы техник күҙәтеү һөҙөмтәләре иҫәпкә алынып үткәрелде. 9 рейд ойошторолдо. Шуларҙың икәүһендә БР Урман хужалығы һәм Экология министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Барлығы 20 берәмек техника тикшереү үтте.
Тикшереү барышында иҫәптә тормаған трактор менән идара итеүҙең - 2, техник яҡтан төҙөк булмаған үҙйөрөшлө машинаны файҙаланыуҙың -7, тракторист-машинист танытмаһы булмайынса трактор менән идара итеүҙең 4 осрағы асыҡланды. Бынан тыш, бер осраҡта ОСАГО полисы булмаған трактор менән идара итеү факты теркәлде. Был административ хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйған ғәйепле граждандар РФ КоАП-ына ярашлы язаһын алды.
Үҙйөрөшлө техниканы файҙаланыу өлөшөндә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү йүнәлешендә эш дауам ителәсәк. Шуға бәйле, граждандарҙың хәтеренә төшөрәбеҙ, граждандар тракторҙарын (тағылмаларын) уны һатып алғандан, иҫәптән төшөрөлгәндән йәки теркәү мәғлүмәттәрен үҙгәртеүҙе талап иткән хәлдәр килеп тыуғандан алып 10 тәүлек эсендә теркәтергә тейештәр. Техника хужаларына шуға ла иғтибар итеү фарыз: үҙйөрөшлө машиналар менән эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоп идара иткән өсөн РФ КоАП-ының 9.3 статьяһы менән трактористы транспорт средстволары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеүгә тиклем санкциялар ҡаралған.
Гостехнадзор инспекцияһы тарафынан, барлыҡ ауыл биләмәләренең ауылдарына сығып, үҙйөрөшлө машиналарға һәм уларҙың тағылмаларына техник күҙәтеүҙең беренсе этабы үткәрелде. Бөгөнгө көнгө иҫәптә торған 994 техниканың 306 берәмегенә техник күҙәтеү үткәрелде. Был 31 процент. Шул уҡ ваҡытта бер юлы граждандарҙың дәүләт теркәүе үтергә тейешле техникалары ла ҡаралды.
Райондың иң төпкөл ауылдарынан булған Ҡолғананы миҫалға килтерәм. Был ауылда 8 берәмек техника техник күҙәтеү үтте. Бынан тыш, дәүләт теркәүе үтмәгән 11 техника номер агрегаттарын сағыштырыу өсөн ҡаралды.
Шуға күрә, үҙйөрөшлө техника һатып алған район халҡына мөрәжәғәт итәм: ошондай күсмә техник күҙәтеүҙәр ваҡытында үҙегеҙҙең теркәлмәгән техникағыҙҙы номер агрегаттарын сағыштырыу өсөн беҙгә күрһәтеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Мал аҙығы әҙерләү миҙгелен иҫәпкә алып, техниканың бик интенсив тотонола башлаясағын күҙ уңында тотоп, гостехнадзор ҡарамағындағы машиналар хужаларына үҙҙәренең техникаһын, ваҡытында дәүләт теркәүе үткәреп, техник күҙәтеүгә ҡуйыуҙарын һорайым. Шулай уҡ машина хужаларына шул мәғлүм булһын: техникаларын әҙерләп, график буйынса үткәрелгән техник күҙәтеүгә ҡуйып өлгөрмәгән граждандар, техник күҙәтеү үткәреү графигынан тыш, гостехнадзор менән килешеп, техник күҙәтеү үткәреп ҡуя алалар. Бының өсөн гостехнадзор инспекцияһына йәки урындағы ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Читайте нас: