Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 13:45

БАШҠАРАҺЫ ЭШТӘР БИХИСАП

Кейекбай ауыл биләмәһе бөгөн нисек йәшәй, нимәгә өлгәшкәндәр, киләсәккә пландары ниндәй?

Кейекбай ауыл биләмәһе бөгөн нисек йәшәй, нимәгә өлгәшкәндәр, киләсәккә пландары ниндәй?
Ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында ауыл хакимиәте башлығы Садиҡ Сәғитов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.- Быйылғы йылда һеҙҙең биләмәлә ниндәй күләмле эштәр башҡарылды?
- Ғәҙелгәрәй ауылының урамдарын яҡтыртыу буйынса ППМИ проектында ҡатнашып, еңеп сыҡтыҡ. Сығымдарҙың 30 проценты халыҡтан булырға тейеш ине, шуға күрә ауыл халҡы дәррәү генә аҡса йыйып тапшырҙы. Тиҙҙән урамдарҙы яҡтыртыуҙы тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ.
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар советының эше яйға һалынды.
- Проблемалар ҙа булмай тормайҙыр?
- Янғын һүндереү тағылмаларын ҡуйырға урын булмауы борсой. Шуға күрә быйыл көҙгә Кейекбай ауылында йылы гараж эшләп ҡуйырға иҫәп тотабыҙ. Йылытыу өсөн тимер торбалар алынған.
Ғәҙелгәрәй ауылындағы һыу колонкаларының тороштары ҡыуанырлыҡ түгел. Улар боҙолоп бөтөп бара. Һыу колонкаларын тәртиптә һәм ҡараулы тотоу өсөн уларҙы хеҙмәтләндереүҙе “КомЭнергоСервис”ҡа тапшырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
- Эскелек менән нисек көрәшәһегеҙ?
- Ҡатын-ҡыҙҙар советы, депутаттар, ауыл старосталары менән сигнал булған өйҙәргә йөрөп сыҡтыҡ. Аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Ғәҙелгәрәй ауылында ситтән килеп көмөшкә һатыусыларҙы тоттоҡ. Был мәсьәлә төптән хәл ителмәгән, әммә эскелек менән көрәш алып барыла.
- Һеҙҙең ауыл биләмәһендә һарыҡ көтөүе лә ойошторола, шикелле?
- Эйе, ваҡ малды көтөүгә өй беренсә алмашлап сығалар. Әммә эре мөгөҙлө малдар, аттар менән бәйле көтөүҙе булдыра алмайбыҙ әле. Сөнки халыҡ эре мал өсөн яуаплылыҡ алырға теләмәй. Көтөүсе табыуы ла ҙур проблема булып тора. Эргәләге ҡурсаулыҡ та яуаплылыҡты бермә-бер арттыра.
-Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар?
- Быйыл Ғәҙелгәрәй ауылында “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы үтергә тейеш ине. Әлегә үткәреү ваҡыты билдәһеҙ булып ҡала. Йәнә Ғәҙелгәрәйгә тиклем газ торбаһы барып етәсәк, тип көтөлә. Ләкин ер участкаларының бүленеше документтар буйынса тап килмәүе киләсәктә газ үткәреүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙырасаҡ. Шуға күрә ер биләмәләренең, өйҙәрҙең документтарын тәртипкә килтереү эштәре бара. Икенсе йылдарға ауыл эсенә газ индерелә башланасаҡ. Кейекбай менән Ғәҙелгәрәй ауылдары араһындағы юлға асфальт һалынып, Морат туғайына тиклем алып барып еткереләсәк.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Читайте нас: