Район биләмәһендәге юлдарҙа яҙғы-йәйге миҙгелдә малдарҙың күпләп йөрөүе ҙур хәүеф тыуҙыра. Йыл башынан алып район биләмәһендә малдар ҡатнашлығында 12 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙың күбеһе төнгө осорға тура килә.
2 июндә район хакимиәтенең акттар залында, аттарҙың юлда йөрөүе ҙур хәүеф тыуҙырыуы менән бәйле, аттар көтөүен ойоштороу өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәклеге һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында диалог форматында кәңәшмә үтте.
Унда район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” етәксеһе Айнур Бейембәтов, Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы Раян Шахниязов, административ комиссия рәйесе Айҙар Ишниязов һәм йылҡы малы тотоусы хужалар ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, район эсендә бер нисә урынға, аттарҙы юлдан ситкә ҡыуып, ҡарап йөрөүсе, ойоштороусы кеүек яуаплы кешеләр билдәләп сығырға кәрәк, тигән тәҡдим яһаны.
- Мал хужалары, малдарҙы көтөү өсөн урын юҡ, көтөүсе юҡ, тип кенә аҡланмаһын ине. Ҡарауһыҙ малдар өсөн ауыл хакимиәтенә лә штраф һалына. Юлда йөрөгән аттар өсөн ауыл хакимиәте генә яуаплы түгел, ат өсөн тәүге сиратта уның хужаһы яуаплы, шуны аңлаһындар ине. Шулай уҡ Тимер ауылы юлында аҡ балсыҡ сыҡҡан ерҙе таш менән күмеп ҡуйырға тәҡдим итәм, - тигән теләген белдерҙе ауыл хакимиәте башлығы Р. Шахниязов.
Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте тарафынан бер тонна тоҙ алынған.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 5 июнь һанында уҡығыҙ.