Был көн беҙгә, өлкәндәргә, балаларыбыҙҙың хоҡуҡтарын ихтирам итеү, уларҙы яҡлау һәм уларҙың именлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ хаҡында иҫкәртә. Кескәйҙәргә дөрөҫ тәрбиә биреү, уларҙың һәр көнөн файҙалы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреү беҙҙең бурыстарыбыҙҙың береһе. Районыбыҙҙың, илебеҙҙең киләсәге булған балалар бәхетле, аҡыллы һәм һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн барыһы ла беҙҙән тора.
Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхетле баласаҡ, матур йәйге ял, яңы асыштар һәм сағыу тәьҫораттар теләйем!