Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2020, 12:00

БӘХЕТ СЫҒАНАҒЫБЫҘ – БАЛАЛАР

Баҙал биҫтәһендә йәшәүсе Салауат һәм Таңсулпан Буранбаевтар ғаиләһе үҙ көстәре менән донъя көткән, аҡыллы, илгәҙәк балалар үҫтергән һоҡланғыс парҙарҙың береһе.

Баҙал биҫтәһендә йәшәүсе Салауат һәм Таңсулпан Буранбаевтар ғаиләһе үҙ көстәре менән донъя көткән, аҡыллы, илгәҙәк балалар үҫтергән һоҡланғыс парҙарҙың береһе.
-Донъя йәме, бәхетебеҙ – балаларыбыҙҙа, - тиҙәр улар бер тауыштан.
Ихаталарына барып ингәс, ике ҡатлы, төкәтмәле өй, төҙөлөш материалдары, баҡсала ҙур теплица, түтәлдәр күренгәс тә бында бар ихласлыҡтары менән донъя көтөргә тырышҡан кешеләр йәшәй икәнлеген аңлайһың. Йорт хужалары өс бала тәрбиәләй. Әдиләгә – 6 йәш, игеҙәк Шайморат менән Ишмораттың тиҙҙән биш йәштәре тула.
-Бала үҫтереү күп көс талап итә, әлбиттә. Бигерәк тә игеҙәктәрҙе бәләкәс саҡтарында ҡарау бик еңел эш түгел. Салауат эштән арып ҡайтһа ла, өй эштәрен бүлешмәй, балаларҙы кескәй сағынан бергәләп, төндәрен алмашлап ҡараныҡ. Бар ҡыуаныс-шатлыҡтарыбыҙ улар менән бәйле. Балаларыбыҙ беҙгә донъя көтөргә этәргес бирә, дәртләндерә. Әле бына саҡ ҡулдан төшөп, үҙаллы уйнап йөрөйҙәр, үҙем дә өй эштәре менән шөғөлләнергә ваҡыт табам, - ти Яңы Мөсәт ауылы һылыуы Таңсулпан.
Йорт хужаһы Салауат эске эштәр бүлексәһендә тылды тәьмин итеү буйынса өлкән белгес булып эшләй, Таңсулпан “Балалар ижады үҙәге”ндә өҫтәмә белем биреү буйынса педагог.
-Иптәшем тырыш, ныҡыш, маҡсатына ирешеүсән, әйткән һүҙендә тора белеүсән. Шул һыҙаттары менән мине арбаны ла инде. – Таңсулпандың һүҙҙәрендә тормош иптәшенә ҡарата ихтирамы, һөйөүе һиҙелә.
Салауат - Иҫке Монасип ауылы егете. Улар икеһе лә Сибайҙа уҡый, шунда танышалар.
-Таңсулпан мине үҙенең ябайлығы, матурлығы, эш яратыуы, кешелекле булыуы менән ғашиҡ итте, - ти Салауат, серле йылмайып.
Дәүләт биргән әсәлек капиталын йәштәр йорт төҙөүгә йүнәлтәләр, шулай уҡ бүленгән субсидия ла ҙур ярҙам була. Өйҙәренең һәр мөйөшөн уйлап, уңайлыҡтар тыуҙырып, матур итеп эшләп йөрөйҙәр, балаларына айырым бүлмәләр булдырғандар.
-Ике яҡлап та атай-әсәйҙәребеҙ ярҙам итеп тора, - тиҙәр Буранбаевтар.
Сәләмәт йәшәү яҡлы ғаилә спорт менән дуҫ, насар ғәҙәттәрҙән азаттар. Таңсулпан камиллыҡҡа ынтыла. Сәхнәлә йырлай, машина йөрөтөргә өйрәнгән, өс бәләкәй балаһы менән ситтән тороп уҡыуын да тамамлаған.
Әдилә бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡустыларын ҡарап, хәстәрләп, уларҙың кейемдәрен, уйынсыҡтарын, урындарын йыйыштырырға әүәҫ. Уларға ярыштар үткәрә. Ҡустыларына исемләп түгел, ә “ҡустылар” тип кенә өндәшә ул. Уның шиғыр һөйләүгә оҫталығын һиҙеп, әсәһе шиғырҙар ятлата, йыр конкурстарында ҡатнаштыра. “Урал батыр” эпосын 4 йәшенән алып ятлай. Һәләтле ҡыҙ шиғырҙарҙы үҙгәртеп, үҙенсә һөйләргә маһир. “Йәш һандуғас”, “Олатайым миҙалдары” конкурстарында ҡатнашҡан, урын, бүләктәр алып ҡыуанған.
-Ишморатыбыҙ алсаҡ, шаян, тиктормаҫ, ул атаһы янында булырға ярата. Шайморатыбыҙ тынысыраҡ, уны ҡотҡарыусы тип тә йөрөтәбеҙ. Игеҙәк булһалар ҙа, Ишморатты ҡустыһы һымаҡ күрә. Уның күрше малайҙы ҡотҡарып алып ҡалыуы беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ, - ти бәхетле әсәй.
Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡурҡып тормаған, ваҡытында ололарҙы ярҙамға саҡырырға белгән малай.
-Бәхет - ул ғаиләмдең именлеге, балаларымдың һаулығы, кәләшем менән ошо матур донъяла килешеп, һөйөшөп йәшәү, - ти Салауат.
Читайте нас: