Китаптар беҙгә донъяны танып белергә өйрәтә, уның серҙәрен аса. Китапханасы Филиә Көҫәпова Иҫке Мөсәт ауыл китапханаһында 1992 йылдан алып эшләй.
Ул бала саҡтан китап уҡырға ярата. Тыуған мәктәбен тамамлағандан һуң, Белорет педагогия училищеһында белем ала. Икенсе белем усағы булған китапханаға кешеләрҙе ылыҡтырыу өсөн уға күп көс һалырға тура килә.
Китапханаға матбуғат баҫмаларын күпләп алдыралар. Ололар өсөн – “Йәнгүзәл”, балалар өсөн “Оҫта ҡулдар” исемле ҡыҙыҡһыныусылар клубтары булдырылған. “Белгән - өйрәтә, белмәгән – өйрәнә” тигән девизды ҡулланып, түңәрәккә йөрөүселәр бер-береһен ҡул эштәре серҙәренә төшөндөрә.
-Китап уҡыусылар айырыуса башҡортса әҙәби китаптар һорап киләләр. Уҡыусылар мәктәп программаһында ҡаралған әҫәрҙәрҙе уҡый. Улар менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Эш урынында төрлө презентациялар әҙерләйем һәм мәктәптә интерактив таҡталарҙа күрһәтеп, һөйләйем, уйындар үткәрәм. Балаларҙа ҡыҙыҡһындырыу уятыу өсөн шулай уҡ яңы килгән китаптарға, ғөмүмән, уларға ҡыҙыҡ булырлыҡ китаптарға байҡау яһайбыҙ. Яңынан-яңы алымдар эҙләйбеҙ, төрлө формалағы һәм йүнәлештәге саралар ойошторабыҙ.
Тик әлегә өйҙә ултырып эшләргә тура килде. Шулай булһа ла, төрлө онлайн-конкурстарҙа ҡатнашырға тырыштыҡ. Рәсәй, Башҡортостан кимәлендә үткәрелгән акциялар араһында, мәҫәлән, “Детство – звонкий голосок”, “Задумаемся вместе”, Библиоstar”, “Библиотекарь – это круто” тигән конкурстарға үҙ эштәребеҙҙе ебәрҙек. Онлайн сертификаттар тапшырылды.
Еңеүҙең 75 йыллығына арналған яттан шиғыр һөйләү конкурсында 2-се урын алдым. Әле А. С. Пушкинға бағышлан-ған конкурс башланып тора, уға ла әҙерләнеү өсөн китаптар йыйып һалғанмын, - ти Филиә Көҫәпова.
Район буйынса үткәрелгән “Йылдарҙан йырҙар ҡала” йыр конкурсында төрлө быуын кешеләре йырлап, видео яҙҙырып һалғандар. Бәләкәстәр өсөн ойошторолған “Олатайым миҙалдары” конкурсында ла ихлас ҡатнашҡандар.
- Сараларҙы Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән бергәләшеп үткәрәбеҙ. Быйыл айырыуса “Тыуған телгә 100 аҙым” акцияһы сиктәрендә күп саралар ойошторолдо.
Китап минең өсөн ҙур, серле донъя, бөйөк кешеләрҙең аҡыллы, фәһемле фекерҙәрен, шиғырҙарын йыйып барам. Айырым йыйынтыҡ та булдырғанмын, - ти китап һөйөүсе.
Эйе, донъяны Интернет баҫҡан заманда халыҡта әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятам, тиһәң, китапхана эшен заман талаптарына яраҡлаштырып алып барыу шарт. Иҫке Мөсәт ауыл китапханаһы китапханасыһы Филиә Көҫәпова тап шулай итә лә инде.