Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2020, 13:20

ХӨРМӘТЛЕ СЫҒАРЫЛЫШ КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫ!

Һеҙҙе Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙе Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ихлас ҡотлайым!
Һуңғы ҡыңғырау байрамы - барыбыҙ өсөн дә тулҡынландырғыс һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе. Быйыл беҙҙең район мәктәптәренән 243 бала - 9-сы, 95 уҡыусы 11-се класты тамамлай. Тик беҙ байрамды, илдә килеп тыуған хәлгә бәйле, хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып, дистанцион рәүештә үткәрергә мәжбүрбеҙ.
Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, ниндәй һөнәр һайлаһағыҙ ҙа тормош ауырлыҡтарына бирешмәгеҙ, үҙегеҙгә дөрөҫ һәм лайыҡлы юл табып, ысын кешеләр булып ҡалығыҙ. Күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын! Һеҙгә һаулыҡ, сабырлыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем!
Аҡ юл Һеҙгә!
Читайте нас: