Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2020, 17:00

Табут сығамы ни урмандарҙан

Табут сығамы ни урмандарҙан,Камаз-камаз ағас тейәгәндәр.Иң-иң затлы, иң һиммәтен генә!Ҡоро-һарыһына теймәгәндәр.(Дауамы сайтта)

Табут сығамы ни урмандарҙан,
Камаз-камаз ағас тейәгәндәр.
Иң-иң затлы, иң һиммәтен генә!
Ҡоро-һарыһына теймәгәндәр.
(Дауамы сайтта)
Белә улар, ҡайһыларын һайлап,
Ҡайһыларын киҫеп ауҙарырға.
Ағастарға илдән айырылып,
Алыҫ тарафтарға, ау, барырға.
Урмандарға керһәң һыҙғырып кер,
Тип йырларлыҡ йырҙар ҡала микән?
Юғалтыуҙар Урал тауҙарына
Юлаҡ-юлаҡ һырҙар һала микән?
Зар илайҙыр киткән ҡарағайҙар,
Зар илайҙыр ҡайын-имәндәре.
Ҡара шомдо шунда һиҙә микән,
Бөрйән урманына ингәндәре?
Тәбиғәттең үсе яман булыр:
Таштар һөйләр, йылғалары ташыр,
Кейек-ҡошо яуҙай булып баҫыр,
Әҙәмдәре тапмаҫ урын ҡасыр,
Ағастары терелеп атлап китер...
... Ҡарт ҡарағай эйелеп шыбырланы:
Эй, кешелек, шул көн етер... етер.
Читайте нас: