“Йәшлек” гәзитендә иғлан ителгән Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар бәйгеһенең алты бөртөк кенә еңеүсеһе араһында Бөрйәндән, хатта йәнә Байназарҙан тағы бер ҡыҙ бар әле – Байназар мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Сәлимә Дәүләшина өсөнсө урын яулаған! Афарин!
“Донъяла килеп тыуған ҡатмарлы эпидемиологик хәл арҡаһында беҙ әлегә бөтә мәктәпте йыйып, еңеүселәрҙе ҡотлай алмайбыҙ. Шуға күрә лә лауреаттарҙы тәбрикләүҙе 1 сентябргә ҡалдырҙыҡ”, тип яҙған хәбәрсе.
Байназарҙың уңан, тырыш, сос, үткер ҡәләмле ҡыҙын ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын, теләктәренә ирешеүен теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, ҡыҙҙар!