...Кисә телевизорҙан яңылыҡтар ҡарағанда ике эпизод тетрәндерҙе: береһендә йәп-йәш егет һәйкәлгә һөйәп ҡуйылған ҡыҙыл йондоҙҙо, унан уның янына кешеләр һалған ҡыҙыл ҡәнәферҙәрҙе типкеләне, иҙгеләне, икенсеһе Кронштадта булған – бер егет һәм ике ҡыҙ мәңгелек ут өҫтөндә шашлыҡ өткәндәр...
...Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан мәҡәләләр бик күп килде редакцияға. Уларҙың байтаҡтарын күҙ йәштәремә төйөлә-төйөлә йыйҙым, башҡалар йыйғандарын да илай-илай эшкәрттем. Сөнки бабай-олатайҙарҙың һуғышта күргәндәре, инәй-оләсәйҙәрҙең тылда кисергәндәре үҙәккә үтерлек, сәстәр үрә торорлоҡ. Улар урынына үҙемде, баламды, туғандарымды ҡуйып ҡарап, тетрәндем. Улар ҙа бит кемдәрҙеңдер ҡәҙерлеләре булған...
Ә теге бәдбәхеттәр, кәнфит, әфлисун ашап, бер ыҙа күрмәй үҫкән ышпаналар, ата-бабалар уларҙың ошо матур тормошо өсөн башын һалғанлығы тураһында уйлап та бирмәй, уларҙың ҡәберҙәре өҫтөндә бейей...
Гәзиттең әүҙем хәбәрсеһе Фәтих ағай Сәйфетдинов менән бөгөн ошо хаҡта һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул: “Депутат халыҡты ҡабул итергә килһә, шундайҙарға язаны ауырайтыуҙарын һорар инем”, тине. Был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар...