Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2020, 11:00

БӨРЙӘНДӘ САЙЫР ҘА ЕТЕШТЕРЕЛГӘН

“Элек эшһеҙ кеше булманы. Хатта эшләргә кеше еткерә алмай торғайнылар. Районда леспромхоз, ауыл хужалығы, сайырсылыҡ кеүек тармаҡтар гөрләп торҙо”, тип хәтерләй ололар.

“Элек эшһеҙ кеше булманы. Хатта эшләргә кеше еткерә алмай торғайнылар. Районда леспромхоз, ауыл хужалығы, сайырсылыҡ кеүек тармаҡтар гөрләп торҙо”, тип хәтерләй ололар.
Леспромхоз, ауыл хужалығы тураһында һуңғы ваҡыттарҙа яҙғылап торҙоҡ. Ә бына сайырсылыҡ темаһына артыҡ иғтибар иткәнебеҙ юҡ. Былтыр Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы мәктәбендә булғанда сайырсылыҡ музейы иғтибарҙы йәлеп иткәйне. Ул да бит районыбыҙ тарихының бер бите. Хатта бер генә лә түгелдер әле.
Шуларҙы иҫәпкә алып, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында йәшәүсе Фәрзәт Мөхәмәтйән улы Ҡаһармановҡа сайырсылыҡ тураһында һорашып мөрәжәғәт иттек
-Бәләкәй Ҡыпсаҡ сайырсылар ауылы булараҡ билдәле. Был эш унда ҡасаныраҡ һәм нисегерәк башланған?
-1950 йылда Көньяҡ Үҙән лесничествоһының 3-сө һанлы кордонында (әлеге Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы) Әүжән химлесхозының Көньяҡ Үҙән урман участкаһы асыла.
Ағас ҡырҡыу, таҡта ярыу, һал ағыҙыу менән бер рәттән ҡарағай сайырын әҙерләү эше башлана. 1974 йыл ағас ҡырҡыу эше Иҫке Собханғолға (Ағиҙел ҡасабаһына) күскәс, Кордон урман участкаһында тик сайыр етештереү эше генә ҡала.
Кордон сайыр участкаһы Бөрйән леспромхозында иң ҙур сайыр участкаларынан һанала. Участкала Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы халҡынан тыш, Ҡолғана, Килдеғол, Әбделмәмбәт ауылдарынан да кешеләр эшләйҙәр. Кордон участкаһы йылына 250-300 тонна сайыр әҙерләп тапшыра. Сайыр әҙерләүҙең иң көслө мәле 70-се йылдың урталарына - 80-се йылдарға тура килә. Илдәге үҙгәрештәр арҡаһында 1990 йылдарҙа сайыр әҙерләү һүрелә башлай һәм 1995 йылда туҡтап ҡала. 1997 йылда һуңғы сайыр мискәләре заводҡа оҙатыла.
-Бөгөнгө быуын был эштең үҙенсәлектәре хаҡында белеп тә етмәй. Бәлки, тәфсирләберәк һөйләрһегеҙ?
-Сайыр әҙерләү бик мәшәҡәтле эш. Ҡышҡы һалҡындар башланыу менән диләнкәләге ҡарағайҙарҙың ҡабығын йоҡартып, сайыр һыҙыу өсөн әҙерләп ҡуялар. Яҙғыһын, май айының тәүге көндәренән, ағастарға сайыр туплау өсөн воронкалар ултыртыу башлана. Воронкалар урынлаштырғас, сайырсының төп инструменты – һаҡ ярҙамында, воронка тәңгәленән ике яҡҡа берәр һыҙыҡтар һыҙыла. Өс көн дауамында һыҙылған һыҙыҡтар буйлап воронкаға сайыр аға. Өс көндән һуң ағастарға яңынан һыҙыҡтар һыҙыла (обход). Уртаса бер ағасҡа 6-7 тапҡыр һыҙып үткәс, 700 грамлыҡ воронкалар сайыр менән тула башлай. Бер сайырсының диләнкәһенә уртаса 6000-8000 төп ағас тура килә. Сайырсы көнөнә 2000 тирәһе ағасты һыҙа. Миҙгелдә диләнкәләге 8000 ағасҡа һыҙыҡтар һыҙып, сайырсы 15-20 тапҡыр үтергә тейеш. Сайыр тулған воронкаларҙы биҙрәләргә йыйып, 200 килолыҡ мискәләргә тултыралар. Миҙгелдә бер сайырсыға 3,5-4 тонна сайыр әҙерләү планы бирелһә, сайырсы 6-8 тонна сайыр етештереп тапшыра торғайны. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем сайырсы урмандағы өйҙә ятып эшләй. Сайыр әҙерләү эше ауыр булһа ла юғары баһаланды, илдә уртаса эш хаҡы 80-100 һум тирәһендә тирбәлгәндә, миҙгел мәлендә сайырсының эш хаҡы 300-500 һум булды.
-Ысынлап та, бик ауыр хеҙмәт тейешле баһаланған икән. Хәҙер ул ваҡыттарҙа эшләгән сайырсылар ҙа бик әҙ ҡалғандыр инде. Бәләкәй Ҡыпсаҡ мәктәбендә ойошторолған сайыр музейы шул замандар хаҡында асыҡ һөйләй...
-Эйе, сайыр әҙерләү эше онотолоп барған кәсептәрҙән һанала. 2008 йылда сайыр әҙерләү эшен мәңгеләштереү маҡсатында, Әбделмәмбәт урта мәктәбе (директоры Миңнур Ҡасимова ине) инциативаһы һәм тырышлығы менән Бәләкәй Ҡыпсаҡ мәктәбенең буш торған бүлмәһендә сайыр музейы төҙөлә. Әбделмәмбәт мәктәбенең хужалыҡ эштәре мөдире Лилиә Мәсәғүтова һәм уның етәкселегендәге хеҙмәткәрҙәр көсө менән ремонт үткәрелә, таҙалана һәм музейға яраҡлы итеп ҡулайлаштырыла.
Әлеге мәлдә музейҙағы булған сайыр етештереү инструменттарын элекке сайырсы Илгиз Насыров тапшырған. Мәктәп уҡытыусыһы Гүзәл Насырова стендтар эшләй һәм музейҙы тәрбиәләп тоторға булышлыҡ итә.
-Әйткәндәй, һеҙ ошо музей өсөн дәүләт гранты ла юллап алғанһығыҙ.
-Быйылғы 2020 йылда сайыр музейына ҙур реконструкция үткәреү өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын алыуға өлгәштек. Музей бүлмәһенә капиталь ремонт башҡарыласаҡ, халыҡтан сайыр эшендә ҡулланылған эш ҡоралдары һатып алынасаҡ һәм башҡа музей өсөн кәрәк-яраҡтар урынлаштырыласаҡ.
Шуға бәйле, райондаштарға бер үтенесем дә бар ине. Форсаттан файҙаланып, шуны еткергем килә. Хөрмәтле райондаштар, кемдәрҙә сайыр эшендә ҡулланыла торған инструменттар бар, миңә хәбәр итеүегеҙҙе һорайым, һатып аласаҡбыҙ.
...Тарихын, үткәнен белмәгәндең киләсәге ҡараңғы. Урманлы төбәктә урынлашҡан районыбыҙ тарихында сайырсылыҡ та үҙенең лайыҡлы урынын алырға тейеш. Фәрзәт ағай Ҡаһарманов кеүек ауылы, уның тарихы өсөн янып йәшәгән кешеләр барҙа был тап шулай буласаҡ та. Ана бит, бәләкәй генә ауылдағы оло тарихты мәңгеләштереү маҡсатында РФ Президенты грантына тиклем юллап алғандар. Замана арбаһынан теге йәки был кәсептәр төшөп ҡалһа ла, улар хаҡында килер быуындар белергә тейеш. Сөнки ул беҙҙең тарихыбыҙ, был кәсептәр менән беҙҙең ошо ерҙә йәшәгән ата-бабаларыбыҙ шөғөлләнгән.
Читайте нас: