Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2020, 17:35

БӨРЙӘН ҠЫҘЫ ЗИЛИӘ – ИҢ ШӘБЕ!

“Йәшлек” гәзитендә иғлан ителгән Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар бәйгеһенең еңеүселәре асыҡланған. Был турала гәзит хәбәрсеһе Айбулат Ишназаров “Йәшлек”тең сайтында хәбәр итә.

“Йәшлек” гәзитендә иғлан ителгән Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар бәйгеһенең еңеүселәре асыҡланған. Был турала гәзит хәбәрсеһе Айбулат Ишназаров “Йәшлек”тең сайтында хәбәр итә.
“26 майҙа #Йәшлек гәзитендә үтә етди сара уҙҙы. Нимә булды тиерһегеҙ - редакцияның баһалама ағзалары ижади конкурсҡа - Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар бәйгеһенә йомғаҡ яһаны. Башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы гәзиттә донъя күргән эштәрҙе ҡараны.
Шулай итеп, 2019 йылда БР Башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә бағышланған грантын алыусы, Рәсәй Журналистар союзының “Бөтә Рәсәй – 2015” XIX матбуғат фестивале лауреаты булған мәртәбәле конкурстың - Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар бәйгеһеһең еңеүселәрен күрһәтәбеҙ. Улар алтау.
Беренсе премияны шиғырҙар шәлкеме менән Зилиә Буранбаева яуланы! Ул Бөрйән районының Байназар ауылы мәктәбендә 10-сы класта уҡый. Зилиә бик әүҙем ҡыҙ - «Аманат» журналының, «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе, «Бирешмә» премияһының журналистиканы буйынса «Медиадоньяны яула» номинацияһында еңеүсе, «Ҡош юлы» бард фестиваленең 2018 йылдағы шиғырҙар бәйгеһендә беренсе урын яулаусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ике йыл рәттән призёр кеүек ҡаҙаныштары бар. «Конкурстың барлығын күптән белә инем. Йыл һайын ҡатнашыусыларҙың эштәре менән танышып барҙым. Быйыл иһә, үҙем дә тәүәккәлләнем. Минең өсөн еңеүсе булыу мөһим түгел, ә иң мөһиме - йәш, һәләтле йәштәр араһында үҙеңде танытыу, ниндәйҙер баһа алыу», - тип уйҙары менән дә уртаҡлашты ул. Зилиә шиғырҙарында тел мәсьәләһен, кешенең үҙ-үҙен табыу, йәштәр проблемаларын оҫта итеп асып һалған. Баһалама комиссияһы ағзалары ҡыҙҙың ижадын юғары баһалап, уға беренсе премияны бирергә хәл итте”, тип яҙа автор.
Афарин, Зилиә! Ҡәләмең үткер, үҙең үткен! Бөтә уй-хыялдарың тормошҡа ашһын!
Читайте нас: