Был хаҡта 27 майҙа Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте президиумы ултырышында мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте. Ә республикала был сумма күпме тәшкил итәсәк һуң?
«2020 йылдың 1 сентябренән мәктәп уҡытыусылары класс етәкселеге өсөн әлеге аҡсаға өҫтәп, федераль бюджеттан биш мең һум ала башлай, – тине ведомство башлығы. – Республикала дөйөм түләү уртаса 7,780 һум була».
Министр һүҙҙәренсә, әгәр уҡытыусы ике класта класс етәксеһе икән, сумма икеләтә арттырыла, ләкин юғарыраҡ була алмай.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, был аҡса дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмаларының 25 418 класс етәксеһенә түләнә.