Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2020, 18:00

ТЫРЫШЛЫҠТА – ЫРЫҪЛЫҠ

Алтыншиндар Кейекбай ауылында тырыш ғаиләләрҙән һанала.

Алтыншиндар Кейекбай ауылында тырыш ғаиләләрҙән һанала.
Ғаилә башлығы Азамат Алтыншин район үҙәгендә, “КомЭнергоСервис”та механик булып эшләй. Кеше менән тиҙ уртаҡ тел табыусы Азамат ағайҙы ауылда уңған кеше итеп беләләр.
Йорт хужабикәһе Зөлфиә Ҡулбирҙина - Иҫке Мөсәт ауылы ҡыҙы. Байназарҙа ике йыл инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң, Кейекбай балалар баҡсаһына ваҡытлыса ғына эшкә бара. Аҙаҡ мәктәптә башланғыс кластарҙы уҡыта башлай. Ваҡытлыса тигәне ғүмерлеккә булып сыға: ул тура һүҙлелеге, ярҙамсыллығы менән арбаған ошо ауыл егете Азаматҡа кейәүгә сығып, төпләнеп ҡала.
Алтыншиндарҙың балалары ҡул араһына ингән: 6-сы класта уҡыусы Айгүзәлдәре әсәһенә төп ярҙамсы булһа, 10-сыла уҡыусы Алмаз менән 8-сене тамамлаясаҡ Айбулат күптән инде аталарының уң ҡулына әйләнгән. Бергәләп трактор ремонтлайҙар, йорт-ҡура тирәһендә ярҙам итәләр, балта, сүкеш кәрәк ерҙә лә гел атай янындалар. Ишле ғаиләлә балалар бер-береһен тәрбиәләй, тигәндәре дөрөҫтөр. Иҫке Собханғол мәктәбенең интернатында йәшәп, уҡығас, улар бер-береһе өсөн терәк-таяныс та. Малайҙар ҡурайҙа уйнай, Айгүзәл ырғаҡ менән бәйләүгә оҫта.
Атай менән әсәй балаларын тыныс холҡо, ипле булмышы менән тәрбиәләй. Туғандарын, шәжәрәләрен белеп үҫһендәр, тип
Алтыншиндар араһының шәжәрәһен эшләтеп алғандар.
Эшкә тилбер, ярҙамсыл мәҡәлә геройҙарым: “Ауылда кеше нисек йәшәһә, беҙ ҙә шулай йәшәйбеҙ”, - тиҙәр. Мал, күпләп бройлер, тауыҡтар, ҡаҙ, өйрәк алып үҫтерәләр.
-Йәшелсәне күпме кәрәк, шунса сәсәбеҙ, ҡышҡылыҡҡа төрлө турамалар әҙерләйбеҙ. Сәскәләргә минең айырым мөхәббәт, тиһәң дә була. Ишек алдын, баҡса тирәһен төрлө сәскәләр менән уратып алам. Яҙ һайын сәскәләрҙең яңынан-яңы төрҙәрен ултыртырға тырышам. Яңыраҡ, мәҫәлән, вейгела тигән сәскә алдым, - ти сәскә яратыусы Зөлфиә апай.
-Атайым биргән ҡортто үрсетеп алырбыҙ тип уйлайбыҙ. Атайҙары эштә булғанда, малайҙар ҡортто үҙҙәре ҡарай.
Ҡайным иртә мәрхүм булғас, ҡәйнәм өс улын үҙе үҫтергән, уларға матур тәрбиә биргән. Уларға рәхмәт, һәр ваҡыт ярҙам итеп торалар, - ти Зөлфиә апай.
Уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше ваҡытының күп өлөшөн эшенә бирә. Әммә әлеге ваҡытта әсәй балалары янында, барыһы ла ихласлап өй эштәре менән булыша.
-Ғаилә бәхетенең сере – ул бер-береңде аңлап, ярҙам итешеп, бер һүҙле булып йәшәүҙер, минеңсә, - ти Зөлфиә Нуретдин ҡыҙы.
Читайте нас: