Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2020, 14:00

ТУЙ КҮЛДӘГЕ КЕЙГӘН ДӘ УЛ...

...Был теге алмағас. Байғаҙы юлындағы. Быйыл йәнә шау сәскәгә күмелгән. Беҙҙең яҡтың ҡырыҫ тәбиғәтен үҙ итеп үҫеп ултырған ошо ағасҡа һоҡланам да, уны йәлләйем дә... Сөнки...

...Был теге алмағас. Байғаҙы юлындағы. Быйыл йәнә шау сәскәгә күмелгән. Беҙҙең яҡтың ҡырыҫ тәбиғәтен үҙ итеп үҫеп ултырған ошо ағасҡа һоҡланам да, уны йәлләйем дә... Сөнки...
Сәскәһен ҡойоп, емешкә тумала башлауы ла була, үткенселәр уны йолҡҡолай башлай. Саҡ ҙурая башлаған йәшел алмаларын тешләп ҡарап, әсе булғас, шунда уҡ ташлап та китәләр...
Өсөнсө көн йәнә хәлен белеп үттек. Туй күлдәге кейгән ҡупшы кәләштәй ҡаршы алды ул был юлы ла. Тик алдағы яҙмышын уйлап, йән әсене... һәм бер фекер тыуҙы.
Ағас менән эш итеүселәр араһында берәй тәбиғәтте яратҡан изге күңелле йән эйәһе табылмаҫмы икән? Их, шул алмағасты кәртәләп алып, яҙыу ҡуйып ҡарағанда, тейеүем. Күп тә таҡта кәрәкмәй уға. Буяуын үҙем ойошторор инем...
Бәлки, Байғаҙы, Яңы Усман яҡтарында табылыр ундай кешеләр...
Үҙ йүнен үҙе күреп, беҙгә матурлыҡ бүләк итеп ултырыусы ошо фиҙакәр алмағас беҙҙән аяу һәм аңлау көтә. Юҡ, төбөн йомшартырға ла, һыу ҡойорға ла, бөжәктәрҙән һаҡлап, төрлө дарыуҙар һиптерергә лә кәрәкмәй Хоҙай бүләгенә, бары һаҡсыл ҡараш ҡына кәрәк...
Читайте нас: