Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2020, 13:40

ҺӘҮКӘШ МЕНӘН ӘҢГӘМӘ

-Ас ҡапҡаңды! Миңә ҡарапШаҡ ҡатып тораң ниңә?Сәскәләрҙән бик шифалыҺөт йыйып ҡайттым һиңә.Фотоға төшөп торорға...

-Ас ҡапҡаңды! Миңә ҡарап
Шаҡ ҡатып тораң ниңә?
Сәскәләрҙән бик шифалы
Һөт йыйып ҡайттым һиңә.
Фотоға төшөп торорға...
Модель түгелмен, ҡыҙым.
Һеҙҙе туйҙырайым, тейеп
Фигурамды ла боҙҙом.
Өҫтәлеңдәге ҡаймаҡ та
Емеше минең эштең.
Ҡатығымды, айранымды
Ҡалай яратып эстең.
Бер ашыңды ашамайһың
Әсе ҡоротһоҙ, ана.
Эремсекһеҙ көн итмәйһең,
Унһыҙ һеҙҙең эш хана.

Ҡыҙылын да, ап-ағын да
Яратаһың һин ҡалай.
Бына шулай, минһеҙ генә
Йәшәй алмайһың, малай.
Ярай, етте, ас ҡапҡаңды,
Серәкәй талай атыу.
Еңел тиһеңме мынауы
Елендә һөйрәп ҡайтыу.
Быҙауым да асыҡҡандыр,
Инә һалайым ҡана.
...Миңә бары өнһөҙ генә
Ҡапҡа асырға ҡала...
P.S. Был “һөйләшеү” ауылда тыуған нигеҙебеҙҙә йәшәүсе Ләлә апайымдың һыйыры менән булды. Атыу мине һыйыр тота икән тип яңылышыуығыҙ бар))))))
Читайте нас: