Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2020, 13:20

БЫЛ АҘНАЛА ҺАУА ТОРОШО НИСЕК БУЛАСАҠ?

Был аҙна эҫе булмаҡсы. Синоптиктар 30 градуслыҡ эҫе, ҡойма ямғырҙар һәм йәшен вәғәҙәләй. Тәғәйенерәк...

Был аҙна эҫе булмаҡсы. Синоптиктар 30 градуслыҡ эҫе, ҡойма ямғырҙар һәм йәшен вәғәҙәләй. Тәғәйенерәк...
Бөгөн республиканың ҡайһы бер райондарында һауа +29 градусҡаса йылына. Ел төньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен көнсығышҡа үҙгәртеп талғын.
27 майҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һәм йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә термометр бағанаһы +9-14, көндөҙ +31 градусҡа тиклем күтәрелә.
Кесаҙна, 28 майҙа, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Йәшенле ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә 12-17 градус йылы, көндөҙ +21, +26, көньяҡта +31 градусҡа тиклем.
Шулай итеп, ел дә ваҡытында иҫеп, ямғыр ҙа ваҡытында яуып, эҫеһе лә ваҡытында ғына йылытып тормаҡсы.
Аҙна матур һәм тыныс үтһен!
Читайте нас: