Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2020, 16:21

БАҘАРҒА СЫҒЫП, ҠЫУАНЫП ҠАЙТТЫМ...

Шөкөр, хөрт йәшәмәйбеҙ

Шөкөр, хөрт йәшәмәйбеҙ
Барығыҙ ҙа беләһегеҙҙер, әлеге ваҡытта 2020 йылдың икенсе яртыһы өсөн матбуғат сараларына яҙылыу бара. Йәмғиәттә йәшәп, йәмғиәттән азат булып булмай шул – тотош донъяны баҫып алған коронавирустың шойҡаны матбуғатты ла урап үтмәне. Быны “Таң” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу кимәле асыҡ күрһәтә. Бөгөнгө көнгә пландың үтәлеше 30 процент тирәһендә генә. Үҙҡурсалау режимында халыҡ, берҙән, иркен йөрөй алманы, икенсенән, был көтөлмәгән афәт уларҙың кеҫәһенә лә һуҡманы түгел.
Ләкин беҙ райондаштарыбыҙҙың хәлде аңлап эш итеренә һәм 85 йыллыҡ тарихы булған үҙебеҙҙең гәзит менән киләсәктә лә бергә ҡалырына өмөт итәбеҙ.
...Шулай ҙа хәлебеҙ үтә мөшкөл түгел бит ул беҙҙең. Быға миҫалдар күп. Әйтәйек, кисә баҙарға сығып, ҡыуанып ҡайттым: ҡатын-ҡыҙҙар сиратҡа баҫып ҡырҙан килтерелгән сәскәләрҙе һайлай, хатта ҡатырға йәшниктәргә тултырып алғандар бар. Урталараҡ бер төркөм мәж килеп үҙ хужалығында етештерелгән һөт, йәшелсә, емеш ризыҡтары менән һатыу итә. Төҙөлөш материалдары магазинында ла күңелле ығы-зығы: халыҡ күпләп гөл, сәскә һауыттары, буяу-шалдар, сөй-фәлән ала... Төҙөйбөҙ, сәсәбеҙ, үҫтерәбеҙ икән, тимәк, тормош дауам итә! Һәм, махсус режимды үтәп, кешеләрҙең күбеһе битлектә, бирсәткәлә.
Ял көндәрендә ихатаға сыҡһаң, тормоштоң дауам итеүе тураһында белдергән күңелле тауыштар ҡыуандыра: тегендә трактор кемдеңдер баҡсаһында ер һөрә, был яҡтараҡ берәү ҡоймаһын нығыта, арыраҡ бер уҙаман өйөнә төкәтмә төҙөү менән мәшғүл, урамда һыйырҙар мөңрәшеп урмандан ҡайта, тауыҡтар ҡытҡылдаша, әтәстәр ҡысҡыра. Ана, күптән түгел генә алынған ҡаҙ бәпкәләре ҡомһоҙланып ыуыҙ үләнде йолҡа... Ә тирә-яҡтағы матурлыҡ, йәшеллек, ҡоштар моңо, кәкүк тауышы тураһында әйтергә лә түгел.
Бына ошо матурлыҡ, уңғандар, тырыштар, бер нәмәгә ҡарамай тормоштоң дауам итеүе тураһында матур-матур мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар тәҡдим иткән, тыуған көндәрегеҙ менән ҡотлаған, ҡайғыға тарығандарҙың хәсрәттәрен уртаҡлашҡан, тәмле-тәмле аш-һыу рецептарын да биреп торған, файҙалы кәңәштәрен дә йәлләмәгән яҡын дуҫығыҙ “Таң” һеҙҙе киләһе ярты йыллыҡта ла шатландырып торһон, тиһәгеҙ, бары тик уға яҙылып ҡуйыу ғына етә.
Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Бергә булдыҡ, бергә булайыҡ! Иң мөһиме, донъяларыбыҙ имен торһон, әлегеләй көтөлмәгән бәләләр ҡупмаһын!
Читайте нас: