Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2020, 11:00

ЗӨМБӨРҘӘК ЯҢЫНАН ТЕРГЕҘЕЛДЕ

Изге Рамаҙан айында Мәһәҙейҙә йәшәүсе бер төркөм ир-аттар үтә лә сауаплы эш башҡарған – улар ауыл эсендәге ташландыҡ хәлгә ҡалған шишмәне тәрбиәләп, кәртәләп алғандар.

Изге Рамаҙан айында Мәһәҙейҙә йәшәүсе бер төркөм ир-аттар үтә лә сауаплы эш башҡарған – улар ауыл эсендәге ташландыҡ хәлгә ҡалған шишмәне тәрбиәләп, кәртәләп алғандар.
Был турала ошо ауылда тыуып-үҫкән Фәнүзә Ишбаева менән Сәйҙә Сәйәхова бик матур фекерҙәре менән бүлеште.
- «Мәңге эсһен Урал һыуын
Башҡорт балаһы! Амин!» өндәмәһе аҫтында Зөмбөрҙәгебеҙ яңынан тергеҙелде.
Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында, замана үҙгәреү менән, һәр кемдең ҡапҡаһында скважиналар, урамда колонкалар барлыҡҡа килеү сәбәпле, 15 йылдан ашыу ҡулланылмаған шишмә, ташландыҡҡа әйләнеп, юҡҡа сығып бара ине.
-Матур йолаларҙы атҡарырлыҡ, элекке һымаҡ ауылға төшкән килендәргә һыу юлы күрһәтерлек тә ҡоҙоғобоҙ юҡ бит. Йә инде... - 5 бала әсәһе, өләсәй, Яуымбайҙан килен булып төшөп, Мәһәҙейҙә һыу юлы башлаған Фәриҙә еңгәй Маликова быға тиклем, һәр саҡ уфтанып, Урал улына шулай өндәшә килә. Әсәһенең әйткәнен уйлап йөрөгәндер инде улы. Ниһайәт, ауылдаштарыбыҙ изге Рамаҙан айында, Урал хәҙрәт Маликов инициативаһы менән ойошторолған Зөмбөрҙәк ҡоҙоғон ҡайтанан тергеҙеү өмәһендә ҡатнашып, йәкшәмбе көнө дан итеп ҡоҙоҡто эшләп тә ҡуйҙылар. Бөтә материалын Урал Әнүәр улы хәстәрләп, рәтенә килтереп, дүңгәләк, орнамент, «Мәңге эсһен Урал һыуын Башҡорт балаһы! Амин!» тигән матур һүҙҙәр яҙылған аншлаг, милли тамғалар - ай-ҡурай биҙәктәренә, буяуҙарына тиклем алдан әҙерләп ҡуйған. Бураһын оҫта ҡуллы Алмаз Ғарифуллин менән Урал Маликов икәүләшеп бурағандар.
Ауылдаштар иртәнән кискә тиклем арымай-талмай эшләне өмәлә. Зәкир, Данил, Руслан, Алмаз, Артур, Илдар, Тайфур Ғарифуллиндар, Данияр Ишбаев, Илгиз Мөхәмәтғәлин, Урал, Салауат Маликовтар, Илгиз Ишемов, Баязит Сәйәхов, Вәғиз Абдрахмановтар был изге эшкә күңел биреп тотондолар.
Ауылдаштарҙың, был изге башланғысты күтәреп алып, аҡсалата ярҙам күрһәтеүҙәре маҡтауға лайыҡ. Килендәр Зәлиә, Диана Ғарифуллиналар матур ҡоҙоҡ кәртәһен буяп та ҡуйҙылар.
Мәһәҙейҙәр ҡоҙоҡло ла булды, план да ҡороп ҡуйҙы: алдағы көндәрҙә ауылдағы юғалыуға дусар булып барған Ғәлиәхмәт ҡоҙоғона һәм тағы бер-ике ҡоҙоҡҡа йәшәү бүләк итмәкселәр. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ. Изге эшкә бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡ. Бөтә ауыл ҡыуанды һәм ҡоҙоҡто тергеҙеүселәргә бик рәхмәтле булды.
Зөмбөрҙәгебеҙ эргәһендә Урал хәҙрәт доға ҡылды, - тип хәбәр итә Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы.
Ә Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы иһә ауылдағы шишмәләр тураһында бик үҙенсәлекле итеп бәйәнләгән.
-Йылабар аҫтында Шаһымгәрәй апаның, Марат ағайҙарҙың буралы күк һыулы ҡотоғо булды. Мунсаға, сәс йыуыуға һыуҙы шул Күкҡотоҡтан алдыҡ. Бер ниндәй шампунь кәрәкмәне. Сәс йылҡылдап ҡына китә ине. Ҡаршытау аҫтынан сығып ятҡан күкһел һыуҙың, керҙе шәп таҙарта, тип, ҡанын ҡойоп маҡтай ауыл хужабикәләре.
Ауылдың урта тирәһендә йәшәгән беҙгә һыуға ике яҡ ҡотоҡҡа ла йөрөү мөмкинлеге булды. Атайым Ғәлиәхмәт ҡотоғо - Аҫҡыҡотоҡ һыуын эсте. Сәйҙе лә, өҫтөкөнөн ҡайнатҡанһығыҙ, тип тәмен айырып ултыра торғайны. Айранды ла аҫҡы ҡотоҡ һыуына һыулап бирә инек. Һыуы һыуыҡ, ҡаты, һауыт-һабаға ҡомағы тиҙ ултыра. Ҡомағын таҙартыу өсөн самауыр һемәген күп соҡоноҡ инде. Өҫкөҡотоҡҡа барһаң, ҡайтыуға баш һарҡыуы. Аҫҡы ҡотоҡтан ҡайтыу гел үргә табан. Тулы биҙрәләреңде көйәнтәләп ҡайтып килгәнеңде күреп ҡалһа, Камила йә Тутыя инәй: “Ауыр күтәреп, кәксәйеп-бөксәйеп бөтәгеҙ инде. Эсегеҙ ҙә түбәндәй, ярамай ҡыҙҙарға ауыр күтәрергә”, - тип ороша башлайҙар. Камила инәй һыуҙың әҙерәген түгеп тә ебәргеләй ине. Ә беҙ ике барырға йыбанабыҙ.
Ҡотоҡҡа төшһәң, әллә ҡарап ҡына тора, Мәстүрә инәй килә һалып етә: “Һыуҙы бисмиллаһ әйтеп ал,биҙрәң тулһа, ошолайтып, бисмиллалап, яп, ҡулыңдың һырты менән ҡойма, һыуҙың үренә ҡарай һоҫ, бысратмай, ипле генә, ул-был яҡҡа сәскеләп, шайтаныңды ҡыуандырмай ғына ал”, - тип аҡыл бирер ине.
Әйткәндәй, элек һыуҙы көйәнтәләп ҡатын-ҡыҙҙар ғына ташыны бит. Шуның шойҡаны инде яңы төшкән килендәргә мотлаҡ һыу юлы күрһәтеү. Һуңға табан арба-саналарына бидон, фляга, мискә ултыртып, ир-ат та ташыша башланы. 80-се йылдарҙамы Ишемов Зиннур апа өҫтәрәк ҡотоҡ ҡаҙып, насос төшөрөп, өйөнә һыу һурҙырҙы. Эргәһенә торбанан улаҡ яһаны. Зөмбөрҙәп кенә ағып торған һыуҙы биҙрәгә тултырырға уңайлы ине.
Һәр кем үҙ хужалығында һыу сығарып, кран бороп ҡына тотона башлағас, ҡотоҡтарҙың эргә-тирәһен ҡый-һай баҫып, буралары емерелеп, мал-тыуар тапандыһына әйләнде, ҡото китте. Өләсәйем ҡалын, ҡатырға тышлы, һорғолт битле, ғәрәп телендәге китабын асып: “Килер бер көн: ер халҡы алтын тапап һыу эҙләр. Ейәр ризыҡ-тәғәмде, эсер һыуҙы Аллаһ ер өҫтөнә хасил иткән, исрафламай, сама белеп тотонорға ҡушҡан”, - ти торғайны.
Заһиҙә үҙәгенән, Элгеләүҙең ике яғынан, Зөмбөрҙәктән ағып төшкән һыуҙар ҡушылып, Бәләкәй йылға атамаһын алып, ауылды ҡап уртаға бүлеп, Мәмбәтһыпыға барып ҡушыла ине. Үҙенә әллә күпме һыпысыҡтар ҡушылып, ҙур ғына йылға булып аҡҡан Мәмбәтһыпыла өлкән апай-ағайҙарҙың суптырҙығын сығып һыу ингәнен, үҙебеҙ төшөргә ҡурҡып, ҡарап ултыра торғайныҡ.
Ғәлиәхмәт ҡотоғо тапҡырындағы һары тал баҫып алған, ҙур-ҙур түмһәндәре булған әрәмәлеккә инергә ҡурҡтыҡ. Юл да урап үтә ине. Хәҙер ҡап уртаһынан һалынған юлдан саң борҡотоп килеп төшәләр, техникалар үкереп-ажғырып менеп китәләр. Элек бесәнлектәргә, иген яландарына эшкә бер кем һыу алып йөрөмәне. Буҙайғырбатҡан күленән, Ирәле үҙәгенән, башынан, Ишмөхәмәт уҙаман күпер һалған Ишмәт йылғаһынан, Күкһыуатылғандан, Тау башындағы Ирек ҡотоғонан, Ҡоролаҡты һәм мин белмәгән һыпыларҙың һыуын эсте халыҡ. Хәҙер был ерҙәрҙең атамаһы ла үҙгәреп-яңырып бөткән. Ҡоролаҡтының ғына һыуы бар, шикелле. Ҡасҡан һыуҙар беҙҙән...
Ер өҫтөнә сыҡҡан эсер һыуҙарҙы һаҡлау зарурлығын мәһәҙейҙәр аңланы. Изге Рамаҙан айында диндар Урал Маликовтың Өҫкөҡотоҡ-Зөмбөрҙәкте тәрбиәләүҙе ойоштороуы бик мәслихәт. Кеме - техника, кеме - аҡса, кеме - төҙөлөш материалы, кеме эш ҡоралы менән, кеме - тел, кеме ҡул ярҙамы күрһәтеп, ҡотоҡто тәрбиәләп, улаҡ ҡуйып, кәртәләп, буяп, сынъяһау ҡаралты яһап ҡуйған ир-аттың эше маҡтау-хуплауға лайыҡ.
Бер мәл Күксиҙәмдәме, Ишмәттәме марганец эҙләп йөрөгән геологик төркөмдөң һыуҙы тикшерә торған приборҙары иң таҙа, сифатлы һыу Өҫкө ҡотоҡта икәнен күрһәткән. Баһаһыҙ байлығығыҙ бар, мәһәҙейҙәр! Эскән һыуығыҙҙың шифаһы тейһен, ҡәҙерен белегеҙ, - тип бик тә фәһемле фекерҙәрен яҙып ебәргән Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы.
Райондаштарыбыҙҙың изге айҙа изге эштәр башҡарыуы хуплауға лайыҡ. Ысынлап та, ошондай изге шишмәләребеҙ, йылғаларыбыҙ беҙҙең яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Ә улар һәр ауылда бар. Изге эштәрҙә ярышайыҡ, райондаштар!
Читайте нас: