Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2020, 11:00

РУХ ҺАҠСЫҺЫ

- Бала саҡтан боронғо әйберҙәргә, ҡомартҡыларға иғтибарым ҙур булды. Күргән берен өйгә ташый инем.Әсәйем, ниңә иҫке әйберҙәр менән булышаһың инде, тип тыйып ҡараһа ла, ҡыҙыҡһыныу көслө булды, был шөғөлдән һис тайпылманым, - тип ихлас бәйән итә Яңы Усман ауылының хаҡлы ялдағы абруйлы уҡытыусыһы, өйөндә музей ойошторған Вәзимә Ишбулды ҡыҙы Мәжитова.

1971 йылда юллама менән башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килгән Баймаҡ ҡыҙы изге Тарыуал ерен ғүмерлек төйәге итә. Ошо ауыл егете Мәжитов Ғәле Әхмәтғәзе улы менән ғаилә ҡоралар. Береһе ауыл хужалығында, икенсеһе мәктәп тормошонда ҡайнап, бер бөтөн булып йәшәп китәләр. Уңған, эшһөйәр, илһөйәр, егәрле, тынғыһыҙ, ғәҙел, күптәргә өлгө булып торған был ғаиләлә 2 ул, 2 ҡыҙ үҫә. Улар инде юғары уҡыу йорттарын тамамлап, үҙҙәре лә эйәле-башлы булып, атанан күргән - уҡ юныр, әсәнән күргән - тун бесер, тигәндәй, гөрләтеп донья көтөп, бихисап ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итеп, атай-әсәйҙәрен һөйөндөрөп йәшәп яталар.
- Эшкә килгән йылдарҙан уҡ ауылдың тарихы менән ҡыҙыҡһына башланым. БДУ-ға ситтән тороп уҡырға индем, башҡорт теленән уҡыта башланым, - тип дауам итә Вәзимә апай. - Ер-һыу атамаларын, яҡын-тирәләге тарихи урындарҙы, тәбиғи ҡомартҡыларҙы яҡшылап өйрәндем, һәр береһен теркәп барҙым. Тамғаларҙы ла яҙып алдым. Тормош иптәшемә шул тиклем рәхмәтлемен, бер ҙә йөҙ йыйырманы, мине аңлап, теләгән, ҡыҙыҡһынған урындарға алып йөрөнө. Ауылдың тарихын ентекләп яҙҙым, тәүге күсеп килеүселәрҙең шәжәрәһен төҙөнөм. 2005 йылда ауыл тарихының мөһим бер ваҡиғаһын асыҡларға насип булды.
1933 йылда билдәле рәссам Ҡасим Дәүләткилдиев беҙҙең ауылға килә һәм мәсет урынлашҡан үҙәк урамды һүрәткә төшөрә.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 22 май һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: