Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2020, 16:00

ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮ ҺӘМ ЙӘШЕЛЛӘНДЕРЕҮ БУЙЫНСА КОНКУРС ИҒЛАН ИТЕЛДЕ

Иҫке Собханғол ауылындағы предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар, райондағы ауыл биләмәләре араһында Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә 2020 йылдың 20 майынан 1 октябренә тиклем биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса конкурс үтә.

Иҫке Собханғол ауылындағы предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар, райондағы ауыл биләмәләре араһында Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә 2020 йылдың 20 майынан 1 октябренә тиклем биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса конкурс үтә.
Конкурсты үткәреү буйынса комиссия составы һәм положение раҫланған.
Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса ойошторола:
-“Иң төҙөк ауыл” (райондың ауыл биләмәләре араһында);
-“Төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса иң яҡшы предприятие, ойошма һәм учреждение” (Иҫке Собханғол ауылындағы предприятие, ойошма һәм учреждениелар араһында);
-“Иң төҙөк ихата” (шәхси йорттарҙа йәшәүселәр араһында).
Конкурс ике этапта үтә:
-беренсе этап – 20 июндән 1 июлгә тиклем;
-икенсе этап – 1 августан 30 авгусҡа тиклем.
“Иң төҙөк ауыл” номинацияһында еңеүсене билдәләү өсөн түбәндәге критерийҙар иҫәпкә алына: йорттоң, бинаның тышҡы эстетик йөҙө, ер участкаларының төҙөклөгө һәм йәшелләндерелеүе, таҙалығы, юлдарҙың, тротуарҙарҙың торошо, йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр булыу-булмауы, урамдарҙың яҡтыртылыу кимәле һ.б.
“Төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса иң яҡшы предприятие, ойошма һәм учреждение” конкурсына талаптар: фасадтарҙың эстетик йөҙө, яҡтыртыу, таҙалыҡ, тәртип, ағас-ҡыуаҡтарҙың, сәскәләрҙең, пандустарҙың, автомобилдәр өсөн парковка урындарының булыу-булмауы, һ.б.
“Иң төҙөк ихата” номинацияһында шәхси йорттоң эстетик йөҙө, ихатаның төҙөклөгө, өй яны биләмәһенең тәрбиәлелеге, ағас-ҡыуаҡтарҙың, сәскәләрҙең булыу-булмауы һ.б. иҫәпкә алына.
Конкурсҡа йомғаҡ 1 октябргә тиклем яһала. Ә һөҙөмтәләр 10 октябрҙә Республика көнөнә арналған сарала иғлан ителә.
Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Читайте нас: