Мәндәғол ауылында йәшәүсе Мөхәрләм Вәхитовтың оҫта ҡуллы тигән даны таралған. Атай-олатайҙарынан күскән был байлыҡты лайыҡлы һаҡлап йәшәй ул.
Олатаһы Харрас та, атаһы Әхмәт тә балта оҫталары булған. Мөхәрләм ағай олатаһынан ҡалған батмандарҙы әле лә ҡәҙерләп һаҡлай.
- Күбеһенсә ауылдаштарға ярҙам итәм. Тәҙрә, ишек яҡтауҙары эшләп, ҡуйып бирәм. Тәҙрә рамдарына, биҙәкле наличниктарға заказдар алам. Ултырғыс, өҫтәл, шкаф кеүек әйберҙәрҙе лә үҙем эшләргә тырышам, һәр нәмәне һатып алып булмай бит. Урман хужалығында эшләгән осорҙа сувенирҙар ҙа эшләй инем, хәҙер улар менән ултырырға мөмкинлек юҡ, - ти оҫта.
Ул 8-се класты бөткәс, сирләп китеү сәбәпле, уҡыуын дауам итә алмай. Урман хужалығына эшкә инеп, бер йыл эшләү дәүерендә аҡса йыйып, мотоцикл һатып ала. Тыуған ил алдында бурысын үтәп ҡайтҡас, совхозда эшләй, аҙаҡ урман һаҡсыһы булып урынлаша. Ҡасандыр сувенир юнырға өйрәнгән йәш егет киләсәктә яратҡан шөғөлө табыш алыу сығанығы булыр тип уйламай ҙа башта.
Оҫта бал ҡорттары ла үрсетә. Ишек алдында техникаһы ла байтаҡ.
- Үткән йыл операция яһатып, оҙаҡ ҡына Өфөлә дауаханала ятырға тура килде. Шул ваҡытта күп кенә һыҙмалар әҙерләгәйнем. Үҙемә шуларҙы эшләргә тигән бурыс ҡуйғанмын, - ти ижади ҡарашлы оҫта.
Мөхәрләм Вәхитов ҡатыны Гөлназ менән алты балаға ғүмер биреп, бер ейәнле булып, татыу донъя көтәләр.
Малайҙары әйткәнде көтмәй, үҙҙәренә йөкмәтелгән эштәрен ихласлыҡ менән башҡара. Салауаттары мал тирәһендә уралырға ярата, Динислам атаһы янынан китмәй. Бергәләп ҡул эштәре конкурстарында ҡатнашалар. Биҙәкле сыйырсыҡ ояһы эшләп, еңеү яулағандар. Атай кеше улына үҙенең оҫталығын өйрәтеп, матур йоланың дауам ителеренә өмөтләнә.
Оло улдары Айҙар район үҙәгендә эшләй. Ул техникаға мөкиббән. Өлкән ҡыҙҙары Гөлирә Кейекбайҙа йәшәй. Гүзәлиә менән Вәлимә әсәйҙәренең төп ярҙамсылары. Гүзәлиә Өфөлә Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала, Вәлимә мәктәп уҡыусыһы.
-Көн һайын балаларҙы мәктәпкә йөрөтә инек, өйҙә уҡыуҙары бер яҡтан бик уңайлы килеп сыҡты, - ти атай кеше дистанцион уҡыу тураһында.
Ишле ғаилә ыҡсым ғына ике ҡатлы өйҙә йәшәй, ихата эсендә яңынан өй күтәргәндәр. Ғәҙәти таҡта киҫәктәренән төрлө биҙәктәр тыуҙырып, яңы өйөндә семәрле баҫҡыс, йорт йыһаздарын сынъяһау итеп ҡуйған.
Мәндәғол ауылына ингән ерҙә ҡурай биҙәге төшөрөлгән бағанаға күптәр иғтибар иткәне барҙыр. Унда Мәндәғол ауылының барлыҡҡа килгән йылы, башҡорт, рус һәм ғәрәп телдәрендә ауылдың исеме уйып яҙылған.
-Ауылым өсөн үҙемдән иҫтәлек булһын өсөн ултырттым. Һәр ҡул эше – ижад. Ә күңелгә ятҡан шөғөл ҙур ҡәнәғәтлек бирә, - ти оҫта.