Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Берҙәм дәүләт имтихандары теҙмәһен баҫтырып сығарҙы.
Тәүгеһе 29 июндә була. Сығарылыш класс уҡыусылары география, әҙәбиәт һәм информатика тапшыра.
2 һәм 3 июлдә – рус теле, 6 июлдә – математика, 9 июлдә – тарих һәм физика, 13 июлдә – йәмғиәтте өйрәнеү һәм химия, 16 июлдә – биология, 16, 18 һәм 20 июлдә – сит телдәр, тип хәбәр итте «РИА Новости» мәғлүмәт агентлығы ведомствоның матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Берҙәм дәүләт имтиханын юғары уҡыу йортона инергә теләгәндәр генә тапшыра. Тәүҙә имтихандар 8 июндә башланыр тип хәбәр ителгәйне, ләкин насар эпидемиологик хәлгә бәйле йомғаҡлау аттестацияһын күсерҙеләр.
“Башинформ”дан.