Тауыҡтар уҙышып йомортҡа һалған, түтәлдәрҙә йәшел һуған елберҙәй башлаған мәлдә еңел генә, әммә тәмле генә бер бәлеш рецебы тәҡдим итмәксебеҙ.
Кәрәк була:
-4 йомортҡа;
-7 аш ҡалағы он;
-ҡалаҡ осонда сода;
-самалап тоҙ;
-200 г ҡаймаҡ;
-1 аш ҡалағы майонез.
Эслек өсөн:
-6 бешкән йомортҡа;
-ҙур ғына бәйләм йәшел һуған;
-самаһына ҡарап тоҙ.
Йомортҡаларҙы тоҙ менән ҡабартҡас, ҡаймаҡ менән майонезды һалып бутарға, сода, он өҫтәргә һәм ҡамыр баҫырға.
Эслек өсөн бешкән йомортҡаларҙы турап, уға йәшел һуған өҫтәргә һәм тоҙ менән бутарға. Әҙ генә майонез йәки ҡаймаҡ өҫтәргә лә мөмкин.
Бәлеште асыҡ итергә лә, ябыҡ итергә лә мөмкин. Миңә, мәҫәлән, асығы нығыраҡ оҡшай. Асыҡ иткәндә, ғәҙәттә, эслек өҫтөнә бер йомортҡа һытып һылайым.