Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2020, 14:00

МИНӘН КИТКӘНСЕ, ЭЙӘҺЕНӘ ЕТКӘНСЕМЕ?

Килдеғол ауылында йәшәүсе, ҡасандыр район гәзитендә эшләп китеп, аҙаҡ оҙаҡ йылдар мәғариф системаһында хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан, ләкин күңеле менән ғүмере буйы журналист булып ҡалған һәм был тармаҡтан бер ваҡытта ла “пенсияға китмәйәсәк” кеше, “Таң” гәзитенең тоғро дуҫы Мөнир Фәйзуллин үҙенең сәхифәһендә ошо фотолар өҫтөнә түбәндәгеләрҙе яҙып ҡуйған:

“Юл ситендәге “Аңғартма” талапсан рәүештә үҙ һүҙен беҙҙең аңға еткермәксе лә, тик күҙгә салынырлыҡ хәлдә булмауы ғына ҡамасаулай…”
Килешәбеҙ. Ысынлап та, беҙҙә ошондай аншлагтарҙың бәғзеләре өҫтән кемдер ҡушҡан өсөн генә, минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе, тип кенә эшләнә, ахыры. Ошо бәләкәй яҙыуҙарҙы, беренсенән, машинала үтеп китеп барған кеше уҡый ҙа алмай, икенсенән, ағас ботаҡтары ҡаплай... Ҡырын ятҡан, ҡыйшайған аншлагтар ҙа бар. Ләкин улар өсөн яуаплы кешеләр шул тирәләрҙән үтеп йөрөһәләр ҙә, хәлдәре “яҡшырмай”. Ниңә икән?
Читайте нас: