20 май – бал ҡорто көнө. Уның шифалы балын барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Ә был хикмәтле бөжәктәрҙең тормошо тураһында беләбеҙме һуң?
Умартала йәшәгән бал ҡорттары күсендә түлле бер инә ҡорттоң (ҡорт инәһенең йәки батшабикәнең) нәҫеле булған 10 000 – 50 000, ә ҡайһы берҙә 100 000 эшсе ҡорт була.
Бал ҡорттарында яңы күс май-июнь айҙарында барлыҡҡа килә. Бының өсөн умартала ата ҡорттар, йәки әреғорттар, үҫтерелә һәм яңы инә ҡорт үҫтереү өсөн күҙәнәктәр яһала. Йәш инә ҡорт күҙәнәктән сыҡҡас, эшсе ҡорттарҙың сама менән яртыһы ҡарт инә ҡорт менән бергә умартанан сығып китә – күс айырыла. Был күс тәүҙә, эшсе ҡорттар яңы оя өсөн урын эҙләп тапҡансы, ниндәй булһа ла ағас ботағына һырый.
Иҫке умартала ҡалған йәш инә ҡорт әреғорттар менән умартанан осоп сығып, һауала аталана. Шунан умартаға ҡайтып, йомортҡа һалырға тотона.
Яңы ояла йәки умартала эшсе ҡорттар балауыҙҙан алты ҡырлы бик күп күҙәнәктәрҙән тороусы кәрәҙҙәр яһай. Күҙәнәктәргә улар запас аҙыҡ – нектар һәм сәскәләр һеркәһе йыя. Шул уҡ аҙыҡ менән үҫеп килеүсе быуын һәм бала сығарыусы инә ҡорт та туҡлана. Яҙын, көндәр йылынғас, ҡышлаған эшсе ҡорттар ояларынан осоп сыға.
Тәүге сәскәләр күренеү менән, эшсе ҡорттар уларҙан сәскә һеркәләре һәм нектар йыя башлай. Инә ҡорт кәрәҙ күҙәнәктәренә йомортҡалар һалырға тотона. Йомортҡаларҙан сыҡҡан личинкаларға бал ҡорттары бал менән сәскә һеркәһе ҡатнашмаһын ашата. Инә ҡорттарҙың һәм әреғорттарҙың личинкалары эрерәк күҙәнәктәрҙә үҫә.
Йәйҙең икенсе яртыһында эшсе ҡорттар ҡышҡа бал запасы әҙерләй. Һалҡындар башланғас, бал ҡорттары умарталағы бөтә ярыҡтарҙы балауыҙ менән һылай һәм ҡышлауға әҙерләнә. Ҡышын улар кәрәҙҙәр өҫтөндә тығыҙ булып йыйылып ултыра һәм әҙерләнгән бал менән туҡлана.
Умартала бал ҡорттары бер-береһенә хәбәр тапшыра ала. Мәҫәлән, нектарға бай сәскәле үҫемлектәрҙе эҙләп тапҡан бал ҡорто умартаһына әйләнеп ҡайта. Ул ҡорһағын төрлөсә бороп, кәрәҙ өҫтөндә әйләнеп йөрөй башлай. Ҡорт ошолай бейегәндәй тойола. Әммә ул шул юл менән башҡа эшсе ҡорттарға табыш артынан ҡайҙа һәм ниндәй алыҫлыҡҡа осорға кәрәклеген хәбәр итә. Ул шулай уҡ башҡаларға әле күптән түгел үҙе нектар һәм һеркә йыйған сәскәләрҙең еҫен дә тапшыра. Шунан һуң эшсе ҡорттар разведчик бал ҡорто күрһәткән үҫемлектәрҙән аҙыҡ йыйырға осоп китә.
Бал ҡортоноң төктәр менән ҡапланған ҙур башының ян-яҡтарында ике ҡатмарлы күҙ, ә улар араһында өс бәләкәй ябай күҙ урынлашҡан. Алдан кәкре оҙон мыйыҡтары һуҙылып киткән.
Һиҙеү ағзалары бал ҡорттарының тереклегендә бик мөһим роль уйнай. Ҡараңғы умарта эсендә тейеп һиҙеү ағзалары иң ҙур әһәмиәткә эйә, улар башлыса мыйыҡтарҙа урынлашҡан. Еҫ һиҙеү һәм күреү һәләте бал ҡорттары сәскәләр эҙләгәндә кәрәк. Бал ҡорттары һары һәм күк төҫтәрҙе айыра һәм хатта кеше күрә алмай торған ультрафиолет нурҙарҙы ла күрә, әммә ҡыҙыл төҫтө улар күрмәй.
Бал ҡортоноң кимереүсе өҫкө яңаҡтары ныҡ үҫешкән. Улар ярҙамында бал ҡорто күҙәнәктәр төҙөгәндә балауыҙҙы иҙеп эшкәртә, ә сәскәләргә ҡунғанда һеркә япраҡтарынан һеркәне йыйып ала. Аҫҡы яңаҡтары һәм оҙон аҫҡы ирене менән бал ҡорто нектарҙы ялай һәм һура, шуға күрә бал ҡортоноң ауыҙ ағзаларын кимереүсе-ялаусы ағзалар тип атайҙар.
Бал ҡорто сәскәнән һурып алған нектар ҙур ғына боғаҡҡа килеп инә һәм боғаҡ биҙәре бүлеп сығарған матдәләр менән ҡушыла. Унан һуң бал ҡорттары нектарҙы кәрәҙ күҙәнәктәренә һала, шунда ул балға әүерелә.
Бал ҡортоноң күкрәге ҡуйы төк менән ҡапланған, арҡаһында ике пар ярым үтә күренеүсән яры ҡанаттары бар. Эшсе ҡорттоң аяҡтары сәскәләрҙән һеркә йыйыуға һәм кәрәҙ күҙәнәктәрен төҙөүгә яраҡлашҡан. Эшсе ҡорт ҡорһағының осонда ҡаяуы була. Ҡорт уны хайуан йәки кеше тәненә ҡаҙағанда, яраға бал ҡортоноң ағыуы эләгә һәм тәндең сағылған урыны ныҡ һыҙлай башлай. Ҡаяу ҙа ярала ҡала, шунлыҡтан саҡҡан ҡорт үҙе лә йәрәхәтләнә һәм һәләк була.
Бал ҡортоноң файҙаһы бик ҙур һәм күп төрлө. Бал ҡорттары туҡлыҡлы һәм шифалы бал, шулай уҡ төрлө техник маҡсаттарҙа ҡулланыла торған балауыҙ бирә. Бал ҡорто ағыуы ла шифалы үҙенсәлеккә эйә, уны байтаҡ аурыуҙарҙы дауалауҙа файҙаланалар. Бал ҡорттары күп үҫемлектәрҙе һеркәләндереүҙә мөһим роль уйнай…