Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2020, 16:40

ҠАСАН ЙЫЛЫТА?

Эйй, ҡалай йәй иртә килде, тип ҡыуанышып, күлдәксән үк йөрөй башлағайныҡ, бына һиңә – мә! Ҡалай һауытып ебәрҙе. Хатта, кем әйтмешләй, “летний бәлтәләрҙе” кире кейергә мәжбүр итте. Алдағы көндәрҙә бер ни тиклем йылытасаҡ. Тәғәйенерәк алғанда...

Иртәгә, 21 майҙа, көндөҙ йылылыҡ 12 градус тирәһендә булһа, 22-һендә синоптиктар көндөҙ 17 градус, 23-өндә 24 градус вәғәҙәләй. Унан, 24, 25 майҙарҙа, температура көндөҙ йәнә 17 тирәһендә тирбәләсәк, тип фаразлана. Артабан яйлап күтәрелеүгә табан китәсәк.
Эйе, плюс килеш түбәнерәк булып тороуы ҡурҡытмай, ҡырауы ғына төшә күрмәһен. Юғиһә, помидорҙарына тиклем асыҡ һауаға таратып ултыртып бөткән кешеләр бар икән.
Иң мөһиме, бынау ҡороғорвирусы ғына килеп етмәһен. Башҡаһына ғына бирешмәбеҙ, шулай бит, дуҫтар! Ана бит, тирә-яҡ иҫ китерлек гүзәллеккә күмелде: алмағастар, сейәләр ап-аҡ сәскәлә, йәм-йәшел үлән өҫтөндә һары бәпкәләрҙәй бәпембәләр йыбырлаша, өҙөлөп-өҙөлөп ҡоштар һайрай, ҡояш нурын сәсә...
Читайте нас: