Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2020, 13:25

ҠЫҘЫЛ ГАЛСТУКЛЫ БАЛА САҠ...

Галстук, тигәндәй, уны ҡайһы саҡ иртәнсәк йәһәт кенә умывальникта йыуып, самауырға “йәбештерә” лә ҡуя инек. Кипһә, үҙе ҡубып төшә))) Хәйер, бантик та шул яҙмышҡа “дусар” ине.

Галстук, тигәндәй, уны ҡайһы саҡ иртәнсәк йәһәт кенә умывальникта йыуып, самауырға “йәбештерә” лә ҡуя инек. Кипһә, үҙе ҡубып төшә))) Хәйер, бантик та шул яҙмышҡа “дусар” ине.
Бөгөн – Пионерҙар көнө! Был көн беҙҙең өсөн ҙур байрам була торғайны. Тантаналы сбор үтә. Барыбыҙ ҙа уттай ҡыҙыл галстуктар тағабыҙ.
Галстук, тигәндәй, уны ҡайһы саҡ иртәнсәк йәһәт кенә умывальникта йыуып, самауырға “йәбештерә” лә ҡуя инек. Кипһә, үҙе ҡубып төшә))) Хәйер, бантик та шул яҙмышҡа “дусар” ине.
Пионерия көнөндә мотлаҡ костер яғыла. Малайҙар көндөҙ Ҡаршытау башына менеп, ағастарҙы ҡыуыш һымаҡ өйөп ҡуялар. Аҫтан тотонолоу мөҙҙәте үткән тәгәрмәстәр ҙә тәгәрәтеп алып менәләр. Төндә теге ҡыуыш эсендәге тәгәрмәстәр бөтә ауылға тиерлек яҡтылыҡ биреп яна.
Пионерия көнө етер алдынан Ҡаршытау битендәге “СЛАВА КПСС!” тигән яҙыу ҙа яңыртып буяла. Был эште йыл һайын 8-селәр башҡара ине. Шуға 8-се класҡа етеүҙе айырыуса һағынып көттө уҡыусылар. Бер йылы хатта эстәренә соляркалы сепрәк һалынған консерваларҙан яҙыу яҙып, төндә шуларҙы яндырҙылар. Йә инде, янғындан да ҡурҡмағандар ул мәлдәрҙә.
Галстук, тигәс, мәктәп йылдарындағы бер хәл иҫкә төштө. Беҙҙең класс аҙна буйы мәктәптә дежурлыҡ итте. Икенсе аҙнаның дүшәмбеһендә линейка була, шунда аҙналыҡ дежурлығыбыҙға отчет яһап, тәртип боҙоусылар, галстук таҡмай йөрөгән пионерҙар тураһында ғәм алдында һөйләргә тейешбеҙ. Старостабыҙ Зәйтүнә Заманова сығып баҫты линейка алдына. Бына сират галстукһыҙ йөрөүселәргә лә етте. Бер уҡытыусы, үҙеңдең галстугың бармы һуң, тип һораны Зәйтүнәнән. Был мәктәп формаһы өҫтөнән кофта кейгән дә, формаһының аҡ яғаһын сығарып ҡуйған, кофтаһы эсенән галстугының бер бармаҡ баҫымындай ғына өлөшө күренеп тора. Уҡытыусы, галстугыңды сығарып йөрө, тип, теге күренеп торған өлөштө тартҡайны, бер ҡыҙыл сепрәк киҫәге килде лә сыҡты. Бөтә халыҡ геү итеп ҡалды. Зәйтүнә телен шул тиклем оҙон итеп сығарҙы, хатта баяғы “галстук” торған ергә етә яяҙҙы теле. Баҡтиһәң, иртәнсәк галстугын тапмаған да был, ахыры, формаһы өҫтөнән махсус рәүештә кофта кейеп, бер ҡыҙыл сепрәк киҫәге генә ҡыҫтырып киткән булған икән.
...Заманалар үҙгәрә. Ҡыҙыл галстуктар ҙа тарих төпкөлөндә ҡалды. Ләкин ҡыҙыл галстуклы бала саҡ ҡына онотолмай...
Бынау шиғыр һымаҡ:
Как повяжешь галстук,
Береги его:
Он ведь с нашим знаменем
Цвета одного.
А под этим знаменем
В бой идут бойцы.
За Отчизну бьются
Братья и отцы.
Как повяжешь галстук,
Ты-светлей лицом…
На скольких ребятах
Он пробит свинцом!
Пионерский галстук-
Нет его родней!
Он от юной крови
Стал ещё красней.
Как повяжешь галстук,
Береги его;
Он ведь с нашим знаменем
Цвета одного.
Читайте нас: