Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2020, 11:00

ЭШТӘ ЛӘ, КӨРӘШТӘ ЛӘ БИРЕШМӘНЕ УЛАР

...Ә бына фотолағы олпат кәүҙәле Рауил Мифтах улы Вәлитовты районда ғына түгел, республикала ла күптәр беләлер. Уны тик көрәшсе генә итеп түгел, ә район халҡы өсөн күрһәткән фиҙакәр хеҙмәте буйынса. Юғары ғына түгел, урта белеме лә юҡ ине уның.

...Ә бына фотолағы олпат кәүҙәле Рауил Мифтах улы Вәлитовты районда ғына түгел, республикала ла күптәр беләлер. Уны тик көрәшсе генә итеп түгел, ә район халҡы өсөн күрһәткән фиҙакәр хеҙмәте буйынса. Юғары ғына түгел, урта белеме лә юҡ ине уның.
Ел-дауылдарға ла бирешмәҫлек
Мыҡты кеше инең имәндәй.
Һин йөрөгән саҡта, була инең
Ерҙе уя баҫып килгәндәй.
Нисә рәйес алмашынды икән
Һин бухгалтер саҡта колхозда.
Ихлас тарттың ауыр колхоз йөгөн,
Рәйес йөгө һиңә ҡалғас та.
Етәкләнең ауыл советын да,
Рәйес вазифаһын күтәреп.
Ялған коммунистар Совет власын
Ҡуйғанынса емереп, түңкәреп.
“Ҡыҙыл Таң” колхозында оҙаҡ йылдар етәксе вазифаларын башҡарып, эштә лә, көрәштә лә һыр бирмәй, айныҡ тормош менән йәшәп баҡыйлыҡҡа күскән Рәмзи Мансур улы Рахманғоловҡа арнап яҙған шиғырында яҡташы шағир Зәки Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов уның ғүмерлек йәшәйешенә оло баһа биргән дә ҡуйған.
Ә бына фотолағы олпат кәүҙәле Рауил Мифтах улы Вәлитовты районда ғына түгел, республикала ла күптәр беләлер. Уны тик көрәшсе генә итеп түгел, ә район халҡы өсөн күрһәткән фиҙакәр хеҙмәте буйынса. Юғары ғына түгел, урта белеме лә юҡ ине уның.
Рауил Мифтах улы Иҫке Собханғол ауылында 1930 йылда ярлы-крәҫтиән ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Атаһы балыҡсы, һунарсы ине. Әсәләре урыҫ милләтенән, исеме Нюра булдымы икән, әммә уны Нурия итеп йөрөттөк.
Икенсе донъя һуғышы башланғанда ғаиләлә 6 бала була: дүртәүһе - ир, икәүһе ҡыҙ балалар. Аталары Мифтах һуғышҡа киткәндә Рауилға 12 йәш кенә була. Әммә уға артабан уҡып, белем алыу бәхете теймәй. Ғаиләлә иң олоһо булараҡ, ҡусты-һеңлеләрен астан үлтермәй тәрбиәләп, кеше итеү бурысын үҙ өҫтөнә ала.
Бурысты үҙ өҫтөңә алыу бер, ә уны үтәү ҡәһәрле һуғыш осоронда еңел булдымы икән? Ай-һай, еңел булмағандыр. Атай урынына ҡалған Рауил ағай туғандарын, йәғни үҙенән 3-7 йәшкә кесе ҡустыларын - Шамил, Факил һәм Рәилде үҙенең артынан эйәртеп эшкә өйрәтә.
Рауил Мифтах улы йәшләй генә райпотребсоюз ойошмаһына эшкә урынлаша. Башта район үҙәгендәге ашхананы Иҙелдән балыҡ тотоп, тегенән-бынан башҡа аҙыҡ-түлектәр менән тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Һуғыш бөткәс, атаһы иҫән-һау (еңелсә яралар менән) ҡайтып төшә.
Әммә һуғыш бөтөү менән тормош еңеләймәй әле, аслыҡ, яланғаслыҡ 50-се йылдарға тиклем дауам итә.
Рауил Вәлитов үҙенең сослоғо, һәләтлеге, хеҙмәткәрҙәр менән яҡшы мөғәләмә итә белеүе арҡаһында райпола завторг, әҙерләүҙәр контораһы директоры вазифаларына тиклем үрләй. 60-сы йылдарға тиклем аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм башҡа донъя ҡаралтылары район үҙәгенән 200 саҡрымдан артыҡ арала ятҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһынан аттар, һуңғараҡ Белореттан машина менән ташылды. Машиналар етешмәй, райпоның 3-4 машинаһы 2-3 көнгә берәр рейс йөк килтерә. Быға ла Рауил Мифтах улы яуаплы. Ул Өфөнән тауарҙы вагондарға тейәшеп ебәрә лә үҙе самолет менән Белоретҡа килә. Тимер юл станцияһына вагондар килеп етеү менән йөктө Бөрйәнгә оҙатыу сараһын күреү өсөн ашыға, сөнки вагондарҙы билдәләнгән ваҡытта бушатмаһаң, штраф түләргә кәрәк. Рауил тағын станцияла. Райондан Белоретҡа йөк тейәп барған машина водителдәре лә өйрәнеп бөткән, үҙҙәренең йөгөн тейешле урында бушатҡас, тимер юлы станцияһына баралар. Ундағы тауарҙы оҙатыу бер нисә көнгә һуҙыла. Хужа, йәғни Рауил ағай, үҙе Белорет ҡунаҡханаһында йәшәй.
Ошо мәҡәләнең авторы, мин, Сәләх Әхмәтов та, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, эшем командировка менән бәйле булды. Өфөнән поезд йәки самолет менән килеп төшһәң, артабан ҡайтырға транспорт булмай. Иртәгәгә тиклем йоҡлау өсөн ҡунаҡханаға барһаң, урын юҡ, тиҙәр. Әммә ҡапыл ғына сығып китмәйһең. Шулай ултырғанда йыш ҡына Рауил ағай килеп инә, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ни өсөн ултырғанды белгәс, ҡунаҡхана администраторына: “Петровна! Найдите, пожалуйста, для моего друга одно место!”, - тип өндәшеүе була, тегеһе ҡайҙалыр шылтыратып, 5 минут та үтмәй, урынлаштырып та ҡуялар.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 15 май һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: