Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2020, 19:00

ИКӘҮ ТИҢ ТАРТҠАН ДОНЪЯ ҠОТЛО БУЛА

Йортто кем тота? Ир тота! Ир тота икән, тимәк, ул йортта тулы тәртип. Тик бының өсөн йортта ирҙең ныҡлы абруйы булыуы шарт. Ҡатының хөрмәт итәме, балаларың һиңә, атай кешегә, ышанамы?

Йортто кем тота? Ир тота! Ир тота икән, тимәк, ул йортта тулы тәртип. Тик бының өсөн йортта ирҙең ныҡлы абруйы булыуы шарт. Ҡатының хөрмәт итәме, балаларың һиңә, атай кешегә, ышанамы?
Ә бының өсөн тағы бер шарт - лайыҡлы булыу фарыз: эскелекте алға ҡуймау, көндө диванда һуҙылып ятып телевизор ҡарап йәки урам тапап, һүҙ бутҡаһы бешереп, ҡатыныңды буш вәғәҙәләр менән туйҙырып бушҡа уҙғармау.
Йортто кем тота? Ир менән ҡатын тота! Ә бит ундай ҙа миҫалдар күп. Тимәк, ғаиләлә тулы гармония.
Ир кеше йүгереп йөрөп мал табырға, ғаиләне аҡсалы, етеш тормошло итергә, ә ҡатын йортто йылы усаҡлы, йыйыштырыулы, таҙа, өҫтәлде аш-һыулы итергә тырышып тора икән, был йортта власть бүлешеү ҙә урынһыҙ, һәр икәү үҙ вазифаһын, үҙ бурысын белә һәм үтәй: донъя ҡараулы, балалар тәрбиәле.
Беҙҙең Килдеғолдағы Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе тап шундайҙар иҫәбендә. Ҡалҡыуҙа, тауҙа ултырған ҙур йорт тыштан балҡып торһа, эсендә лә ҡот: яҡтылыҡ, йылылыҡ, татыулыҡ, балалар тауышы. Биш балаға атай-әсәй Нәғим менән Миңнур. Өлкәндәре йорттан үҙаллы тормошҡа сығып та бара инде: ҡыҙҙары Албина агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғолдағы филиалында бер-нисә һөнәргә эйә булды, Тимур—механизатор, армияла ла хеҙмәт итә һалып ҡайтты. Хәҙер икеһе лә Өфөлә эшләйҙәр. Өйҙәгеләрҙән Фидәниә менән Фирзинә мәктәптә уҡыйҙар, улдары Рузил балалар баҡсаһына йөрөй. Мөхәмәтйәновтарҙың йорто эсе лә баҡса һымаҡ инде: кеше өҙөлмәй, туғандары, яҡындары менән тулы һәм гөрләп тора. Өлкәндәрҙең алсаҡлығы, киң күңелле булыуы һыйындыра уларҙы. Миңнур өйҙәгеләр менән мәж килһә, Нәғим көн дә эшенә йүгерә. Ике эшҡыуарҙа эшләй ул: береһенең тракторында ағас ташыһа, икенсеһенең КамАЗ-ында ситкә таҡта алып сыға. Ҡасан ял иткәнен дә белмәҫһең - урмандан ағас һөрәп ҡайта лә, төнгөлөккә алыҫ рейсҡа юл тота. Нисек арымай, тип ғәжәп итәһең дә, унан үткәндәргә ҡарап һығымта яһайһың: бәләкәйҙән тилбер, сос булды, арыу-талыуҙы белмәгән эш кешеһе ине. Шундай ғаиләлә үҫте: атаһы, Аҡбулат ауылында тыуып, Мораҙымда үҫкән Шәкир Мөхәмәтйәнов алтмышынсы йылдарҙа ғаиләһе менән беҙҙең ауылға күсеп килә. Эш килтерә уларҙы, колхоз эше. Сөнки тәүге тракторҙы ҡыуған кешеләрҙең береһе була ул. Бер йылдан рычаг артына үҙе ултыра һәм барлыҡ ғүмерен колхоз эшендә үткәрә: үҙе механик, үҙе тракторист. Ҡатыны Маһира, Байназар ауылы ҡыҙы, Алтынбаевтар араһынан. Уны ла эшһеҙ һалып ҡуймай колхоз, ҡатын-ҡыҙҙар звеноһында ҡолас ташлап бесәнен дә сапты, япраҡ та бәйләне, фермала быҙауҙар ҙа ҡараны. Тынғыһыҙ колхоз эше араһында донъя көтөргә лә, һигеҙ бала табып, яҡшы итеп тәрбиәләп үҫтерергә лә өлгөрҙө Мөхәмәтйәновтар. Маткапиталһыҙ, орден-миҙалһыҙ ғына.
Бынан теүәл илле йыл элек алтынсы-етенсе бала булып донъяға килгән ике игеҙәк баланың береһе Нәғим.
Һигеҙ баланың иң кеселәре Илдарҙың 20 генә йәшендә үлеп ҡалыуы ғаиләне ҙур ҡайғыға һалды. Бүтәндәре: Ғилминур, Зөлфәр, Гөлсирә, Зиннур, Ғәзим, Ғәзимә (Нәғимдең игеҙәге) матур ғына йәшәп яталар. Араларында пенсияға сығып, өләсәй-олатай булып мөләйем ҡартлыҡ кисереүселәре лә бар. Әсәләре Маһира апай һикһән бишен уҙһа ла һин дә мин әле, балалары өсөн һөйөнөп, арала йөрөп ғүмер итә. Малайҙарына үҙ һөнәрен ныҡлап төшөндөргән, малай саҡтарынан тракторға ултыртҡан, эшкә күнектергән атай кеше генә байтаҡ йылдар инде беҙҙең арала юҡ. Әммә уландар атай һөнәренә тоғро: Зөлфәр, Зиннур ағайҙары һымаҡ, Нәғим дә колхозда ихлас эшләне. Алдынғы механизаторҙар булып йөрөнөләр, район һабантуйҙарында байраҡ күтәреп торған саҡтары ла булды был өс хеҙмәт батырының. Колхоз юҡҡа сыҡҡас та һөнәрле егеттәр эшһеҙ аптырап ҡалманы, иртәгәһенә үк эштәрен таптылар, эшкә сыҡтылар.
Атай нигеҙен дә ныҡ тота Нәғим, ҡотло тота. Бер йылы аңһыҙҙан бәлә килеп, атай йорто янып киткәс, ҡаушап ҡалманылар, тағы ла иркенерәк, замансараҡ өй һалып сыҡтылар, донъяларын бөтәйтеп алдылар. Үҙеңә булған мөнәсәбәт бәлә килгәндә беленә бит ул - бөтә ауылдаштары, күп райондаштары, хатта Өфөнән, бүтән райондарҙан ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Сөнки Нәғим үҙе шундай кеше - бүтәндәр өсөн йөрәген өҙөп бирер, биллаһи. Күңелдәре алсаҡ, киң, кешеләргә ярҙамсыл, туған тартымһаҡ булараҡ билдәле Мөхәмәтйәновтар.
Бесән осоронда үҙенең тәгәрмәсле тракторын эшкә егеп ебәрә. Йәһәтләп бесәнен эшләп ала ла, ағайҙарына, апайҙарына, техникаһыҙ, мохтаж кешеләргә ярҙамға ашыға, йүгереп йөрөй тынғыһыҙ йөрәк.
Ғүмер - ағын һыу, әле генә үрҙә ине, ҡайһы арала шаршыланып түбәнгә ағып та бара... Әле генә Нәғим менән Ғәзимәне беҙгә ҡалдыра ла, Маһира апай колхоз эшенә йүгерә ине. Беҙгә бәләкәстәрҙе әүрәтергә, уйнатырға, етәкләп алып йөрөргә, аласыҡҡа индереп ойтҡан менән һыйларға ҡала. Тауҙағы өйҙәренә сыҡҡансы бер урамда, бер тирәлә бергә-бергә йәшәп, бергә үҫтек. Бөгөн теге замандағы еүеш танау, шаян ҡустыҡайыбыҙға 50 йәш тә тулып киткән. Шунан ағын һыу түгелме баяғы ғүмер тигәнең!? Әле лә бер тирәлә, күршеләр булып йәшәйбеҙ Нәғимдәр менән, тик хәҙер тау урамында, дөрөҫөрәге, Йәштәр урамында. Һәр иртәлә Нәғимдең тау буйлап эшкә йүгереүен, килендең, әйткәндәй, беҙ Миңнур киленде яратып, “Беҙҙең килен” тип йөрөтәбеҙ, балаларын мәктәпкә, балалар баҡсаһына оҙата барыуын, йәки ғаиләнең үткән көҙ генә һатып алған өр-яңы ҡып-ҡыҙыл “Лада”ларында елдереп сығып киткәндәрен, Нәғимдең төнгөлөккә алыҫ юлға сығыуын күрәбеҙ ҙә, матур ғаиләгә һоҡланып, барыр-ҡайтыр юлдарында, эштәрендә, тормоштарында уңыштар, үҙҙәренә ныҡлы һаулыҡ-именлек, бәхетле тормош теләп ҡалабыҙ.
Эйе, Мөхәмәтйәновтар, матур ғаилә – ил күрке, тигән әйтемде раҫлап, ауыл күрке булып йәшәйҙәр.
Читайте нас: