Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2020, 20:00

ҠАУЛАН ЯНДЫРАҺЫҢ ИКӘН – ШТРАФ ТҮЛӘ!

Яҙ етеп, көндәр йылыныу менән ауылда йәшәүселәр һәм дачаларына барған ҡала-ҡасаба халҡы, йәшелсә һәм картуф ерҙәрен яҙғы сәсеүгә әҙерләү маҡсатында, үткән йылғы үләнде – ҡауланды яндырып, янғынға сәбәпсе булып ҡуялар.

Яҙ етеп, көндәр йылыныу менән ауылда йәшәүселәр һәм дачаларына барған ҡала-ҡасаба халҡы, йәшелсә һәм картуф ерҙәрен яҙғы сәсеүгә әҙерләү маҡсатында, үткән йылғы үләнде – ҡауланды яндырып, янғынға сәбәпсе булып ҡуялар.
Ҡоро үлән бик тиҙ янып китеүсән һәм уның тиҙ арала ҙур майҙанды биләп алып, урмандарға, хатта торлаҡ йорттарға уҡ барып етеүе ихтимал. Бигерәк тә ҡоро һәм елле һауа торошо шарттарында яғылған усаҡтар ҙур хәүеф менән янай. Контролде юғалтҡан янғын етди, хатта трагик эҙемтәләргә килтерә. Яҙғы осорҙа тиҫтәләп дача һәм баҡса йорттары, мунсалар, һарайҙар, ваҡытлыса төҙөлгән аласыҡтар янып юҡҡа сыға. Ҡайһы саҡ тиҙ таралыусы ут күрше участкаларға ла барып етә һәм кешеләрҙе торлаҡһыҙ ҡалдыра, хатта кеше үлеменә килтерә.
Ҡаулан үләнде һәм сүп-сарҙарын ҡоролмаларға яҡын урындарҙа үртәгән кешеләр ҙә осрай. Янғын сәбәпселәре штраф рәүешендәге административ яуаплылыҡҡа йәлеп ителә.
Тағы ла бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ауылдар, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ, йәшелсәселек йәки дача ер участкалары хужалары (ер участкалары милекселәре, ер менән файҙаланыусылар, ер хужалары һәм ер участкаларын ҡуртымға алыусылар) үҙ биләмәләрендәге үләнде даими сабып һәм сүп-сарын йыйыштырып торорға тейештәр.
Ауылдарҙың һәм ҡала округтарының дөйөм ҡулланылыштағы биләмәләрендә, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ, йәшелсәселек һәм дача ширҡәттәре объекттарында тиҙ яныусан ҡалдыҡтарҙы үртәү, янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған ваҡытта ҡаулан үләнде яндырыу ҡәтғи тыйыла.
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоусылар өсөн административ яза ҡаралған. Сәләмәтлеккә зыян килгән йәки ҙур күләмдә матди зыян килтерелгән осраҡта енәйәт язаһы ҡулланылыуы ла ихтимал.
Административ штрафтар күләме түбәндәгесә: граждандар өсөн - 2000 һумдан 3000 һумға тиклем; вазифалы кешеләр өсөн – 6000 һумдан 15 000 һумға тиклем; юридик берәмектәр өсөн – 150 000 һумдан алып.
Уттың ялы-ҡойроғо юҡ. Һаҡ булайыҡ. Үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла һаҡлайыҡ!
Читайте нас: