Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2020, 12:00

БӨРЙӘН НИСЕК ГАЗЛЫ БУЛДЫ?

Шулай итеп, Бөрйән районы газ үткәреүгә әҙерләнеүҙең иң ауыр процесын үтте һәм Урал аръяғында тәүгеләрҙән булып газ үткәреүҙең кисектергеһеҙ икәнлегенә хоҡуҡ алды.

Шулай итеп, Бөрйән районы газ үткәреүгә әҙерләнеүҙең иң ауыр процесын үтте һәм Урал аръяғында тәүгеләрҙән булып газ үткәреүҙең кисектергеһеҙ икәнлегенә хоҡуҡ алды.
Минең хеҙмәт кенәгәмдә 19-сы һан аҫтында 1988 йылдың 24 сентябрендә сираттағы яҙма яһалды: “Бөрйән район советы. Район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайланды”.
Ә рәйес урынбаҫары булып эшләй башлауым үҙе бер тарих.
Ул ваҡытта Иҫке Собханғолдағы үҙәк ҡаҙанлыҡ һәм райондағы башҡа ҡаҙанлыҡтар өсөн йылылыҡ энергияһы ҙур ғына мәсьәлә ине. Уларға бик күп утын талап ителде. Ә уны әҙерләү бик ауыр эш булды. Район етәкселәре район үҙәгендә был техник мәсьәләне хәл итеүҙә бөгөнгө көндә “Комэнергосервис”-тың административ бинаһы урынлашҡан урында (Салауат урамы, 44) электр энергияһын йылылыҡ энергияһына әйләндереү юлы менән хәл итеү ысулын һайланы.
Ул мәлгә 6 килоВольт көсөргәнеш (напряжение) аҫтында эшләүсе ҙур күләмдәге аккумуляцияланған эҫе һыу һыйҙырышлы электр ҡаҙанлығы бинаһын төҙөү алып барылды. Был эш административ корпусты төҙөүҙән башланды. Ҡиммәтле трансформаторҙар ҡайтарылды һәм төрлө ҡоролмалар комплектацияланды. Был электр ҡаҙанлығының типовой проекты Прибалтиканан килтерелгәйне. Ә, белеүегеҙсә, ул яҡтарҙа ҡыштар йылыраҡ. Проект буйынса, йылылыҡ Матросов урамы буйлап ярты саҡырым самаһы араға ҙур юғалтыуҙар аша ебәрелергә тейеш ине.
Яңы вазифала эш башлап, өс ай үткәс, етәксе ауырып китеү сәбәпле, район советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын да ваҡытлыса башҡарырға тура килде. КПСС-тың район комитетының ул ваҡыттағы беренсе секретары В. Ш. Яҡшыбаевтың кабинетында, инженер-энергетик та булараҡ, был трассала ҙур юғалтыуҙар аша килгән электр энергияһынан алынған бик ҡиммәтле йылылыҡтың район бюджеты өсөн күтәргеһеҙ йөк буласағы тураһында кире ҡаҡҡыһыҙ иҫәп-хисап миҫалдары килтерҙем.
Прибалтиканың климатын Бөрйән районының 30-40 градуслыҡ һыуыҡтары менән сағыштырып булмай. Һәм шунда уҡ йылылыҡ мәсьәләһен Кесе Брәтәк – Иҫке Собханғол газ үткәргесен һалыу юлы менән хәл итергә тәҡдим яһаным. Вәхит Шәрифйән улы, шулай уҡ инженер булараҡ, был техник проектты реаль рәүештә баһаланы һәм хупланы. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ районында эшләгән сағындағы күңелһеҙ тәжрибәһе менән дә бүлеште.
“Баштрансгаз” Урал аръяғының барлыҡ райондарына газ үткәреүгә һәм уларҙы газ яғыулығына күсереүгә ҡаршы була. Мин республиканың киң мәғлүмәт саралары аша Урал аръяғының объектив торошон Бөрйән районы биләмәһенә һәм уның географик роленә баҫым яһап күрһәтергә тәҡдим иттем. Шул уҡ ваҡытта унан был ҡыйыу аҙымды яһауға рөхсәт һораным. Сөнки башҡарма комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусының бындай ғәмәлдәре өсөн КПСС Өлкә комитеты һәм БАССР Министрҙар Советы аша баҫым яһаласағы көн кеүек асыҡ ине.
“Совет Башҡортостаны” гәзитенә “Ағас көл булып оса” тигән мәҡәлә яҙҙым. Ләкин төбәк органдары бер ниндәй ҙә сара күрмәй.
Ә мәҡәләнең асылы түбәндәгегә ҡайтып ҡала ине: Бөрйән районының урман биләмәһе сикле рәүештә генә тотонолорға тейеш, сөнки Бөрйән урмандары Урал төбәгенең сәнәғәт үҙәктәре булған Стәрлетамаҡ менән Магнитогорск араһындағы йәшел һәм экологик буфер булып тора.
Мәҡәләне баҫтырғандан һуң ярты йыл үтте, ләкин бер ниндәй ҙә реакция булманы. Ахыры, мин шул уҡ мәҡәләне рус телендә сыҡҡан “Советская Башкирия” гәзитендә баҫтырҙым. Бәлки, оло быуын кешеләренән кемдәрҙер хәтерләйҙер әле.
Был мәҡәлә йәмәғәтселектә етди резонанс тыуҙырҙы һәм бер аҙна үтеүгә районға бик төплө ғалим, объектив һәм аҡыллы фекер йөрөтөүсе БАССР Урман хужалығы министры Марсель Хәбиб улы Абдулов етәкселегендә ҙур делегация килеп төштө.
Әйткәндәй, Өфө лимонарийы ла, шулай уҡ республиканың урман хужалығындағы башҡа прогрессив технологиялар ҙа уның тәҡдиме һәм туранан-тура уның етәкселеге аҫтында барлыҡҡа килде. Минең экологик иҫәп-хисаптарым һәм һыу һаҡлау зонаһында ағас ҡырҡыу тураһындағы факттарым раҫланды. Йәнә газ яғыулығына күсеү кәрәклеге буйынса минең тарафтан күтәрелгән принципиаль мәсьәлә лә республика кимәлендәге юғары эксперттар тарафынан хупланды.
“Йәшел үпкәләрҙе” максималь һаҡлау һәм Бөрйән районы урмандарын ҡырҡыу буйынса һаҡсыл режим индереү кәрәклеген иҫбатлау өсөн ҡар үрнәктәре (пробалары) алырға ҡарар ителде. Ул ваҡытта Бөрйән урман хужалығы директоры булып тәжрибәле урмансы һәм райондың ысын (был һүҙҙә генә түгел) патриоты Хоҙайғолов Зәки Мазһар улы эшләй ине. Ҡайһы саҡ хатта комик, ләкин тормошсан эпизодтар һәм ваҡиғалар менән ул эксперт нәтижәләренең объектив һәм кәрәкле һөҙөмтәләрен тәьмин итте. В. Ш. Яҡшыбаев беҙҙең ғәмәлдәрҙе тулыһынса хупланы һәм был ябай булмаған процедурала – объектив хәлде булдырыуҙа һәр яҡлап ярҙам итте.
Шулай итеп, Бөрйән районы газ үткәреүгә әҙерләнеүҙең иң ауыр процесын үтте һәм Урал аръяғында тәүгеләрҙән булып газ үткәреүҙең кисектергеһеҙ икәнлегенә хоҡуҡ алды. “Башнипинефть” институтында шунда уҡ Кесе Брәтәк – Иҫке Собханғол отводының газ үткәреү проектына заказ бирелде. Артабан газ үткәреү эше яйланды. Уны проектлауҙа Бөрйән урман хужалығы директоры Зәки Мазһар улы Хоҙайғолов һәм райондың бик тәжрибәле ер эштәре белгесе Сәләх Дәүләтгәрәй улы Әхмәтов етәкселегендә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты.
Ул арала ваҡиғалар үҙгәреп китте – 1990 йылдың 1 майында районда ҡот осҡос һыу баҫыу ваҡиғаһы булды һәм һуңғараҡ район Советы рәйесе итеп Ғ. З. Сәфәрғәлин һайланды. Йыл аҙағына газ үткәргес әҙер ине, ләкин район проект-эҙләнеү эштәре өсөн 250 000 һум аҡса таба алманы. Ахыры, мин Ғ. Сәфәрғәлинға был сумманы райондың бюджет средстволары иҫәбенә түләргә тәҡдим иттем. Сөнки был средстволарҙың йыл аҙағына республика бюджетынан тулыланасағы хаҡында ышаныслы белә инем.
Эштәрҙең бындай үҫеш алыуына район финанс бүлегенең ул ваҡыттағы начальнигы (хәҙер мәрхүм инде) бик ныҡ ҡаршы булды һәм район советы депутаттарының сираттағы сессияһында һәр яҡлап ҡаршылыҡ күрһәтте. Был урында хәлде алдан күҙаллап, ныҡлы ярҙам күрһәткән һәм проекттың хаҡын ваҡытында күсертеүҙе ныҡышҡан Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улының алдан күрә белеү талантына рәхмәт әйтергә кәрәк.
Шулай итеп, Бөрйән районы Урал аръяғы райондарынан бер үҙе проект-смета документацияһын алды һәм “Баштрансгаз”ға төҙөлөш эштәре өсөн тапшырҙы. Етмәгән 250 000 һум аҡсаны район бюджеты ағымдағы йыл аҙағында, декабрь айында, Финанс министрлығынан бер ниндәй проблемаһыҙ кире ҡайтарып алды. Ул ваҡытта бер доллар беҙҙең аҡса менән 90 тин тора ине.
Һыу баҫыуҙан һуң, Ҡағы – Иҫке Собханғол юлын төҙөгәндә, подрядчик итеп юл төҙөү техникалары ныҡ һәйбәт булмаған, хатта көсһөҙөрәк булған “Башлесдорстрой” билдәләнгәйне. Был мәлдә район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып Ғ. Сәфәрғәлин эшләй ине. Аҙна һайын Ҡағы ҡасабаһы Советы бинаһында Министрҙар советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Харлов Алексей Иванович юлдар буйынса оператив кәңәшмә үткәрә торғайны. Ул ябай эшсе ғаиләһенән сыҡҡан һәм бик эшлекле, эшсән кеше ине. Үҙенең ҡул аҫтындағыларға бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәне, бойороҡтарын тыныс һәм ипле генә итеп бирҙе. Ләкин берәү ҙә уға ҡаршы һүҙ әйтмәне, уның бойороҡтарын һүҙһеҙ һәм еренә еткереп үтәне.
Сираттағы тапҡыр Ҡағы ҡасабаһына етеп барған саҡта, УАЗиктың руле артында Юрий Афанасьевич Евстигнеев ине, Ғилман ағай минән был юлы ниндәй мөһим мәсьәләләрҙе күтәреү яҡшыраҡ буласағы тураһында һораны. Мин А. И. Харлов алдында был юлы “тема” буйынса түгел, ә газ үткәреү буйынса һорауҙы күтәрергә тәҡдим иттем. Сөнки уның проекты “Баштрансгаз”да бер ниндәй хәрәкәтһеҙ ята, беҙҙең мөрәжәғәттәргә лә республика ведомствоһы ныҡышмал рәүештә яуап бирмәй ине.
Оперативка ваҡытында Ғ. Сәфәрғәлин Министрҙар Советының беренсе урынбаҫарына (алдан беҙ һөйләшкәнсә) “Башлесдорстрой”ҙың юл төҙөү эшен алып бара алмауын әйтеп, бензовоз менән районға яғыулыҡ ташыу мөмкин түгеллеген, сөнки юл төҙөлөшөнөң 9-сы саҡырымының бик батҡыл булыуы арҡаһында бөтә машиналарҙың үтә алмай ултырыуы тураһында белдерҙе. Артабан “Баштрансгаз”дың Кесе Брәтәк – Иҫке Собханғол отводы буйынса 49 саҡырым 300 метр оҙонлоғондағы газ үткәргесте төҙөй башлауға тотонмауы тураһында өҫтәне.
Был сығышты тыңлағас, А. Харлов газ компанияһының генераль директоры яғына башын бороп, бер генә һөйләм әйтте: “Икенсе оперативкаға газ үткәргес төҙөлә башланған булырға тейеш! Әйтерһегеҙ!” Яуап булып бары тик бер генә һүҙ яңғыраны: “Есть!”.
Был оперативканан һуң шунда уҡ Алексей Иванович миңә үҙенең ҡара “Волга”һына ултырырға ҡушты һәм үҙе лә артҡа минең янға ултырып: “Рәйестең төҙөлөш буйынса урынбаҫары Йәримов, машиналар буксовать итеп, районға йөк алып барып еткерә алмаған урынды күрһәт”, - тине.
Теге урынға барыу юлында Алексей Иванович үҙе менән булған мажараларҙы һөйләне.
1956 йылда, йәш сағында, ул полуторкала шофер булып эшләгән һәм Бөрйәнгә аҙыҡ-түлек, он һәм башҡа тауарҙар ташыған икән. Байназарҙа был мәлдә күпер булмаған (яҙҙан йәйгә күскәнерәк осор хаҡында һүҙ баралыр инде). Улар Ағиҙел йылғаһы аша кисеүҙән сыға башлағандар. Беренсе тапҡыр китеп барыусыларға, әлбиттә, был кисеү таныш булмаған. Машина бер тәрән урында һүнә һәм йылғаның уртаһында ултырып ҡалалар. Шул ваҡыт урында йәшәүселәр күреп ҡалып, ярҙам күрһәтә башлайҙар. “Захар”ҙы ҙур ҡыйынлыҡ менән һыу эсенән үҙҙәренең техникаһына таҡтырып ярға сығаралар. Ҡунаҡсыл башҡорттар шоферҙың үҙен дә ашатып, тыштан да, “эстән”дә йылыталар.
Шул рәүешле ул, үҙенең һүҙҙәренә ҡарағанда, аҙнаға яҡын, тура мәғәнәһендә, ябай башҡорт халҡында ҡунаҡта була. Байназар ауылында йәшәүселәр машинаның йөгөндәге бер нәмәгә лә теймәй, свечаларын киптереп, машинаны ҡабыҙырға һәм Иҫке Собханғолға барырға ярҙам итәләр. Бөрйән районы халҡы тураһында был ҙур етәкселә шундай яҡшы фекер ҡалған икән.
Ошо урында А. И Харловтың зыян күреүселәрҙе яҡлаусы булараҡ та айырым сифаттарын иҫкә алмай булдыра алмайым. Был хаҡта үҙе үлгәндән һуң ҡатыны республика гәзиттәренең береһендә яҙғайны. Тирлән ауылында Демидов ваҡытында төҙөлгән плотинаның йырылып китеп, бик күп емереклектәргә, тиҫтәләгән ҡорбандарға сәбәпсе булыуы хаҡында яҡшы билдәле. 30-40-лап йортто һыу ағымы алып киткәйне.
Ҡатыны А. Харловтың “зыянды ҡаплау һәм емереклектәрҙе тергеҙеү өсөн средство һорап” Рәсәй Президенты Б. Ельцинда ҡабул итеүҙә булыуы тураһында яҙа. Башҡортостан вәкиленең ныҡышмалы үтенесенә Б. Ельцин: “Мин, Ельцин, Рәсәй Президенты. Аҡса бирмәйем!” тигән. Быға яуап итеп Алексей Иванович урынынан һикереп торған һәм уның янына барып, Ельциндың танауы төбөндә генә өҫтәлгә йән асыуына һуҡҡан һәм: “Ә мин Харлов, Башҡортостандан етәксемен һәм катастрофала үлгәндәр өсөн һорайым”, тигән. Ельцин башын һелкеп ултырған да финанс ярҙамы һоралған хатҡа ҡул ҡуйған.
Юлдың батҡыл урынына барып еткәс, А. Харловҡа ҡабатлап “Башлесстрой” подрядчигын ҡеүәтлерәк техникаһы булған Белорет ДСУ-6 ойошмаһы менән алыштырыуҙы үтендем һәм тәҡдим иттем. Сөнки был 1990 йылдың 1 майындағы һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүгә етди ҡаршылыҡ тыуҙырыусы ысын-ысындан хәсрәт-юл ине. Шунда уҡ түгел, ләкин ярты йыл үтеүгә, ысынлап та, юлдың беҙҙең участогына көслөрәк төҙөлөш ойошмаһын күсерҙеләр.
1991 йылдың мартындағы үрҙә телгә алынған оперативканың икенсе көнөнә район Советы башҡарма комитетына ашығыс мөҙҙәтле рәсми саҡырыу килеп төштө. “Баштрансгаз” хеҙмәткәрҙәренән. Ул Кесе Брәтәк – Иҫке Собханғол отводы буйынса газ үткәргестең төҙөлә башлауы тураһында ине. Подрядчик итеп “Нефтепроводмонтаж” тресының СМУ-1 ойошмаһының бик көслө Шишмә төҙөлөш-монтаж идаралығы билдәләнгәйне. Артабан райондағы предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре көсө менән Алағуян йылғаһынан алып Кесе Брәтәк йылғаһына тиклем урман трассаһы ҡырҡылды.
Төҙөлөш барышында төрлө ҡыйынлыҡтар, ҡатмарлыҡтар тыуа торҙо. Бер бигүк күңелле булмаған факт та хәтерҙә ҡалған. 30 саҡырымлыҡ 300 миллиметр диаметрлы ҡалын стеналы торбалар килтерелгәндән һуң “Нефтепроводмонтаж” тресының генераль подрядчигы район Советы башҡарма комитетына етмәгән күләмде эҙләшергә ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Сығышы менән Бөрйәндән булған бер ҙур етәкселә ҡабул итеүҙә булғанда, беҙ Ғилман Зәйнәғәле улы менән барғайныҡ, мин 20 саҡырым оҙонлоҡтағы ҡалын стеналы торбалар табыу буйынса мәсьәләне күтәреп, уны табышыу буйынса каналдары юҡмы икәнлеген һораштым. Ләкин яуап бер аҙ аптырауға һалды: “Газ әллә була, әллә юҡ. Юҡ нәмә менән булышма”.
Ләкин был торбалар табылды. Улар Рәсәйҙең алыҫ төбәктәренән тимер юл буйлап ебәрелде. 1995 йылға газ үткәргестәге юғары баҫымға иҫәпләнгән ҡалын стеналы торбалар һалынды. Ә инде 1996 йылға подряд ойошмаһы Иҫке Собханғолдағы үҙәк ҡаҙанлыҡҡа тиклем урамға газ селтәрҙәрен һалыу эшенә тотондо.
Шулай итеп, Бөрйән районы Урал аръяғы райондары араһында беренсе булып магистраль газ үткәргес аша газ алыуға өлгәште.
Читайте нас: