Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 11:00

БӘХЕТ СЕРЕ - БЕР-БЕРЕҢДЕ АҢЛАЙ БЕЛЕҮҘӘ

15 май - Халыҡ-ара ғаилә көнө.

15 май - алыҡ-ара ғаилә көнө.
Баҙал биҫтәһендә өлгөлө, яуаплы, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән һоҡланғыс парҙар күп.
Бөгөнгө геройҙарым - Шәйхислам һәм Әлиә Хөснөтдиновтар.
Шәйхислам - Яңы Мөсәт ауылы егете. Ғаиләлә Шәйхислам үҙенән бәләкәй һеңлеһе һәм ҡустыһына өлгө, апайҙарына һәм әсәһенә ярҙамсы булып үҫә. 4 йыл армия хеҙмәтенән һуң тыуған Бөрйәненә ҡайтып, урман хужалығында водитель булып эш башлай.
Ғәлиәкбәр ауылы һылыуы Әлиә Ғүмәрова мәктәп йылдарынан уҡ теүәл фәндәргә өҫтөнлөк бирә, ошо ҡыҙыҡһыныуы уны хисапсы һөнәрен алыуға этәрә. Ул Бөрйән урман хужалығында - һатыусы булып, аҙаҡ хисапсы булып эшләй. Шул мәлдә яҙмыш уларҙы осраштыра.
Яңы Мөсәттә йәшәүсе апаһы Светлана, концерттан һуң уларҙы таныштырып: “Һәйбәт кенә оҙатып ҡуйырһың һеңлемде”, - тип һеңлеһен Шәйхисламға тапшырып ҡайтып китә. Ҡунаҡҡа килгән һеңлеһен ышаныслы егет ҡулына ҡалдырып, апаһы яңылышмаған. Шәйхислам ышанысты аҡлай, уларҙың татыу ғына тормош көтөүҙәренә 18 йыл да була.
Йәштәр 2003 йылда өйләнешеп, Баҙал биҫтәһендә өй төҙөп сығалар. 19 йәшлек кенә сағында кейәүгә сыҡһа ла, донъя көтөүгә шәп була Әлиә.
-Донъя көтөү, ғаиләмде хәстәрләү - яратҡан шөғөлөм, - ти ул.
Дүрт балаға матур тәрбиә биреп үҫтерә Хөснитдиновтар. Нурисламдары Ишембай нефть колледжында белем ала, Камила - 6-сы, Миңһылыу 4-се класта уҡый, бәләкәй Мансурҙары - балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.
-Балаларым аҡыллы, тәртипле, итәғәтле булып, олоно – оло, кесене кесе итә белеп үҫһендәр, тием, - ти хәстәрлекле әсәй.
Малайҙары ла эш рәтен белеп, ҡыҙҙары үҙҙәре үҫтергән сәскә кеүек йортҡа йәм, нур биреп, кесе туғандарын ҡарашып үҫеп киләләр.
Үҙе бәйләргә, сигергә, бешеренергә оҫта Әлиә ҡыҙҙарын да ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлөнә ылыҡтыра алған. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылыусы Әлиә әлеге ваҡытта гөл һауыттары аҫтына салфеткалар бәйләү менән мәшғүл. Әйткәндәй, бәләкәй балаһы менән декрет ялында сағында ла тик ултырыуҙы белмәй, буҙа әҙерләп, сәк-сәк, бәлештәр бешереп һатҡан. Әле ул Баҙал балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй.
-Мал көтәбеҙ, ғаиләмде үҙебеҙ етештергән таҙа аҙыҡ-түлек менән һыйлағым килә. Йыл һайын ҡош-ҡорт алабыҙ, балалар ҙа эш белеп үҫәләр, - ти уңған хужабикә.
Баҡса үҫтерергә яратыусы Әлиә өй эсендә сәскәле гөлдәргә ҡарағанда күберәк декоратив гөлдәргә өҫтөнлөк бирә. Ҡул эшенә оҫта иптәше айырым сәскә баҡсаһы ла эшләп биргән.
Газ, һыу үткәрелгән, заманса йыһазландырылған әйләнеп сыҡмалы күркәм өйҙәре тиҙҙән генә матур гөл-сәскәгә күмелеп, тирә-яҡты йәмләп ултырыр.
Полиция органдарында конвоир водителе булып эшләп, 39 йәшендә хаҡлы ялға сыҡҡан Шәйхислам да ғаиләһен етеш тормошта йәшәтеү өсөн бар көсөн һала.
-Өй тигәс, өй ҙә өй, тигәндәй, йортобоҙҙо уңайлы, ҡотло итеү өсөн тырышабыҙ. Өй төҙөгәндә ата-әсәйемдең, туғандарыбыҙҙың, ҡәйнәмдең ярҙамы бик ҙур булды. Оҫта ҡуллы атайым бар яҡлап та булышлыҡ итте. Бер эшкә лә кеше ялламаныҡ, иптәшем менән бергә барыһын да үҙ көсөбөҙ менән булдырҙыҡ.
Ҡәйнәм яңғыҙы биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Егәрле, тырыш, тура һүҙле ҡәйнәм балалары өсөн атай ҙа, әсәй ҙә. Ул балаларына матур тәрбиә биргән, - ти Әлиә.
Ғаиләлә һауыт-һаба шылтырамай тормай, әлбиттә, әммә бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, татыу ғүмер итә Хөснөтдиновтар.
Тап улар кеүек тормош юлында бер-береңде тыңлай белеп, икең бергә тартҡанда ғына тормош алға бара, балалар ҙа үҙҙәрен бәхетле тоялыр.
Читайте нас: