Йәмғиәт
12 Мая 2020, 11:25

АҒАС ҮҪЕНТЕЛӘРЕ УЛТЫРТЫЛА

Бөрйән урман хужалығының Көньяҡ Үҙән урмансылығында йыллыҡ планға ярашлы ҡарағай ағасы үҫентеләрен ултыртыу буйынса эштәр башҡарыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөрйән урман хужалығының Көньяҡ Үҙән урмансылығында йыллыҡ планға ярашлы ҡарағай ағасы үҫентеләрен ултыртыу буйынса эштәр башҡарыла.
- Урмансыларға Байғаҙы ауылы ир-егеттәре ярҙамлаша. 5 майҙа, һауа шарттарының яҡшы тороуын файҙаланып, 30 гектар майҙандың 21 гектарында ағас үҫентеләре ултыртылды. Ҡалған майҙанды ла уңышлы сәсеп бөтөргә өмөтләнәбеҙ, - ти Бөрйән урман хужалығының Көньяҡ Үҙән урмансылығы мастеры Ильяс Сәйфетдинов.
Урмандар - ерҙең йәшел ҡалҡаны. Был ҡалҡандың имен булыуы беҙҙең ҡулда.