Ике уңған пар килһә, донъя алға китеүсән. Мораҙым уңғандары Радик менән Рәғиҙәнең матур ғаиләһе хаҡында һүҙ.
Моратшин Радик Байбулат улы 1968 йылда тыуған.Байназар урта мәктәбен тамамлағандан һуң, колхозда малсылыҡта эшләй. Бәләкәй саҡтан теремек, бөтә ергә өлгөр егет бик тырышып, еренә еткереп атҡара яратҡан эшен.
1999 йылда Буранова Рәғиҙә Кәбир ҡыҙы менән яҙмышын бәйләй ул. Иҫке Монасип ауылында тыуып-үҫеп, урта мәктәпте тамамлағас, Белорет ҡалаһында тегеүсе һөнәрен үҙләштереп, 5 йыл ҡалала эшләп, эш һәм тормош тәжрибәһен арттырған ҡыҙ егәрле егеткә мас ҡына була ла ҡуя.
Бөгөнгө көндә Моратшиндар бик матур итеп донъя көтәләр. Ҡыҙҙары Рәзинә Белоретта медицина колледжының 1-се курсында тырышып белем ала, ә улдары Юлдаш Иҫке Собханғолдағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалында уҡып йөрөй.
Ғаилә башлығы, колхоз тарҡалғас, аптырап ҡалмай, күпләп мал аҫырай, картуф, йәшелсә-емеш үҫтереп, йыл да мул уңыш алалар. Хатта баҙарға сығарып һатып та аҡса эшләйҙәр. Ауыл уңғандарының баҡсалары йәй ғүмерендә гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Ябай хеҙмәт кешеләре булһалар ҙа, улар ихтирамға лайыҡ, өлгөлө ғаилә ҡорған – ошо ниғмәттәре киләсәктә лә ташламаһын!