Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2020, 12:00

ИР-ЕГЕТТӘР ӘҮҘЕМЛЕК КҮРҺӘТТЕ

Апрель баштарындағы көслө ел мәлендә Иҫке Монасип һәм Яңы Монасип ауылдарын тоташтырған күпер сафтан сыҡҡайны. Дауыл ныҡ сайҡап, күперҙе күтәреп торған ленталар һәм тростар өҙөлгән. Һөҙөмтәлә, ул техника сығыу түгел, кешеләргә йөрөү өсөн дә яраҡһыҙ булып ҡалды. Бәйләнеш туҡталды.

Ләкин, шөкөр, беҙҙә ауылы өсөн йән атып йәшәгән ир-уҙамандар бихисап – ауыл хакимиәте башлығы Хәбир Йомағолов етәкселегендә күперҙе ремонтлап та ҡуйҙылар.
Күмәк ағас дауылдан ҡурҡмай, тигәндәй, Иҫке Монасиптан Данил Ҡотлобаев, Рәжәп, Рәмил, Ихсан Көнәфиндар ҙур әүҙемлек күрһәттеләр.
Ағас, тимер эшенә оҫта Владик, Ансар Әмирхановтар, улдары Илнур менән Маргизды ла алып, үҙ эш ҡоралдары менән ихлас ҡатнаштылар.
Иң ауыр эштә – юғарыла ленталарҙы йәбештереүҙә Маргиз үҙенең етеҙлеген, оҫталығын күрһәтһә, Ихсан таҡта менән ярҙам итте. Һөҙөмтәлә, күперҙең, иҙәндәре лә яңыртып түшәлде.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, һәр кем үҙ тапҡырында бурысын еренә еткереп үтәгәс, эш ырап ҡына барҙы.
Ағалы-ҡустылы Инсаф, Илнар Үтәбаевтар, Илһам Буранов, Раян Йомағоловтар ҙа ең һыҙғанып эшләне.
Ир-егеттәр сеткаларҙы, тростарҙы тарттырып, оло донъя менән берҙән-бер бәйләнеш сығанағы булған күперҙе сафҡа индереп тә ҡуйҙы. Берҙәмлек еңде!
Бына шулай бик тә сауаплы эш башҡарҙы ауылыбыҙ ир-егеттәре.
Берҙәмлектә – тереклек. Эшһөйәр, оҫта, дәртле ир-егеттәребеҙгә бик тә рәхмәтлебеҙ. Монасиптарҙың спортҡа, уйын-көлкөгә генә түгел, эшкә лә әүҙем икәнлектәрен күрһәтте был сара. Афарин!
Читайте нас: