Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2020, 14:00

ҠАҒИҘӘЛӘРҘЕ ҮТӘЙЕК

Яҙғы-йәйге миҙгел яҡынлашыу менән райондың тораҡ пункт-тарында һәм юлдарҙа эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдар мәсьәләләре менән хәлдәр киҫкенләшә. Берәҙәк мал ниндәй проблема һәм хәүеф тыуҙыра һуң? Административ комиссияның яуаплы секретары Ғ. Айытбаев менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

Яҙғы-йәйге миҙгел яҡынлашыу менән райондың тораҡ пункт-тарында һәм юлдарҙа эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдар мәсьәләләре менән хәлдәр киҫкенләшә. Берәҙәк мал ниндәй проблема һәм хәүеф тыуҙыра һуң? Административ комиссияның яуаплы секретары Ғ. Айытбаев менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Беренсенән, был кешеләр, бигерәк тә бәлиғ булмағандар хәүефһеҙлеге өсөн ҡурҡыныс. Балаларҙың ат тояғы аҫтында ҡалмауына, йә булмаһа һыйыр мөгөҙөнә эләкмәүенә бер ниндәй ҙә гарантия юҡ. Ә автомобиль юлдарында йөрөгән малдар - водитель һәм пассажирҙар өсөн юғары хәүеф сығанағы. Миҫалдар беҙҙең район буйынса байтаҡ.
Икенсенән, был беҙҙең урамдарҙағы тәртип һәм таҙалыҡҡа ла йоғонто яһай. Хужалары үҙ малдарының артынан таҙалап йөрөмәй бит. Мал тиҙәге менән бысранған урамдарҙан, тротуарҙан йөрөргә бер кем дә теләмәй. Өсөнсөнән, берәҙәк мал күп булғас, тораҡ пункттарын клумбалар, сәскә түтәлдәре, йәш үҫентеләр менән биҙәү мөмкинлеге юҡ, сөнки кәзәләр бейек ҡойма менән кәртәләнгән урындарға ла менәләр. Йорттар, учреждениелар, ойошмалар алдындағы сәскә клумбалары ниндәй матур күренер ине. Дүртенсенән, берәҙәк мал баҡса хужаларына уларҙың сәскән мөлкәтен ашап ҡына зыян итмәй, ә уларҙы ҡоймаларын нығытыуға, бәлки, ҡапларға кәрәк тә булмаған ярыҡтарын ямарға өҫтәмә сығымдар түгергә мәжбүр итә.
- Тимәк, берәүҙәрҙең бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ тояҡлы мал көтөргә тырышыуы икенселәренә «ҡырын» барып төртөлә.
- Эйе, аттар, һыйырҙар, һарыҡ һәм кәзә малдарының нисек көтөлөргә тейешлеген закон аныҡ билдәләй, йәғни улар хаҡында туранан-тура мал хужаһы үҙе ҡайғыртырға тейеш. РФ Граждандар кодексының 210-сы статьяһына ярашлы, бөтә яуаплылыҡ милек хужаһы иңендә ята. Ауыл хакимиәтенә килгәндә, ул был процесты тик контролдә тоторға ғына бурыслы. Бөтә ауыл Советтарында ла ауыл хужалығы хайуандарын ҡыуыу, көтөү ҡағиҙәләре булдырылған. Ҡағиҙә буйынса, ауыл хужалығы хайуандарын көтөү урындарына ҡыуыу тик мал хужалары, йә булмаһа уларҙың тәғәйен вәкилдәренең мотлаҡ күҙәтеүе аҫтында барырға тейеш. Торлаҡ йорттар, балалар майҙансығы, скверҙар, парк, дөйөм ҡулланылыштағы башҡа урындарҙың биләмәләрендә малдарҙы ҡыуыу тыйыла. Ауыл хужалығы малдары кәртәләнгән көтөүлектәрҙә хужаһының, йәғни уларҙың вәкилдәренең, көтөүселәрҙең күҙәтеүе аҫтында көтөлөргә тейеш.
- Был ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн ниндәй язалар ҡаралған?
- Ауыл хужалығы малдарын ҡыуыу, көтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн Башҡортостан Республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексының 7.3-сө статьяһына ярашлы, граждандар өсөн - бер меңдән өс мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә - биш меңдән һигеҙ мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә - ун биш меңдән егерме мең һумға тиклем административ штраф ҡаралған. Әйткәндәй, шәхси эшҡыуарҙар һәм КФХ етәкселәре вазифалы кеше булараҡ яуаплылыҡ тоталар.
Хөрмәтле граждандар, йорт хайуандарын аҫрау һәм көтөү ҡағиҙәләрен үтәйек. Улар малдарҙың хужаларына ҡаршы төҙөлмәгән, уларҙың хоҡуҡтарын боҙмай, ә бары тик бөтә район халҡы һәм ҡунаҡтарының тыныс йәшәүен, үҙебеҙҙең район биләмәһе буйлап тыныс йөрөүен гарантиялай.
Читайте нас: