Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2020, 18:00

МӘСЕМ ТАУЫНА САМОЛЕТ ТӨШТӨ…

Болоттар эсендәге АН-2 самолетының яҡындараҡ ҡына тигеҙ генә геүләүе ишетелде һәм геүләү ҡапыл ғына моторҙың көслө үкереүенә әйләнде. Ә бер нисә секундтан тирә-яҡ тып-тын ҡалды, мотор тауышы бөтөнләй тынды.

Болоттар эсендәге АН-2 самолетының яҡындараҡ ҡына тигеҙ генә геүләүе ишетелде һәм геүләү ҡапыл ғына моторҙың көслө үкереүенә әйләнде. Ә бер нисә секундтан тирә-яҡ тып-тын ҡалды, мотор тауышы бөтөнләй тынды.
1997 йылдың көҙ урталары ине. Түбәндә генә йөҙгән ялбыр болоттар тотош күк йөҙөн ҡаплап алған.
Төштән һуңғы мәл. Мин объекттан ҡайтып килешләй, Өрәкле тауының иң юғары нөктәһендә туҡтаным. Болоттар эсендәге АН-2 самолетының яҡындараҡ ҡына тигеҙ генә геүләүе ишетелде һәм геүләү ҡапыл ғына моторҙың көслө үкереүенә әйләнде. Ә бер нисә секундтан тирә-яҡ тып-тын ҡалды, мотор тауышы бөтөнләй тынды. Мин аптыранғаныраҡ халәттә машинаға барып ултырып, өйгә ҡарай юлымды дауам иттем. Артабан тормош ығы-зығыһы менән был эпизод баштан сығып китеп, икенсе планға күсте.
Кискеһен, етеләр тирәһендә, миңә район хакимиәте башлығы шылтыратып, берәй ҡазаға тарыған самолет тураһында мәғлүмәт юҡмы икәнлеген һорашты. Үҙе Ғәлиәкбәр яғына китеп барыуы тураһында әйтте. Мин, Бөрйән районының граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса штабы начальнигы булараҡ, бер ниндәй ҙә рәсми мәғлүмәт булмауы хаҡында хәбәр иттем.
Бер сәғәт самаһы үткәндер, инде буйтым ҡараңғы төшкәйне, миңә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан Иҫке Мөсәт – Ғәлиәкбәр – Мәндәғол ауылдары географик өсмөйөшөндә АН-2 самолетының бәләгә тарыуы тураһында күрһәтмә килеп төштө. Беҙгә бер ниндәй ҙә координаталар бирмәнеләр. Етмәһә, ҡар ҡатыш ямғыр яуа.
Төндә, ҡотҡарыу төркөмдәрен күтәреп, таулы һәм үтеп сыҡҡыһыҙ урмандар ҡаплаған бик ҙур майҙанда ҡолаған самолетты эҙләргә кәрәк, тигән бойороҡ булды. Мин шунда уҡ, исмаһам, яҡынса координаталары юҡмы икәнлеген һораным. Сөнки, тегеләй булғанда, бик насар шарттарҙа (ҡараңғы төн, томан, ҡар ҡатыш ямғыр яуа, 50 метрҙан алыҫта бер нәмә лә күренмәй) кәбән эсенән энә эҙләү һымағыраҡ килеп сыға. Урындың билдәләрен алыу өсөн бәйләнеш бармы, тип һораным. Миңә, самолет төшкән ерҙә усаҡ яҡҡандар, бәйләнеш бар ине, ләкин аккумуляторҙарҙың көсө бөтөп бара, бортта 15 кеше, ҡорбандар юҡ, кешеләр ярҙам көтә, тип яуап бирҙеләр. Башҡа бер ниндәй ҙә ентекле мәғлүмәт булманы. Һуңғараҡ Өфөләге башҡа МЧС-никтарҙан түбәндәге мәғлүмәтте “һөйрәп” алдым – киске биштәр тирәһендә Ми-8 вертолеты шул яҡҡа юл алған һәм ҡазаға тарыған АН-2 менән радиобәйләнешкә ингән. Тимәк, самолет бәләгә тарыған урындың координаталары теүәл билдәле тигән һүҙ. Тик ниңәлер был мәғлүмәтте беҙҙән йәшерәләр.
Ошо сәбәп арҡаһында, мин, төнгө осоштарҙы ойоштороу тәжрибәм булған авиабелгес булараҡ, бәләгә тарығандарҙы ҡотҡарыу буйынса операцияның йәшерен булыуын тойомланым. Сөнки үҙем Хәрби һауа көстәренең Сердобскиҙағы уҡыу (өйрәнеү) вертолет полкында Ми-8 вертолетында стажировка үткәйнем.
Бөрйән районында ҡалған ғына колхоз һәм совхоздарҙың иҡтисади хәле бик ауыр ине. Яғыулыҡ-май материалдары һәм аҡса средстволары юҡ. Ләкин республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хужалыҡтарҙың сығымдарын кире ҡайтарырға вәғәҙә бирҙе. Шуға ҡарамаҫтан, районда тревога буйынса ҙур ҡыйынлыҡ менән биш ҡотҡарыу-эҙләү төркөмөн генә эшкә егә алдыҡ. Аҫҡар, Исламбай яғынан – Баҙал тауы башы, Ғәҙелгәрәй, Ҡотан, Кейекбай яғынан – Ямаш йылғаһы буйлап Мәсем тауы яғы, Ғәлиәкбәрҙән Әлеш, Ҡарағасйорт яҡтары тирәһендә эҙләү ойошторорға ҡарар иттек. Ә Мәсем, Баҙал тауҙары тирәһендәге эҙләнеү буйынса иң көслө төркөмдө ул ваҡыттағы ДРСУ етәксеһе Йосопов Зәйнулла Йосоп улы ойошторҙо. Улар был эшкә дүрт тәгәрмәсенә лә сылбыр кейҙерелгән Т-150 тракторын йәлеп итте. Начальник үҙе УАЗикта “Моторола” мобиль рацияһы менән сыҡты. Мин был ғәҙәттән тыш хәл буйынса төркөмдөң эшендә шунда уҡ хәрби ышаныслылыҡты тойҙом.
Минең штабта “Моторола” маркалы стационар рация бар ине. Беҙ шуның аша даими рәүештә төркөмдәр менән бәйләнештә булдыҡ. Рациялы төркөмдәр эҙләү барышы тураһында даими хәбәр итеп торҙолар. Улар ҡайһы бер урындарҙа томанда һәм ҡар ҡатыш яуған ямғыр шарттарында бер нисә аҙымдан бер нәмә лә күренмәүен әйттеләр.
Сығышы менән Бөрйәндән булған республика кимәлендәге ҙур ғына бер етәксе штабҡа шылтыратып, эҙләү районына Өфөнән, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан составында альпинистар булған йәйәүле десант ташланғанын әйтте һәм, әгәр был махсус төркөм бәләгә тарыған самолетты район эҙәрмәндәренән алдараҡ табып алһа, ул шәхсән үҙе беҙҙең барыбыҙҙы ла биләгән вазифаларыбыҙҙан бушатасағы хаҡында белдереп, янап ҡуйҙы.
Шулай итеп, райондың эҙләү төркөмдәре төнө буйына мөмкин булған һәм хатта мөмкин булмаған бөтә юлдар һәм һуҡмаҡтар буйлап йөрөп сыҡты. Ә теге баш ҡаланан килгән йәйәүле махсус төркөмдәр бөтөнләй бер нәмә лә эшләй алманылар.
Иртәнсәк тревогаға отбой бирелде. Бәләгә тарыған самолеттың Мәсем тауында, Ҡыҙҙар ташынан алыҫ түгел, Мәндәғол йәйләүенән яҡынса 300 метр алыҫлыҡта ятыуы хаҡында хәбәр килде. Ул тирәнән тракторҙа үткән беҙҙең эҙәрмәндәр самолеттағылар яҡҡан усаҡты аңғармаған. Сөнки самолет йәшертенерәк ерҙә - Ҡыҙҙар ташы һәм Мәсем тауының түбәһе ҡаплаған тирәләрәк ятҡан булған.
Беҙ Зәйнулла Йосоп улы менән уның УАЗигында, фотоға төшөрөү аппаратураһын алып, Кейекбай аша периметры буйынса ҡып-ҡыҙыл миләштәр менән уратып алынған аҡланға барып сыҡтыҡ. Мәсем тауының түбәһе тирәһендә, әйтерһең дә, зыян күреүселәрҙе ҡотҡарыуға мөмкинлек булһын өсөн махсус асылған, тигәндәй, күк йөҙө аяҙ, болоттар юҡ ине. Ә эргә-тирәләге тауҙар тулыһынса болот эсендә һәм ҡараңғылыҡта…
Самолетҡа яҡынлағас, хәлде шунда уҡ баһаланым: кешеләр бары тик мөғжизә менән генә, бары тик пилоттарҙың профессионаллеге арҡаһында ғына имен ҡалғандар. Командир, күрәһең, хәлде күҙ асып-йомғансы баһалаған. Сөнки самолет уң яҡтан Ҡыҙҙар ташы тапҡырына – туп-тура тауҙың түбәһенә йүнәлгән булған. Командир бер нисә секунд эсендә двигателгә максималь әйләнештәр (обороттар)биргән, винттың көрәктәренең эшләү режимын (рабочий шаг) арттырыу өсөн аҙағына тиклем борған һәм штурвалды һул яҡҡа ҡырынайтып, үҙенә тартҡан. Һәм был бер нисә секунд эсендә эшләнгән хәрәкәттәр 1000 ат көсөнә эйә двигателде буйһондороп, бөтә пассажирҙарҙы һәм экипажды ҡотҡарып ҡалырға ярҙам иткән. Улар бары тик тәндәре еңелсә күгәреүҙәр менән генә ҡотолғандар.
Күп тонналы машинаға яйлабыраҡ барып ултырырға йәш ҡайындар ярҙам иткән. Улар, самолеттың ауырлығы аҫтында бөгөлөп, амортизациялап, осоу тиҙлеген бер ни тиклем кәметеүгә булышлыҡ иткәндәр. Тартыу (тяга) винты менән двигатель корпустан айырылып, фюзеляждың алдында ята ине. Самолеттың ҡанаттары һәр яҡтан яртышарға ҡырҡылған. Ләкин бензин багына теймәгәндәр. Ә уларҙа күп актан авиация бензины шул килеш һаҡланып ҡалған һәм аҙаҡтан аэропорт начальнигының “Нива”һы өсөн бик оҙаҡҡа яғыулыҡ булып хеҙмәт итте әле.
Түбәндәрәк, ҡая аҫтында, бесәнлек аҡланында Ми-8 вертолеты тора ине. Уға бик йәшертен һәм ҡабалан тәртиптә зыян күргән пассажирҙар һәм экипаж, авария сәбәптәрен тикшереүсе эксперттар тейәлә. Минең был операцияның бик йәшертен булыуы хаҡындағы тойомлауҙарым дөрөҫкә сыҡты һәм иҫбатланыу тапты: беҙҙең менән бер кем дә һөйләшмәне һәм бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәне. Беҙ инде бер кемгә лә кәрәк түгел һәм “яҙмыш ҡарамағына” ташланған инек. Эҙләү эштәре өсөн тотонолған яғыулыҡ-майҙы кире ҡайтарыу, техниканы йәлеп итеү, аҡсалата түләүҙәр йәһәтенән дә…
Аҙаҡтан асыҡланыуынса, Сибай – Өфө рейсы самолеты курс буйынса бейек тауҙар зонаһына инмәҫкә тейеш булған. Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында самолет командиры, инструкцияны боҙоп, туранан осорға ҡарар итә һәм Балтика системаһы буйынса 1040 метр тигән картографик билдәгә эйә Мәсем тауының яҡынса 1020 бейеклектәге түбәһенә эләгә. Бейеклекте үлсәүсе прибор (высотомер), күрәһең, әҙерәк дөрөҫөрәк күрһәтеп еткермәгәндер, бәлки... Тағы ла 30-50 метр бейеклеккә генә күтәрелгәндә самолет бер ниндәй бәләгә лә эләкмәҫ ине. Шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы метеорологик һәм алда бер нәмә лә күренмәгән шарттарҙа пилотҡа осоштоң бейеклеге менән ерҙең күренеүенә ҡарап тоҫмаллауҙың икеһенең береһен һайларға тура килә. Командирҙың оҫталығы иң юғары баһаға лайыҡлы. Ләкин үҙ белдеге менән курсты үҙгәртеүе һәм осош инструкцияһын боҙоуы иң насар һөҙөмтәгә “һөйрәй”.
Зыян күреүселәрҙе алырға теге вертолет төшкән Ҡыҙҙар ташы аҫтындағы аҡланда 2010 йылда булған, әсәһе яғынан башҡорт тамырлы Кипр әүлиәһе Мәхмүт Эдил ән-Нәҡшбәндиәнең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, унда борон мәсет булған. Уның бөгөнгө көндә нигеҙ таштары ғына ҡалған. Нәҡшбәндиә фекеренсә, был изге ерҙәр һәм, күрәһең, шул арҡала ғына авиацияға бәйле ваҡиғала ҡорбандар булмаған. Ә бит самолеттан, практик алғанда, бер нәмә лә ҡалмаған. Бары тик пассажирҙар булған фюзеляж ғына имен. Кешеләрҙең ҡайһы берҙәренең генә тәндәре күгәргеләгән, бәғзеләренең сыйылған ере лә юҡ. Фотола һәм Японияла етештерелгән аппаратура менән төшөрөлгән кинотаҫмаларҙа был асыҡ күренә.
Бөрйән район хакимиәте тарафынан был самолетты эҙләүгә сарыф ителгән средстволарҙы кире ҡайтарып алыу өмөтө менән фото-видео материалдар йыйылып, иҫәп-хисап эштәре әҙерләнде. Был документтар һәм хужалыҡтарҙың сығымдарын кире ҡайтарыу үтенесе менән район хакимиәте башлығы Башҡортостан Республикаһы властарының иң юғары кимәленә тиклем барып етте. Район башлығы әйтеүенсә, материалдарҙы сүп һауытына ташлап, был мәсьәләне күтәреүҙе тыйғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, райондың ул ваҡыттағы етәксеһенең хужалыҡтарҙың һәм фермерҙарҙың мәнфәғәтен түбәнерәк власть кимәлендә яҡларға ныҡышмалылығы етеңкерәмәне.
Ул ваҡытҡа “Өфө” аэропорты халыҡ-ара статусҡа эйә ине инде. Халыҡ-ара килешеүҙәргә ярашлы, донъя кимәлендә бер моторлы самолеттарҙы пассажирҙар өсөн осоу средствоһы булараҡ файҙаланыу тыйылған. Был килешеүҙәрҙе боҙған хәлдә бындай аэропорттарға бик етди санкциялар ҡулланыла.
Кире һөҙөмтә булһа ла, мин республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр линияһы буйынса хужалыҡтарҙың сығымдарын кире ҡайтарыу мәсьәләһе буйынса бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп ҡараным. Ләкин был мәсьәләне бер кем дә хәл итергә теләмәне. Ведомстволарҙың ғәҙәттән тыш хәлдәргә бындай мөнәсәбәтен иҫәпкә алып, райондың бөгөнгө етәкселегенә ниндәйҙер тейелмәй торған запас булдырыу, финанс сығымдарын иҫәпкә алыу һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға төп сығымдарҙы булһа ла кире ҡайтарыу мөмкинлеге тураһында уйлап ҡуйыу мөһим.
Читайте нас: