Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2020, 14:00

ИМЕНЛЕК ҺАҠСЫЛАРЫ

Бөгөнгө көндә беҙҙең 73-сө янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтендә 35 кеше эшләй. Улар барыһы ла махсус күнекмә һәм курстар үткән. Йыл һайын Белорет һәм Өфө ҡалаларында һөнәрҙәренә яраҡлыҡтары буйынса имтихан тапшыралар.

Бөгөнгө көндә беҙҙең 73-сө янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтендә 35 кеше эшләй. Улар барыһы ла махсус күнекмә һәм курстар үткән. Йыл һайын Белорет һәм Өфө ҡалаларында һөнәрҙәренә яраҡлыҡтары буйынса имтихан тапшыралар.
Тәү ҡарашҡа сәйерерәк күренһә лә, янғын һағы көнөнөң үҙенә күрә бай ғына тарихы бар. Байрам 17 быуаттан баш ала. 1649 йылда Алексей Михайлович батша Мәскәүҙә тәүлек әйләнәһенә янғын һағы булдырыу хаҡында күрһәтмә бирә. Был бригада вәкилдәре ут һүндереү менән генә булышмаған, шул уҡ ваҡытта иҫкәртеү сараларын да үтәгән.
Тарихта батша тарафынан янғын күҙәтеүселәрҙе булдырыу тураһындағы наказға тап 30 апрелдә ҡул ҡуйылыуы тураһында факт бар. 1994 йылдан ул Янғын һағы көнө тип атала башлай. Ә 1999 йылда Рәсәйҙең беренсе президенты Б. Ельцин үҙенең указы менән был байрамға рәсми статус бирә.
-Бөгөнгө көндә беҙҙең 73-сө янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтендә 35 кеше эшләй. Улар барыһы ла махсус күнекмә һәм курстар үткән. Йыл һайын Белорет һәм Өфө ҡалаларында һөнәрҙәренә яраҡлыҡтары буйынса имтихан тапшыралар.
Көн һайын район халҡының янғын хәүефһеҙлеге һағында 7 кеше дежурлыҡ итә. Беҙҙең ҡарамаҡта 3 янғын автоцистернаһы бар. Быйыл бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған “Урал” маркалы яңы янғын һүндереү автомобиленә эйә булдыҡ.
Быйылғы йылдың башынан район биләмәһендә 4 янғын осрағы булды. Уларҙың төп сәбәптәре – ут менән һаҡ эш итмәү.
Халыҡҡа, электр ҡорамалдары менән эш иткәндә һаҡ булырға, уларҙың төҙөклөгөн тикшереп торорға, мейестәрҙең төҙөклөгөн дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, эшләп торған электр приборҙарын, ут яғылған мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай, тип даими иҫкәртеп торһаҡ та, ошо ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәмәгән кешеләр табылып тора.
Бына баҡса эштәре башланды ла инде. Был да беҙҙең баш ауыртыуы, тиергә була. Сөнки бәғзе берәүҙәр ихата-баҡсаһында йыйылған сүп-сарға ут төртә лә ебәрә. Бының өсөн штрафтар ҡаралған икәнен район гәзитенең бынан алдағы һандарының береһендә хәбәр иттек. Ғөмүмән, даими иҫкәртеп торабыҙ. Янғынды һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек, райондаштар.
Райондың янғын һағы хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарыбыҙҙы, шулай уҡ ирекле янғын һүндереү дружиналары ағзаларын үҙебеҙҙең һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым һәм барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек, уңыштар теләйем, - тине Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 73-сө янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Шамил Ниғмәт улы Хәкимов.
Читайте нас: