Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2020, 11:00

ХӨРМӘТЛЕ ЯНҒЫН ҺАҒЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ҺӘМ ВЕТЕРАНДАРЫ!

Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!

Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!
Янғын һағы хеҙмәте - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы составындағы оператив хеҙмәт.
Районыбыҙҙың 73-сө янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә йәшәйешебеҙҙең именлеге һағында тора. Уларҙың иңенә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, бәлә-ҡазаларҙан аралау, граждандарҙың ғүмерен һәм мөлкәтен ҡотҡарыу буйынса яуаплы бурыстар һалынған. Артабан да Һеҙҙең ҡыйыу хеҙмәтегеҙ халыҡ именлеге һәм тыныслығы гаранттарының береһе булып ҡалһын.
Байрам көнөндә хөрмәтле янғын һағы ветерандарына күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәттәре, йәштәргә ҡалдырған тәжрибәләре өсөн рәхмәт белдерәм.
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем!
Читайте нас: