Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2020, 12:25

КЕШЕНЕҢ ҠӘҘЕРЕ ҒИЛЕМ МЕНӘН

Нәҡ шулай: ғаләм – ғилемлеләр ҡулында, тип тиккә әйтмәй халыҡ.2011 йылдың көҙө булды был хәл.

Нәҡ шулай: ғаләм – ғилемлеләр ҡулында, тип тиккә әйтмәй халыҡ.
2011 йылдың көҙө булды был хәл.
Йоманан һуң булдымы икән – мәсеткә бер төркөм ир-ат килеп тулды. Араларында таныштары ла, таныш булмағандары ла бар.
- Был – Рәсүл хәҙрәт, Мысырҙа Әл-Әзһәр университетында уҡып йөрөгән Белорет егете, районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Әмир ағай Сәитбатталовтың ярҙамсыһы булып эш башлаясаҡ, - тип таныштырҙылар йәш кенә егет менән.
Күрер күҙгә күркәм, шундай аҡыллы ҡарашлы, тыйнаҡ һәм белореттарса үҙенсәлекле һөйләшкән был егет тиҙ арала ысын мәғәнәһендә үҙебеҙҙеке булды ла китте.
Эшен көнөн-төнөн халыҡты уҡытыуҙан башланы ул. Бәғзе саҡ дәрестәре төн таңға ауышҡас ҡына бөтә ине. Ул осорҙа, билдәле, мәсеткә күбеһенсә шул әлеге лә баяғы ҡатын-ҡыҙ йөрөнө.
Рәсүл хәҙрәт ғилеме, унан бикәр күркәм холҡо менән алдырҙы – уның дәрестәрен бер тыңлаған кеше икенсеһенә бармай ҡалманы. Көнгә көн, айға ай, йылға йыл бәйләнде. Остазыбыҙҙың уҡытҡан төркөмдәре, уҡыусылары ишәйҙе.Ике йыл имам-мөхтәсиб ярҙамсыһы булып эшләгәс, Учалы районының Баттал ауылы ҡыҙы, ул саҡта М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла уҡып йөрөүсе Лилиә Муса ҡыҙы Бирғәлинаға өйләнеп, шаулатып туй ҙа үткәреп ебәрҙе хәҙрәтебеҙ.
Өйләнгәс, кәләше лә ҡырҙыҡы булғас, хәҙрәтебеҙ китә инде, тип бошондоҡ. Юҡ, ғаиләһе менән Бөрйәндә төпләнеп ҡалды ғилемле хәҙрәтебеҙ.
Бөрйән халҡы күпләп дингә килде, мәсеттә бер көн ҡатын-ҡыҙҙар уҡыһа, икенсе көн ир-ат белем алды.
Тора-бара Баҙал биҫтәһендәге иҫке мәктәп бинаһын район мосолмандары көсө менән ремонтлап, мәҙрәсә итеп ебәрҙеләр. Берәүҙәр – мәҙрәсәлә, икенселәр мәсеттә белем алды.
Рәсүл хәҙрәттең тәүге дәресенә барып, ғәрәп әлифбаһы буйынса һабаҡ алғас, беренсе уйым шул булды: “Был кәкерсәк-бөкөрсәктәрҙе мин уҡый ҙа, яҙа ла алмам, моғайын...”
Өйрәтте, һәр беребеҙҙең күңеленә юл тапты, шайтандарыбыҙҙы еңеп, ислам дине тигән төпһөҙ-ҡырыйһыҙ даръяға ысын күңелдән сумырға булышлыҡ итте остазыбыҙ.
Шөкөр, бөгөн мәсеттә, мәҙрәсәлә уның уҡыусылары (Рәсәй ислам университетын бөтөп ҡайтҡан шәкерттәре) халыҡты уҡыта. Күмәкләп Ҡөрьән сығабыҙ, аят-сүрәләр ятлайбыҙ, мосолман донъяһындағы иң ҙур һәм мөһим байрамдарҙан булған ураҙа, ҡорбан ғәйеттәрен билдәләйбеҙ.
Тәүҙә, фатирһыҙлыҡтан ыҙалап, кешенең избенкаларында йәшәне хәҙрәтебеҙ. Районыбыҙ эшҡыуарҙары, ябай халыҡ ярҙамы менән “Әбделмән” мәсетенең ихатаһына хәҙрәт өйө төҙөлдө. Йәшәү өсөн бөтә шарттары булдырылған яңы, матур йортта йәшәй хәҙер хәҙрәтебеҙ үҙенең ҙур ғаиләһе менән.
Ҙур, тимен, сөнки, әлхәмдүлилләһ, Рәсүл хәҙрәтебеҙ ошо яҙҙа өсөнсөгә атай булды – хәләле Лилиә абыстай уға өлкән ҡыҙҙары Балҡис (Сөләймән ғәләйһис-сәлләмдең ҡатыны – батшабикә Балҡистың исемен ҡушҡандар) менән Фәруҡҡа иптәшкә йәннәт еҫле Йәннәт атлы ҡыҙ табып бирҙе.
Әйткәндәй, Белорет педагогия колледжын, БДПУ-ның башҡорт-ғәрәп бүлеген “ҡыҙыл диплом”ға тамамлаған, Төркиәлә ярты йыл Ҡөрьән, дини ғилем өйрәнеп ҡайтҡан Учалы ҡыҙы Лилиә дин эштәрен бәрәшкәләшеп тарта – ул райондың йәш мөслимәләренең ”Хәлилә” тигән иттифағын булдырып, йәш ҡатын-ҡыҙҙар абыстай етәкселегендә ифрат ҙур эштәр менән шөғөлләнә: төрлө акциялар үткәрәләр - дауаханала ятҡан оло быуын кешеләренә, һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандарына ризыҡ бешереп алып барһындармы, районыбыҙҙың тәбиғи ҡомартҡыларынан булған Бәхет шишмәһен таҙалаһындармы, мәсет баҡсаһына сәскәләр ултыртып - тәрбиәләһендәрме, дежурлыҡ ойоштороп, мәсетте таҙалыҡ һәм тәртиптә тотһондармы, ауыр тормош шарттарында йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙгә хәйриә ярҙамы күрһәтһендәрме, йыл һайын мәсеттә балалар өсөн Ҡорбан байрамы алдынан үткәрелә килгән “Иман нуры” лагерындағы уҡытыу-тәрбиә эштәрендә әүҙем ҡатнашһындармы, район ҡатын-ҡыҙҙары өсөн “Гүзәл мөслимә” тигән бай йөкмәткеле конкурс үткәреп, райондаштарҙы ғына түгел, күрше-тирәнән килгән халыҡты хайран итһендәрме, мәсеттә, мәҙрәсәлә йылдың-йылы төрлө уҡыуҙар, саралар, конкурстар үткәреп дини ғилем таратһындармы, дәғүәт эштәре менән ауылдар буйлап осрашыуҙар үткәрһендәрме – барыһына ла өлгөрәләр.
Эйе, уңды Бөрйән үҙенең имам-мөхтәсибенән, хәҙрәтенән. “Рәсүл хәҙрәт йома үткәрәме, Рәсүл хәҙрәт уҡытамы? Ул булһа, мәсеткә барғы ғына килеп тора”, - ти ауылдың йәше-ҡарты. Беҙ, район ағинәйҙәре, уны үҙебеҙҙең улыбыҙ кеүек яратабыҙ, үҙ итәбеҙ, ғилеменә, тыйнаҡлығына, кешелеклегенә, ябайлығына һоҡланабыҙ.
Эйе, бөрйәндәрҙең һөйөүен, оло ихтирамын тиҙ арала һәм ғүмерлеккә яуланы Белорет уҙаманы Рәсүл хәҙрәт. Уның идеяһы һәм дөйөм халыҡ көсө менән район үҙәгендә ҡыҙыл кирбестән ике ҡатлы “Фурҡан” мәсете ҡалҡып сыҡты. Былтыр көҙ бинаның башы ябылды.
Эш эске эштәренә генә ҡалып бара. Төҙөлөш эштәрен ойоштороусы, көйләүсе, йүнләүсе лә – Рәсүл хәҙрәт.
Ислам диненең бер терәге булған хаж ғәмәлен дә үтәп ҡайтырға насип булды хәҙрәтебеҙгә. Бында ла Аллаһтың хикмәте бар. Бер йылы Белореттағы бер оло ғына йәштәрҙәге инәй, инде олоғайҙым, хаж ҡыла алмайым, хажға барһаң, минең исемдән дә ғүмрә хажы ҡылырһың, тип бер мосолманға байтаҡ ҡына суммала аҡса бирә. Теге кеше хаж ғәмәлен үтәп ҡайтһа ла, инәйҙең күңеле булмай – аҡсаһын биреп, тағы кемделер ебәрмәк итә. Рәсүл хәҙрәт инәйгә: “Кеше аша аҡса биреп ебәргәнһең бит бер тапҡыр, тағы ла ҙурыраҡ сауап алғың килһә, әйҙә, инәй, аҡсаңды джәриә саҙаҡаһы (сауабы оҙаҡ бөтмәй торған саҙаҡа) итеп, Бөрйәндә төҙөлөп ятҡан “Фурҡан” мәсете файҙаһына тапшыр”, - тип кәңәш бирә. Изгелек эшләргә теләге көслө булған инәй ҙур ғына сумма аҡсаһын мәсет өсөн бирә. Район үҙәгендә төҙөлөп ятҡан мәсет төҙөлөшөнә индерә был аҡсаларҙы Рәсүл Ғәли улы. Аллаһы Тәғәлә күпмелер ваҡыттан уның үҙен, хаж сәфәрен ҡылып, ислам диненең тағы бер терәге булған хаж ғәмәлен үтәп ҡайтыусыларҙан итә. Ғәрәп телен һыу һымаҡ эскән имамыбыҙ унда үҙҙәренең төркөмөнә тылмас булараҡ йөрөп ҡайта.
Эйе, хәҙрәтебеҙҙең районыбыҙ, динебеҙ өсөн эшләгән эштәре бихисап – бер Алла белә. Бөтәһе уның күҙенә ҡарап: ”Рәсүл хәҙрәтебеҙ”, - тип тора икән – бында ла Аллаһтың сикһеҙ хикмәте һәм рәхмәте. Беҙ, бөрйәндәр, ошондай ғилемле, аҡыллы, күркәм холоҡло хәҙрәт менән бүләкләгәне өсөн ғәләмдәр Раббыһына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Читайте нас: