Тырыштар юҡты бар, берҙе ике итеп йәшәр заман. Байназар Мостафиндары ла - ошо теҙмәлә.
Балалы өй - баҙар, балаһыҙ өй – маҙар, тип белмәй әйтмәйҙәр. Әммә Байназарҙағы күп балалы Мостафиндарҙың өйөнә ингәс, бында баҙар түгел икәнен аңланыҡ: өйҙә тулы тәртип, тынлыҡ, таҙалыҡ - ҡыҙҙар хөкөм һөргән ерҙә шулайыраҡ булалыр ҙа. 5-селә уҡыусы Әлимә менән 4-селәге Әлфинә мәктәптә булыу сәбәпле, 5 айлыҡ Зариф әсәһенең ҡулынан төшмәй.
- Ильяс төпсөк ул булғас, туғандар ҡайнымдың өйөндә – төп йортта беҙҙе йәшәргә ҡалдырҙылар. Ҡайным да, ҡәйнәм дә юҡтар инде. Ата нигеҙенең ҡотон һаҡлап, бар туғандарҙы унда йыйып, тартып тороу – беҙҙең бурыс. Ильяс “Тиҙ ярҙам”машинаһында йөрөй, мин магазинда эшләп, декрет ялына сыҡтым. Бар хәлебеҙсә тырышып, булғандың бәрәкәтен һаҡлап, балаларҙы үҙебеҙгә ярҙамсы итеп үҫтерергә тырышып йәшәйбеҙ. Ҡыҙҙар икеһе лә уҡыу адынғылары, һәр конкурс-ярышта ҡатнашырға атлығып ҡына торалар. Уларҙың ниәттәрен бойомға ашырыуға ярҙам итәбеҙ. Ғаилә бәхетле булһын өсөн бер-береңде аңлау, аяп-ҡурсыу ҙа етә – ошонан яҙҙырмаһын, - ти Яуымбай ҡыҙы Гүзәл.
Мостафиндар 3 баш һыйыр көтә – мал баҡҡандың аш-һыуы ла мул, киләсәккә өмөтө лә ҙур. Балалар үҫкән мәлдә тәбиғи аҙыҡ-түлектән өҙөлмәү – үҙе һәйбәт.
Тырыштар юҡты бар, берҙе ике итеп йәшәр заман. Байназар Мостафиндары ла - ошо теҙмәлә.
(Фото ғаилә архивынан алынды).