Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2020, 15:00

АҠТЫ ТАШЫП, АҠТЫ ЯРҺЫП ҠАР ҺЫУҘАРЫ...

Бөрйәнде көслө һыу баҫыуға 30 йыл.

Бөрйәнде көслө һыу баҫыуға 30 йыл.
1990 йылдың 1 майында Бөрйәндә йылғалар ярҙарынан сығып, бихисап йорттарҙы, сәнәғәт, хужалыҡ объекттарын һ.б. урындарҙы һыу баҫты.
Иҫке Собханғол ауылы, Ағиҙел ҡасабаһы һәм Ишдәүләт ауылының ҙур биләмәләре һыу аҫтында ҡалған ул ташҡын мәленән алып 30 йыл үтеп киткән. Башҡа ауылдарҙа ла, мәҫәлән, Мәҡсүт, Байназар, Иҫке Монасип, Нәби, Тимер, Мәндәғолда ла бер нисәшәр йорт һыу аҫтында ҡалды.
Ағиҙел йылғаһының кимәле Иҫке Собханғолдағы һыу кимәлен үлсәү посында 7 метр 40 сантиметрға еткәйне. Рәсми рәүештә 7 метр 30 сантиметр тип билдәләнде.
Һыу яйлап, ләкин бик ныҡлы таша башланы һәм 1 май төнөнә үҙенең максималь кимәленә етте. Иҫке Собханғолдоң Ленин урамындағы барлыҡ ике ҡатлы йорттары һәм уларҙан түбән бөтә урамдары, тыҡырыҡтары һыу аҫтында ҡалды. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы һ.б. объекттар, Ағиҙел ҡасабаһы һәм күпселек йорттар ҙа һыу эсендә ине.
Һыу баҫыу ваҡытында ике кеше һыуға батып һәләк булды. Бынан тыш, йөҙәрләп баш һыйыр малы, ваҡ мал, шулай уҡ меңәрләгән ҡош-ҡорт һыу ҡорбаны булды.
Ул ваҡытта Бөрйән район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып Йомағужин Кинйәбулат Сәйфулла улы эшләне. Ә ошо юлдарҙың авторы, уның урынбаҫары булараҡ, райондың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса штабы начальнигы ине.
Был тәбиғәт ҡазаһына бәйле кешеләрҙә төрлө фекер һәм баһа ҡалды.
1989-1990 йылдарҙың ҡышы бик ҡарлы булды. 1990 йылдың марты буйына тотошлайы менән минус 30 градуслыҡ һыуыҡтар торҙо. Йәғни, ҡар, ғәмәлдә, иремәне, бары тик бер ни тиклем парға ғына әйләнде. Һауа температураһының ҡапыл йылытып ебәреүе бик ҙур роль уйнаны. 3 апрелдән ямғырҙар башланды һәм 8-енән һуң өҙлөкһөҙ яуындар китеп, улар ваҡыты-ваҡыты менән ҡойма ямғырҙар менән аралашып барҙы. Һөҙөмтәлә, Белорет һәм Бөрйән райондары биләмәләрендә ҡыш буйы тау-урманлы меңәр квадрат метр майҙандарҙа ҡар рәүешендә йыйылған дым өс аҙна буйы өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙар менән ҡушылып, бик ҙур һыу баҫыуға килтерҙе. Һүҙ ҙә юҡ, был массаға Белорет металлургия комбинаты плотинаһының һыуҙары өҫтәлде. Ләкин ундағы һыу хәл иткес роль уйнаманы.
Бөрйән районындағы барлыҡ күперҙәр ҙә тиерлек күп һанлы тау йылғалары һәм шишмәләре һыуы өҫтәлеп көсәйгән ҡар һәм ямғыр һыуҙарынан йыйылған көслө ағым менән йыуылды. Иҫке Собханғол ауылы күпер булмау арҡаһында яҡында ятҡан ауылдарҙан айырылды. Мәндәғол ауылынан аҫтараҡ Ағиҙел йылғаһы Мораҡ яғына киткән юлды ҡаплаған ине. Шул сәбәп арҡаһында, юл төҙөгәндә, монолит ҡаяны кәштә (полка) рәүешендә ҡырҡып, юлды шунан һалырға тәҡдим ителде.
Һыу 5 метрлыҡ билдәне үтә башлағас, ауыл советы хеҙмәткәрҙәре һәм тейешле хеҙмәттәр вәкилдәре халыҡты өйҙәренән хәүефһеҙерәк урынға китергә, малдарын да юғарыраҡ урынға ҡыуырға иҫкәртергә йүнәлтелде. Ләкин күпселек халыҡ ваҡиғаларҙың иң насар үҫеш вариантына ышанманы һәм үткән йылдарҙың тәжрибәһенә таянды.
Ул ваҡытта Белорет электр селтәрҙәренең Бөрйәндәге хеҙмәтләндереүе менән Ишмөхәмәтов Марат Рәжәп улы етәкселек итте. Уның дөрөҫ һәм грамоталы эш итеүе арҡаһында халыҡты электр тогынан һуғылып үлеүҙән ҡотҡарып ҡала алдыҡ. Ул һыу тейешле кимәлдән күтәрелгән ауылдарҙа эҙмә-эҙлекле рәүештә электрҙы һүндереү тураһында күрһәтмә алды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, район элемтә узелы ла һыу эсендә ҡалған ине. Беҙ ҡотҡарыусылар төркөмө менән хатта дизель яғыулығында эшләгән электр ҡорамалын (питаниены) өҫкәрәк күтәрергә маташып ҡараныҡ. Тик һыу хатта элемтәнең коммутация аппаратын да “йотто”. Шул сәбәпле ул бөгөн элемтә узелының яңы төҙөлгән бинаһының икенсе ҡатында урынлаштырылған. Шулай итеп, Бөрйән районы менән бәйләнеш аэропортта һәм “Башкирэнерго” электр селтәрҙәренең ведомство ВЧ-һында ғына ҡалды.
Ул ваҡытта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юҡ ине. Шулай ҙа беҙ яҡындағы хәрби частарҙан механизацияланған йөҙөү средстволары рәүешендә ярҙам һорап ҡараныҡ. Ләкин беҙгә, бары тик Мәскәүҙәге Оборона министрлығы аша ғына килешергә мөмкин, тип яуап бирҙеләр. Һөҙөмтәлә, барыһы ла 7 метр 40 сантиметр кимәлгә еткән һыу эсендә ҡалды.
1 май иртәһендә К. Йомағужин ҡултамғаһы аҫтында район үҙәгендә һәм районда килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәл тураһында рәсми телефонограмма ебәрелде.
Күпмелер ваҡыт үтеүгә “Время” телеканалы корреспонденттары менән Ми-8 вертолеты күренде. Аҙаҡ һыуға батҡан Иҫке Собханғол ауылы кадрҙары совет телевидениеһының яңылыҡ каналдары аша тотош СССР-ға күрһәтелде. Бөгөн Бөрйән районы хакимиәте БСТ каналы аша ошо кадрҙарҙы һоратып алдырып, халыҡҡа 1990 йылғы һыу баҫыу тураһында күрһәтһә, файҙалы булыр ине.
Бары шул хәлдән һуң ғына районға икмәк, быҡтырылған ит (тушенка) консервалары, башҡа тәү кәрәк-яраҡ гуманитар предметтар рәүешендә ярҙам күрһәтеү буйынса ҡыбырлауҙар, эштәр башланды.
Өсөнсө тәүлеккә һыу яйлап китә башланы. Һыу ҡайтҡандан һуң бөтә горизонталь нәмәләрҙә – иҙәндәрҙә, кәштәләрҙә, башҡа әйберҙәрҙә 7 сантиметр самаһы ҡалынлыҡтағы лайлалы, ылымыҡлы органик ҡатлам, ҡот осҡос емереклек һәм антисанитария ҡалды. Ул саҡта, йоғошло ауырыуҙар барлыҡҡа килеүгә һәм таралыуға юл ҡуймай, санэпидхеҙмәттәр яҡшы эшләне. Сөнки бит бөтә ихаталарҙағы бәҙрәфтәр һәм барлыҡ малдарҙың тиҙәк-фәләне ҡалын һыу ҡатламы аҫтында ҡалды, һыу менән ҡуша болғанды. Мәҫәлән, һәр өйгә зарарһыҙландырыусы дарыуҙар бирелде. Улар артабан “качок” тип аталған һыу алғыстарға йәки локаль һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтарына төшөрөлдө.
Район башҡарма комитетына БАССР Министрҙар советынан халыҡтың һәм район инфраструктураһының күргән фактик зыян күләмен иҫәпләп ебәрергә тигән күрһәтмә килеп төштө. Район иҡтисадсылары һәм финансистары бер нисә көн дауамында быны эшләргә маташып ҡараны. Ләкин, өҫтән ныҡышмалы талап итеүҙәрҙән һуң, К. Йомағужин минән (ә мин иҡтисадсы түгел) быны бер нисә сәғәттә эшләп биреүемде үтенде. Бер сәғәт эсендә мин Иҫке Собханғол буйынса 20 миллион һумға иҫәп эшләп күрһәттем һәм уны бөтә район буйынса бер нисә тапҡырға арттырҙым. Ул ваҡытта 90 тин АҠШ-тың бер долларына тура килә ине. Һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 20 миллион һум тирәһе аҡса бүленде. Тик Бөрйән районына шуның 2-3 миллион һумы ғына килеп етте. Ҡалған сумма БАССР-ҙың барлыҡ райондарына таратып бирелде.
Май уртаһында Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Усманов Миңлерәйес Мәрүән улы етәкселегендә республиканың эре сәнәғәт предприятиелары етәкселәренән торған 25 кешелек ҙур делегация килеп төштө. Хәҙерге район хакимиәте башлығы кабинетына инешләй, М. Усманов: “Ну, рәйес! Республика ярҙамын ҡабул ит. Һәр ҡайһыһына эш фронты билдәләп бирегеҙ һәм райондағы барлыҡ күперҙәрҙе, башҡа объекттарҙы һәм коммуникацияны тергеҙегеҙ!”, тине.
Ул ваҡытта Кинйәбулат Сәйфулла улы ныҡ ҡына сирләй ине, үҙенең креслоһынан тороп, миңә: “Марат Отеллович! Минең урынға ултырығыҙ, тергеҙеү эштәре тамамланғанға тиклем бөтә делегацияның эшен ҡабул итегеҙ, координациялағыҙ”, тине һәм үҙе уң яҡтан эргәгә ултырҙы.
Килгәндәрҙе теркәгәндән һуң, һәм предприятие етәкселәренең был кабинетҡа ғына һыймаҫын иҫәпкә алып, бында М. Усманов менән К. Йомағужиндың икеһен аулаҡ ҡалдырып, эште хакимиәттең ултырыштар залында дауам итергә тәҡдим иттем.
Инженер булараҡ, һыуҙағы балыҡ һымаҡ, мин үҙ стихиямда инем. Шуға күрә миңә алда торған ҡатмарлы техник мәсьәләләрҙе хәл итеү артыҡ ҡыйынлыҡтар тыуҙырманы. Шулай итеп, был эш менән туранан-тура шөғөлләнергә тура килде. Райондың стихия ваҡытында емерелгән барлыҡ коммуникацияларын һәм объекттарын тергеҙеү буйынса масштаблы эштәр башланды. Райондағы күп күперҙәр, мәҫәлән, Алағуян, Көргәҫ йылғалары аша ярҙары нығытылып һалынған күперҙәр бөгөнгө көнгә тиклем сафта һәм халыҡҡа хеҙмәт итә. Ә ҡайһы бер ҙур диаметрлы торбаларҙан ваҡытлыса төҙөлгән күперҙәр һуңғараҡ капиталь һәм нығыраҡ күперҙәргә үҙгәртелде.
Тиҫтәләп саҡырымлыҡ 0,4 һәм10 кВ электр линиялары һәм республика һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдары тергеҙелде. Бер үк ваҡытта торлаҡ фондын төҙөү һәм капиталь ремонтлау алып барылды.
Бер нисә өйҙө һәм бураны көслө һыу ағымы ағыҙып алып киткән ине. Мәҫәлән, Алағуян йылғаһы тамағында торған башы ябылған яңы өй аҫмалы күпергә тиклем аҡты һәм уға бәрелеп, тирелгәс, артабан, айырым бура бүрәнәләре рәүешендә, гүйә, ҡабынан түгелгән шырпы бөртөктәре кеүек ағып китте.
Республиканың эре предприятиелары етәкселәренән берәү ҙә Иҫке Собханғол ауылы янында Ағиҙел йылғаһының ярҙарын нығытыу буйынса генподрядсы булырға теләмәне. Был объектты төҙөү буйынса барлыҡ субподряд ойошмаларға етәкселек итеүҙе шәхсән үҙемә алырға тура килде һәм факт буйынса, бер ниндәй проектһыҙ, күрһәтә-күрһәтә һәм колышкаларҙы алыштыра-алыштыра, район үҙәген ситтән урап үтеү юлын булдырыу мөмкинлеген иҫәпкә алып, киң һаҡлау дамбаһы төҙөргә тура килде.Төп субподряд ойошмаһы итеп элегерәк беҙҙең тарафтан Иҫке Собханғол – Мораҡ юлын нуленсе километрҙан төҙөүгә йәлеп ителгән “Востокнефтепроводстрой”-ҙың бик көслө техникалары – экскаваторҙары, “Коматсу” һәм “Катерпиллер” маркалы бульдозерҙары булған СУЗР-4 тресы билдәләнде.
Ул ваҡытта мастер булып беҙҙең яҡшы практик һәм грамоталы инженер Хоҙайғолов Айтуған Хәкимйән улы эшләне. Төҙөлөш эшенә Бөрйән ДРСУ-һының үҙбушатҡыстары, бульдозерҙары һәм грейдерҙары ла йәлеп ителде.
Дамба өсөн материал Иҫке Собханғолдан 300 метр алыҫлыҡтағы урындан - Сибай яғына киткән юлдағы, водителдәр өсөн мәшәҡәт һәм хәүеф тыуҙырып, алдағы юлды ҡаплабыраҡ суҡайып сығып торған ҡаянан алынды. Уны шартлатырға тура килде. Киләсәктә был тирәне тигеҙләү перспективаһы күҙалланды, әлбиттә. Шулай итеп, “Комэнергосервис” боролошонан алып Алағуян йылғаһының 300 метр яры һәм артабан Ағиҙел яры күпергә тиклем 3 саҡырым оҙонлоҡта урап үтеү юлы рәүешендә ҡая материалы менән нығытылды.
Республика ведомстволарының ҡайһы бер етәкселәре артыҡ ҙур булмаған булышлыҡ менән генә ҡотолорға маташты. Миҫал өсөн, “Башлеспром” урман сәнәғәте берекмәһенең генераль директоры В. Н. Саутин Ағиҙел йылғаһы аша Ағиҙел ҡасабаһы яғына күпер төҙөй башлау эшен оҙаҡҡа һуҙып ебәрҙе.
1991 йылда ул ваҡытта инде район советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләүсе яҡшы хужалыҡ итә белеүсе Ғ. З. Сәфәрғәлин мине кабинетына саҡырҙы.
-Бөгөн Владимир Николаевич Саутин проектлаусылар менән Ағиҙел аша йыл һайын һалынып, йыл һайын ташҡын ваҡытта ағып китә торған ағас күпер урынына ташҡын ваҡытында, имеш, һыу аҫтында ҡалып тороп, һыу үткәс, кире файҙаланырға мөмкин буласаҡ металл күперҙең әҙер проектын алып килделәр һәм беҙгә тәҡдим итәләр, - тине.
Миңә шунда уҡ үҙемдең аргументтарымды әйтергә тура килде. Сөнки ҡаты һыуыҡтарҙа туңған боҙ күпер менән бергә ныҡлы тығын барлыҡҡа килтерәсәк һәм беҙ уны шартлата ла алмаясаҡбыҙ һәм, шуның эҙемтәһе булараҡ, Иҫке Собханғолдо тағы ла һыуға батырасаҡбыҙ, тигән фекеремде еткерҙем.
Бер ниндәй дәғүәләрһеҙ, В. Саутин ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе:
- Һеҙ хаҡлы! Был проектты бында ҡулланып булмай.
Мин шунда уҡ проекттың яңы вариантын тәҡдим иттем. Ул бер-береһенең дауамы рәүешендә өҫкө яҡтарында боҙватҡыстары һәм көслө боҙ тығындары ихтималлығына күперҙәр араһында йыуылыусы тоташтырыу урыны (ике күпер араһындағы ҡырсын юл) булған ике айырым күперҙән ғибарәт ине. Ағиҙел йылғаһының ике ярын тоташтырыусы был күперҙәр комплексы бөгөн дә халыҡҡа хеҙмәт итә.
Район советы башҡарма комитетының башҡа ағзалары гуманитар ярҙамды тәғәйенләү, халыҡтың матди зыянын ҡаплау һәм башҡа социаль мәсьәләләр менән булышты.
Әйткәндәй, элек беҙҙә КПСС-тың Бөрйән район комитетының беренсе секретары булып эшләп киткән Вәхит Шәрифйән улы Яҡшыбаев был мәлдә Баймаҡ районындағы бик ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы менән етәкселек итә ине. Ул үҙе эшләп киткән ерҙең, бөрйәндәрҙең, бәләһенә битараф ҡала алмай, үҙ хужалығының транспорты менән малдары һыуға батҡан халыҡҡа бушлай 80 баш һыйыр малы ебәрҙе. Был бик ҙур ярҙам булды.
Бына шулай дөйөм ярҙам, халыҡтың фиҙакәрлеге, күмәк тырышлыҡ менән еңеп сыҡтыҡ беҙ был ҡазаны. Бындай бәлә-ҡазаларға тарырға яҙмаһын башҡа.


Читайте нас: