Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2020, 11:00

БӘХЕТ СЕРЕН БЕЛӘЛӘР

Бәләкәй кластан бер парта артында ултырып, бергә уйнап, бергә уҡып үҫкән улар. Шунан башланып китә уларҙың мөхәббәт тарихы.

Бәләкәй кластан бер парта артында ултырып, бергә уйнап, бергә уҡып үҫкән улар. Шунан башланып китә уларҙың мөхәббәт тарихы.
Егет кеше ике йыл армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, йәштәр 1998 йылда өйләнешә. Һүҙем Мораҙым ауылының күркәм ғаиләләренең береһе булған Зөбәржәт һәм Вәғиз Тулыбаевтар хаҡында.
Ғаилә башлығы әлеге ваҡытта ҡырҙа эшләп йөрөй.
Ғаиләлә өс бала атайҙарының ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Оло ҡыҙҙары Рузилә – студент. Өфөлә технология һәм дизайн колледжында уҡып йөрөй. Рушан – Мораҙым мәктәбенең 7-се, Лиана 5-се класында белем алалар.
Зөбәржәт Үлмәҫбай ҡыҙы 2011 йылдан Мораҙым балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Уға тиклем мәктәптә өлкән вожатый була, музыка, хеҙмәт, Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәренән уҡыта. Ул Белорет педагогия училищеһын, БДПУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлаған.
Иптәшегеҙ күп ваҡытын эштә үткәргәс, балалар тәрбиәләүҙәге, донъя көтөүҙәге мәшәҡәттәр күп осраҡта һеҙҙең иңегеҙгә төшәлер, нисек барыһына өлгөрәһегеҙ, тигән һорауыма, көлөп кенә: “Әлбиттә, ҡыйынлыҡтар осрай инде, әммә бирешергә иҫәп юҡ, - тип яуапланы мәҡәлә геройым.
- Иптәшем инде нисә йылдар ҡырҙа эшләй. Шөкөр, миңә еңелерәк булһын өсөн, өйҙә бөтә уңайлы шарттарҙы булдырҙы.
Бергә йәшәүебеҙгә 20 йыл. Бер-береңә ышанып, бер-береңдең ниәт иткән һәр башланғысын ҡеүәтләп, ярҙамлашып йәшәүҙә ул бәхет сере.
Эшемде лә яратам. Төпкөл ауылдарҙа ла балалар хәҙер русса һөйләшәләр. Балалар баҡсаһында минең төркөмдөң яртыһы русса һөйләшә. Шуға күрә эшемдә башҡорт халыҡ ижадына баҫым яһайым. Башҡорт халыҡ әкиәттәренә таянам. Русса килеп һүҙ ҡушһалар, мин аңламайым, башҡортса әйтегеҙ, тием. “Урал батыр”, “Өмөтлө киләсәк” конкурстарында ҡатнашып, йыр, бейеү буйынса урындар алып торабыҙ, - ти Зөбәржәт.
Мораҙымда ата-әсәләр балалар баҡсаһы менән яҡшы мөнәсәбәт булдырған. Уларҙың инициативаһы буйынса клубта ата-әсәләр һәм балалар менән берлектә матур концерт ҡуйғандар. Быйыл бергәләшеп ҡарҙан һындар эшләү буйынса “Ҡышҡы фантазия” конкурсында “Иң ҡыҙыҡлы биләмә” номинацияһына лайыҡ булғандар.
Ана шулай, хәстәрлекле әсәй, уңған ҡатын, телһөйәр тәрбиәсе булып йәшәй һәм эшләй Зөбәржәт Үлмәҫбай ҡыҙы.

(Фото ғаилә архивынан алынды).
Читайте нас: