ти уҙған йылдың сентябренән Иҫке Монасип ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы йөгөн тартыусы Хәбир Мәһәҙей улы Йомағолов.
Хәбир Мәһәҙей улы Йомағолов 1972 йылда Яңы Мөсәт ауылында тыуған. 1979-1982 йылдарҙа Мәһәҙей башланғыс мәктәбендә белем алған, артабан уҡыуын Иҫке Монасип урта мәктәбендә дауам иткән. Мәктәпте тамамлағас, йәш егеткә, заман ҡушыуы буйынса, ике йылда бер түгел, өс армияла: тәүҙә – Совет армияһында, унан Украина армияһында (Борисполь ҡалаһында хәрби-һауа көстәрендә элемтәсе булараҡ), аҙаҡ Рәсәй армияһында хеҙмәт итергә тура килә.
Ватан алдында ир-егетлек бурысын үтәп ҡайтҡас, Өфө урман техникумын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай. Юғары белемле белгес “Бөрйән урман хужалығы”нда урмансынан директор вазифаһына тиклем 25 йыллыҡ хеҙмәт юлы үтә. Ҡатыны менән 4 бала тәрбиәләйҙәр. Әле ике ҡыҙы - мәктәп уҡыусыһы, улы Рәсәй армияһы сафтарында хеҙмәт итә.
Үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
- Хәбир Мәһәҙей улы, яңы вазифала ярты йылдан ашыу ваҡыт арауығында нимәләр атҡарырға өлгәштегеҙ?
- Әллә ниндәй бөйөк эштәр атҡарҙыҡ, тип әйтә алмайым, әммә биләмәгә яңы һулыш өрөргә, эштәрҙе йәнләндерергә тырыштыҡ.
Эш башлағандан алып биләмәбеҙҙә байтаҡ ҡына спорт ярыштары, мәҙәни саралар үткән.
Биләмәлә күмәк халыҡты йәлеп итеп, спартакиада үткәреүгә өлгәштек. Ошоғаса һәр бер ауыл үҙенсә йәшәй ине. Ауыл активына тәҡдим итеп, 7 төр буйынса ярыштар үткәрергә ҡарар ҡылдыҡ. Бында һәр ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советтары, депутаттар, ауыл старосталары, активистары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ихлас ярҙам итте. Спартакиада һөҙөмтәләре буйынса бөтә төр ярыштарҙа иң күп мәрәй йыйған Иҫке Монасип ауылы еңеүсе булһа, Яңы Монасип - икенсе, Нәби өсөнсө булды.
Яңы Монасиптан староста Айҙар Көмөшбаев һәр башланғыстың башында тора, йәмәғәт эштәренең эсендә ҡайнай. Ябай халыҡ араһынан бағыусылар табып, 8 Мартҡа ауылдың гүзәл яртыһы – ҡатын-ҡыҙҙарға тере сәскәләр бүләк иттек. Беҙҙең халыҡты саҡ ҡына ҡуҙғатып, дәртләндереп ебәреү ҙә етә бит ул – ошо сараға меңәр, биш йөҙәр һум аҡса менән ярҙам итеүселәр булды.
Биләмәнең башҡа ауылдарында фәҡәт ир-ат көсө менән матур йөкмәткеле концерттар ҡуйылды.
Иҫке Монасипта “Быйма ярышы”, волейбол ярыштары гөрләп үтте. Яңы монасиптар биатлон, шашка ярыштары үткәреп дан алды. Нәбиҙә иһә ветерандар әүҙемлек күрһәтте – үҙҙәре өсөн матур саралар ойошторҙо.
Шөкөр, халыҡ ошондай дөйөм сараларға ылығып тора. Саңғы ярыштарын тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында ғына үткәрмәк булғайныҡ, ир-егеттәр, беҙ ҙә ҡатнашабыҙ, тип теләк белдерҙе. Был ҡышҡы матур ярыштарҙы бөтә ауыл сығып тамаша ҡылды – үҙенә күрә халыҡ байрамы булды.
Яңы йыл алдынан биләмәләрҙе биҙәүгә, ҡар һындар эшләүгә конкурс иғлан иткәйнек, был эшкә лә халыҡ дәррәү ҡушылды. Өс ауылда ла еңеүселәрҙе билдәләп, алтын ҡуллы, бай фантазиялы оҫталарҙы күтәрҙек.
- Эштә ауыл активы ярҙам итә, тинегеҙ. Тағы кемдәргә таянаһығыҙ?
- Ауыл биләмәһенең эше яңғыҙ кешенең эше түгел. Шөкөр, үҙем етәкләгән хакимиәткә бик әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған белгестәр тупланған. Ауыл, район советтары депутаттары, старосталар, йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – эште төпкә егелеп тартыусылар инде. Халыҡҡа ла рәхмәтем ҙур – аңлайҙар, кәңәш-төңәштән мәхрүм итмәйҙәр.
Район советы депутаттары А. Салауатов менән Р. Рахманғолов та халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә. Улар төрлө саралар үткәргәндә бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә. Мәҫәлән, Айнур Шәкир улы биләмәләге 40 бағанаға ҡуйып сығырлыҡ энергияны эффектлы һаҡлаусы лампаларҙың осһоҙлорағын эҙләп табып алырға ярҙам итте. Рәил Рәмзи улы Нәби, Иҫке Монасипҡа әллә нисәмә шахмат алып бирҙе.
Ауыл советы депутаттары Рәжәп, Ихсан Ҡунафиндар, Илгиз Муллағолов, Нәҙир, Рәмил Теләүбаевтар, Гүзәл Йәғәфәрова, Данил Ҡотлобаев һәр эштә әүҙемлек күрһәтә.
- Бөгөн, бөтә донъяға күҙгә күренмәҫ коронавирус янағанда, биләмә башлыҡтарының төп бурысы нимәнән ғибарәт?
- Төп эшебеҙ – үҙизоляциялағы халыҡтың һаҡланыуын тәьмин итеү. Бындай аҙымға илебеҙ етәкселәре ҡоторғандан бармай – халыҡ ошоно аңлап ҡабул итһә һәм медиктарҙың, властарҙың иҫкәрмәләренә етди ҡараһа ине.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, биләмәлә актив көстәрҙән дежурлыҡ булдырҙыҡ. Халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе төп бурысыбыҙ итеп һанайбыҙ һәм үҙизоляция режимы һаҡланыуына бөтә көстө һалабыҙ. Халыҡ тәүге аҙнала өйөндә тыныс ҡына ултырҙы, икенсе аҙнаһында бер аҙ йәнләнеү һиҙелде. Ауыл кешеһенең өйөндә, ҡапҡаһында, биләмәһендә яҙғы эштәре тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Баҡсала эштәре әүҙемләшкән мәл. Иртәнән кискәсә УДС, балта, бысҡы тауыштары тынмай – кеше кәртә-ҡураһын рәтләй, донъяһын йүнәтә.
Тормош тигәнең ниндәй ваҡытта ла дауам итә – Яңы Монасиптан Иҫке Монасипҡа сыға торған аҫмалы күпер, елдә сайҡалып тороп, тимерҙәре һынып, саҡ түңкәрелмәне – ауылдың ир-егеттәре кискелек йыйылып ҡарап, нисек эшләргә хәл итеп, иртәгәһенә дәррәү генә сығып эшләп тә ҡуйҙы – уларға афариндан башҡа һүҙ юҡ.
Яҙ – элек-электән дөйөм өмәләр ҡыҙған мәл һаналды. Быйылғы вирус был йолаға ла үҙ коррективаһын индерҙе – һәр кем үҙ эргә-тирәһен таҙалаясаҡ инде.
- Эскелек мәсьәләһе нисек?
- Был тәңгәлдә эш алып барыла. Әммә был афәтте тамырынан ҡороттоҡ, тип әйтеү иртә әле. Көмөшкә һәм башҡа төр алкоголле эсемлек һатып тотолғандар ҙа бар, һаман киҫекмәй һатҡандар ҙа юҡ түгел. Улар ҙа хәҙер оҫтарып алды – ситтән килгән кешегә һатмайҙар, үҙҙәренең даими “клиенттары” аша ғына тараталар. Эскелек менән сауҙа итеүселәрҙе тотоуы ҡыйын. Шуныһы ғына бер аҙ эсте йылыта – бөгөн кеше барыбер элекке кеүек эскегә ынтылмай, был мода түгел.
- Яҙ етте, башты ауырытҡан көтөү мәсьәләһе нисек хәл ителә?
- Был һорауға тәғәйен яуап биреү ҡыйын. Белеүемсә, ауылда ун йылдан ашыу көтөү юҡ. Малдар оло юлға күпләп сыға – был бик хәүефле, әммә халыҡ та, малдар ҙа иреккә бик тиҙ өйрәнеп китте. Көтөүҙе ойоштороп маташырбыҙ инде, тик һөҙөмтәгә бөгөн-иртәгә генә ирешеп булыр, тип ҡырҡа әйтә алмайым.
- Үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы нимә әйтерһегеҙ?
- Беҙгә ял, байрам төшөнсәһе ят. Халыҡ менән эшләү бер заманда ла еңел булмаған, булмаҫ та. Ошо яуаплы эшкә тотонғанбыҙ икән, беҙ уны намыҫлы, сифатлы һәм бар хәлебеҙсә тырышып башҡарырға тейешбеҙ, тип иҫәпләйем һәм коллегаларыма ошо тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, фиҙакәрлек теләйем.